Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аҡса йыйһалар ҙа...

Ауыл байрамдарына башҡаса ҡайтмаҫҡа булдыҡ...

Аҡса йыйһалар ҙа...
Аҡса йыйһалар ҙа...

Бар ауылдарҙа Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, һабантуйҙар һәм башҡа байрамдар үтә башланы. Беҙ ситтә йәшәгәндәр ҙә ҙур теләк менән ошондай байрамға ҡушылабыҙ. Тик йылдан-йыл күңелһеҙ нәмәләр ҙә булып ҡуя. 

Ойоштороуҙы алған өс-дүрт кеше аҡса йыя. Тәүҙә биш йөҙ тейҙәр, унан тағы мең, бер йөҙ, ике йөҙ... Байрам өсөн аҡса йәл түгел, тик был аҡса ҡайҙа киткәнен белеп булмай. Аҡса биреп тороп ҡунаҡҡа килгәс, исмаһам, кешесә ҡаршы алһалар. Урын юҡ, һыуыҡ бер-ике ҡалаҡ аш. Шул тиклем йыйылған аҡса ҡайҙа китә икән ул? Аптырайым. Инде ундай байрамдарға ҡайтмаҫҡа булдыҡ. Килеп, кәйеф боҙоп ҡайтҡансы.

Т.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: