Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор

Мөхәббәт күлдәге

Бабайы яланғас ултырған әбейенә ҡарап ҡото осҡан, ти. "Әллә әбейемде ҡыйығы китә башланы инде"...

Мөхәббәт күлдәгеМөхәббәт күлдәге
Мөхәббәт күлдәге

 Йылмайып алайыҡ әле...

Мөхәббәт күлдәге

Ҡәйнәһе килененең бүлмәһенә инеп ҡолап китә яҙа. Бәй, килене сыр яланғас ултыра!

- Ыста, килен ни ҡыланыуың был?!

- Мөхәббәт күлдәге кейҙем мин, ҡәйнәм...

Ҡәйнә кешегә был уй бик оҡшап ҡалған. Йәһәт кенә ире бүлмәләренә инеп, сисенеп карауатҡа барып ултырған. Бабайы килеп ингән. Сыр яланғас ултырған әбейен күреп “әллә бының ҡыйыҡ китә башланы инде” тип уйлаған. Унан:

- Әбей, был ни ҡыланыуың? -тип һораған.

- Мөхәббәт күлдәге кейҙем,- ти икән әбейе ҡаш һикертеп.

- Һуң уны әҙерәк үтекләп кейһәңсе, исмаһам...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас