Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор

Эйәрмәҫ тә инем!

Бер йылға яҡын йөрөгән егетем менән ике ай элек ташлаштыҡ. Дөрөҫөрәге, ул үҙе икенсе ҡыҙға китте. Әлбиттә, ҡыйын булды, әммә күндем. Тик ошо егеттең ҡылыҡтарын аңлап бөтә алмайым. Урамда мине осратһа, минең машина артынан ҡыуа башлай. Ғәҙәттә, эргәһендә хәҙерге йөрөгән ҡыҙы ултыра. Мин йортом эргәһенә килеп туҡтаһам, боролоп китәләр. Әгәр инде Баймаҡ буйлап башҡа ерҙәргә барһам, артымдан эйәреп тик йөрөй. Берсә машинамды уҙып китә, берсә төкөй яҙып килә. Хәҙер иҫләп ҡуям: мине лә миңә тиклем йөрөп ташлашҡан ҡыҙына күрһәтеп маташа торғайны. Был нимә – шундай ауырыумы? Ә ул ҡыҙ нимә уйлай икән?. Миңә, мәҫәлән, егетемдең элекке һөйгәне артынан ҡала буйлап эйәреп йөрөүе уңайһыҙ булыр ине. Улайтып уның ыңғайына эйәреп тә йөрөмәҫ инем!

Эйәрмәҫ тә инем!Эйәрмәҫ тә инем!
Эйәрмәҫ тә инем!

Эйәреп йөрөй

Р.

һүрәт интернеттан

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас