Бөтә яңылыҡтар

Аяуһыҙһың шул, яҙмыш!

Өйләнәм тигән йәштәрҙе өйләндермәнеләр. Нимәгәлер инде, аңлашылмай. Ике йәш тә аҡыллы, эшлекле, өмөтлө. Дипломлы йәштәр ниңә ата-әсәгә ҡаршы тора алмағандыр инде, әллә теләһә ниндәй һүҙ индеме араларына, улар ташлашты...

Аяуһыҙһың шул, яҙмыш!
Аяуһыҙһың шул, яҙмыш!

Ете-һигеҙ йыл элек тирәһе, был хәл беҙҙең бар таныштарҙы аптыратҡайны. Институт бөткән ҡыҙ һәм егет ғашиҡ булып, осраша башланы. Бик матур пар ине. Барыһы ла һоҡлана ине уларға ҡарап. Әммә ... ике яҡтан да ата-әсә ҡырҡа ҡаршы төштө йәштәргә. Өйләнәм тигән йәштәрҙе өйләндермәнеләр. Нимәгәлер инде, аңлашылмай. Ике йәш тә аҡыллы, эшлекле, өмөтлө. Дипломлы йәштәр ниңә ата-әсәгә ҡаршы тора алмағандыр инде, әллә теләһә ниндәй һүҙ индеме араларына, улар ташлашты. Бер йылдан ҡыҙ икенсе егеткә кейәүгә сыҡты, бала тапты. Егет өйләнмәне. Әммә ҡыҙ ире менән йәшәй алманы, айырылды.

Ике йыл элек уртаҡ таныштар менән был ике ғашиҡтың ҡушылғанын ишетеп ныҡ ҡыуанғайныҡ. Йәш ҡатындың балаһы ла уның йәшлек мөхәббәтенә атай тип сат йәбеште лә ҡуйҙы. Бик бәхетле йәшәп киттеләр. Тик бер аҙна элек йәш ир ҡапыл мәрхүм булды. Ҡот осмалы хәл! Йәш ҡатын: “Нисәмә йыл айырым зарыҡтыҡ! Инде бәхетемде тапҡайным, уны минән үлем тартып алды” тип илай.

Ҡыйын хәл. Һөйгәнен хәҙер мәңгелеккә юғалтҡан ҡатынды нисек йыуатырға икәнен дә белеп булмай.

Рәмилә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: