Бөтә яңылыҡтар

Ҡаланыҡылар картуф ... ашамай

Бүлмәләш ҡыҙ ҡала егете менән йөрөп китте. Ниңәлер ул ҡаланыҡылар беҙҙән өҫтөн тип уйлай торғайны...

Ҡаланыҡылар картуф ... ашамай
Ҡаланыҡылар картуф ... ашамай

Студент саҡтағы ҡыҙыҡ хәл. Бүлмәләш ҡыҙ ҡала егете менән йөрөп китте. Ниңәлер ул ҡаланыҡылар беҙҙән өҫтөн тип уйлай торғайны. Шуға күрә үҙендәге “ауылды” күрһәтмәҫкә тырышты. Ниңәлер ҡала кешеләре картуф ашамай тип уйлай торғайны. Инде генә картуфты ҡыҙҙырып алып өҫтәлгә ултыртһаҡ, теге егет туҡылдата. Бүлмәләшем ике-өс минут эсендә шыжлап ултырған табаны шкафҡа тығып, өҫтәлдән бар нәмәне йыйып, йүгереп барып карауатына йығылыр ине. Егетенә: “Ниңәлер хәлем юҡ”,-тип ятҡан була.

Уныһы: “Ярай, һуңғараҡ килермен”,-тип сығып китә. Шунан ғына һыуынған картуфты ашайбыҙ. Һуңынан улар өйләнеште. Шул саҡта ғына егет барыһын да белеп-һиҙеп йөрөүен, ҡыҙҙың ни өсөн картуфты йәшереүен генә аңламауын һөйләгән. Туйҙарында шаһит булып, һаман аралашып йәшәйбеҙ. Әммә ҡыҙҙырылған картуф мажараһын һәр осрашыуҙа һөйләйбеҙ.

Ҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: