Һаҡмар
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Парлы булырға ашыҡмайҙар

Ә бит ысынында алып ҡараһаң, яңғыҙҙарҙың, айырыуса ҡатындарҙың береһе лә парлы булырға ашыҡмай. Совет заманында ул кеше мотлаҡ никахлы булырға тейеш ине...

Парлы булырға ашыҡмайҙар
Парлы булырға ашыҡмайҙар

Яңғыҙҙар күп тип һөйләйҙәр. Унан “өйлән, кейәүгә сыҡ, нимәңде ҡарап йөрөйһөң” тигән кеүек һүҙҙәр китә. Ә бит ысынында алып ҡараһаң, яңғыҙҙарҙың, айырыуса ҡатындарҙың береһе лә парлы булырға ашыҡмай. Совет заманында ул кеше мотлаҡ никахлы булырға тейеш ине. Хәҙер бер көн – бер, икенсе көн икенсе кеше менән йәшәгәндәр ҙә күп бит. Шуға күрә парлы булыу модаһы үтте. Тиҙҙән никах, туй үткәреү, ғаилә менән йәшәү ҙә юҡҡа сығасаҡ ул. Бәлки беҙҙең быуын быны күрмәҫ, әммә киләһе быуындар өсөн беҙҙең ғаилә ҡороп йәшәүебеҙ көлкө булып күренәсәк тип уйлайым.

Бер яҡтан яңғыҙ кешегә рәхәт инде – бер кем өсөн яуап бирмәй, рәхәтләнеп тик йөрөй. Минең таныш яңғыҙҙар шулай ти. Ә икенсе яҡтан гел яңғыҙ ҙа булыу ҡыйындыр ул. Әллә түгелме икән?

Ағағыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: