Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бәлеш

Тик ни хикмәт, был ғаиләлә аталары яғынан да, әсәләре яғынан да яҡын туғандары менән аралашманылар. Үҙҙәре етеш тормошта йәшәгәнгәме, башҡаларҙың нужаһын күрмәнеләр...

Бәлеш
Бәлеш

Ғәле, ҡалала төшөмлө эштә эшләгәндә, аҡсаны көрәп алды. Уның ата-әсәһе лә ауылда бай тормошло ғаиләләрҙең береһенән һаналды. Күп итеп бал ҡорттары тоттолар. Өҫтәүенә, Булат ағай умарта рамдары лә яһап һатты, башҡа ҡул эштәрен дә яҡшы белә ине. Килеүселәрҙең йомошон кире ҡаҡманы. Ҡыҫҡаһы, бик күптәр өсөн кәрәкле кеше булды. Тик ни хикмәт, был ғаиләлә аталары яғынан да, әсәләре яғынан да яҡын туғандары менән аралашманылар. Үҙҙәре етеш тормошта йәшәгәнгәме, башҡаларҙың нужаһын күрмәнеләр.
Бер ваҡыт Хәниф исемле туғандарын үгеҙ һөҙҙө. Уны ашығыс район дауаханаһына алып барырға кәрәк ине, ә машина юҡ. Хәнифтең ҡатыны Сания, тыны бөтөп, Булаттарға йүгерҙе. Урамдарында машина бер уларҙа ғына ине. Булаттың ҡатыны еләккә йыйынған. Санияны йәлләгәндәй итеп тыңлаһа ла, ирен ебәрмәне. Ике күнәген күтәреп машинаға сығып ултырған Нәйлә артынан күҙ йәштәре менән ҡарап ҡалды ҡатын. Туғандарҙың балалары ла бер-береһен белмәй үҫтеләр.
Булаттарҙың малайҙары ауылда ҡалманы. Пенсияға сығырға бер нисә йыл ҡалғас, Булат үҙе лә нефтселәргә эшкә китеп, ҡатыны менән яҡындағы ҡалаға күскәйне. Унда ун йыллан йәшәнеләр микән, тағын кире ҡайттылар. Һуңғы ваҡыттарҙа төпсөк улы Ғәленең дә күңеле ауылға тарта башланы. Ҡатынын шаҡтай өгөтләгәс, ниһәйәт, улар ҙа ҡайтып төпләнделәр. Ҡалала мәшәҡәт ныҡ күп булмағанға, баштараҡ картуф ултыртыу, алыу кеүек эштәр ауыр тойолдо. Уларын икәүләп нисек тә еңделәр кеүек, тик бына үҙҙәре генә йырып сыға алмаҫлыҡ оло эш тә бар бит әле. Өй күтәрергә кәрәк. Шабашниктар яллаһаң, тиҙ ҙә, уңайлы ла, тик улар аҡсаһын да һыҙырып аласаҡтар.
Аҡсаға һараныраҡ Ғәле йортто өмә яһап күтәрмәксе булды. Бүрәнәләрен көҙҙән үк алып ҡайтып ҡуйҙы. Атаһынан әллә ни файҙа булмаҫ, көсө йәш саҡтағы кеүек түгел бит инде уның. Ғәле шунда туғандарын иҫенә төшөрҙө. Хәнифтең ике улы ла, ҡыҙы менән кейәүе лә ауылда йәшәйҙәр бит.
Булаттан күпкә ҡайтыш йәшәһә лә, Хәниф балаларын уҡытып кеше итеү өсөн бар көсөн һалды. Рәмил юғары уҡыу йортон тамамланы, ауылда дәрәжәле кеше. Икенсе малайы Ринат, ер алып, мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Рәмилә--уҡытыусы. Ә Булаттыҡылар уҡырға теләмәнеләр. Уның ҡарауы, ҡайҙа әҙ эшләп, аҡса умырып була, шундай ерҙәрҙе ҡарап ҡына йөрөнөләр.
Ғәле Рәмилдең өйҙә сағына тура килде. Әсәләре Сания апай ҙа уларҙа икән. Ғәле баҙап ҡалды. Ата-әсәләренең дошманлашыу сигенә етеп йәшәүҙәрен иҫенә төшөрҙө. Хәл-әхүәл һорашҡас, йомошон әйтте. Рәмил түр яҡҡа инеп киткән әсәһенә ҡысҡырҙы:
-Әсәй, Ғәле ағай беҙҙе нигеҙҙәрен күтәрешергә саҡыра. Барайыҡмы?
Сания апай башта өндәшмәне. Уның күңелендә үткәндәр яңырҙы. Ныҡ итеп: "Юҡ,"--тип әйткеһе килде. "Ҡайтҡандарына ҡасан, килеп хәлде лә белгәндәре юҡ. Ә хәҙер Хәниф малайҙары кәрәк булған. Аҡсаны йәлләмәһәң, әллә кемдәр килеп, өйөн күтәреп китә. Ә былар...Һаранлыҡтың аръяғына сыҡҡандар. Ярар, барһын улы, ярҙамлашһын. Хәнифтекеләр асыу һаҡламай", --тип уйланып алды ул. Шунан:
-Улым, саҡырып килгән бит туғаның. Шәмбегә эшең күп булмаһа, бар,--тине.
Яйы тура килгән һайын туғандарының "насарлығынан" зарланған Ғәле, Сания апаһын ҡосаҡлап алып, рәхмәт әйткеһе килде. Тик, эйе, шәмбегә тигәйнем. Шәмбегә, килә алһаң, тине, Рәмилгә ҡарап.
Өмә яһалды, өй күтәрелде. Бер көн Сания эт өргән тауышҡа тәҙрәгә ҡараһа, ҡапҡанан Булат менән ҡатыны инеп киләләр. Нәйләнең ҡулында ашъяулыҡҡа төрөлгән нимәлер бар. Бәлеш булырға тейеш. Ул уны бик оҫта бешерә.
Г.

Автор:Альфия Байзигитова
Читайте нас: