Бөтә яңылыҡтар

Һуңланың шул!

Һылыу бисәһе барыһын тартып алып, ҡыуып сығарғас, миңә килгән...

Һуңланың шул!
Һуңланың шул!

 Күңел түренән

Ишекте шарт-шорт ябып сығып китте. Илап ултырып ҡалманым, аптыраштан ышанмай ултырып ҡалдым. Ике балабыҙ ике мөйөштә иланы. Иларлыҡтар ине шул. Сөнки барыһын да аңлайҙар ине. Береһенә – 10, икенсеһенә 12 йәш ине. Өйҙө, унан йыһаз һатып алырға тип алынған кредиттар ҙа минең исемдә ине. “Һиңә өй ҡала бит” тип сыҡты ла китте. Мин “эйе шул” тигән булдым. Эй, алйот! Ул өйҙө алыу өсөн өләсәйемдең фатирын да һаттым бит. Ҡалғанына кредит алдым. Үҙ исемгә алдым һәм үҙем генә түләнем. Шуны лә әйтә алмағанмын.

Һылыу бисәгә сығып китте. Улар урам буйлап үткәнен күрһәм, өс көн туҡтамай илар инем. Ә балалар менән икмәккә бер һумлыҡтарҙы һанап ултырған саҡтар күп булды бит. Уларҙы кешенән кәм итмәйем тип эшләүҙәр!

Ун йыл үткәс шарт ябып сыҡҡан ишеген һаҡ ҡына ҡағып килеп инде. “Һинең менән йәшәгем килә” ти. Таушалған, бөткән, ҡартайған. Күҙҙәре туҡмалған эттеке кеүек ҡарай. Балалар үҙ аллы хәҙер, миңә ярҙам итәләр. Ә аталары бер тин алимент түләмәне. “Өй ҡалды бит!” тип ҡысҡырҙы мин аҡсаһыҙ интегеп аҡса һорағанда. Бөгөн килгән. Ун йыл үткәс. Һылыу бисәһе барыһын тартып алып, ҡыуып сығарғас, миңә килгән. Балаларымды яратам, һине яратам ти.

Һуңланың шул, Дамир! Теүәл ун йылға һуңланың!

И.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: