Бөтә яңылыҡтар

Ағайым минән ... үс алды

Ә мин уға ҡарағым да килмәй, ерәнәм унан. Ағайымдан да...

Ағайым минән ... үс алды
Ағайым минән ... үс алды

Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек. Иң өлкәне ағайым, унан апайҙар, иң кесеһе мин. Ябай, эш ғаиләһе. Атай-әсәй беҙҙе матур итеп тәрбиәләргә тырышты. Хәҙер барыбыҙҙың да үҙ ғаилә.

Кәләш менән биш йыл йәшәгәс, ул ҡапыл үҙгәреп китте. Дүрт йәшлек кенә ҡыҙыбыҙҙы күрше-тирәгә ҡалдырып, таңға ҡайтҡан саҡтары булғылаған. Мин бер аҙна эшләйем, бер аҙна ял итәм. Шунан ҡот осмалы хәбәрҙе еңгәм еткерҙе. Ағай минең кәләш менән йөрөй икән. Ышанмағайным, тик дөрөҫ булып сыҡты.

Ағайымды машинаһы эргәһенә һалып алып туҡманым. Ә ул: “Миңә һинең ҡурҡыныс бисәң кәрәкмәй! Мин һинән үс алдым. Бала саҡтан барыһы ла һиңә булды: матур уйынсыҡтар ҙа, кейемдәр ҙә, бәлеш төбө лә. Хатта өләсәйҙең фатирын да барыбыҙға ла бүлмәнеләр, ә һиңә бирҙеләр. Бына шулай була ул! Кемдер һинең бар нәмәңде тартып алһа?! Рәхәтме һиңә?!”-тине.

Аптырап янынан киттем. Бер ҡасан да ул мине шул тиклем күрә алмай икәнен һиҙмәнем дә. Ҡатынды айырырға булдым. Ул тәүҙә минең ағай уны үҙе менән алып китә икән тип иҫе лә китмәй, эре йөрөй ине, хәҙер ағайҙың уны использовать иткәнен аңлағас, миңә көн-төн инәлә. Ә мин уға ҡарағым да килмәй, ерәнәм унан. Ағайымдан да.

Ғ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: