Һаҡмар
+28 °С
Облачно
Антитеррор

Язаһын да алалар...

Мин “Магнит” магазинында иҙән йыуыусы булып эшләйем. Хаҡлы ялда булһам да, өйҙә ултырғым килмәй, балаларыма ла ярҙам иткем килә. Ошо эшләү дәүерендә кешеләрҙе ике төркөмгә бүлеп ҡарай башланым...

Язаһын да алалар...Язаһын да алалар...
Язаһын да алалар...

Мин “Магнит” магазинында иҙән йыуыусы булып эшләйем. Хаҡлы ялда булһам да, өйҙә ултырғым килмәй, балаларыма ла ярҙам иткем килә. Ошо эшләү дәүерендә кешеләрҙе ике төркөмгә бүлеп ҡарай башланым. Беренселәре – иҙән йыуып йөрөгәнемде күрәләр ҙә, аяҡтарын һөртөп, аяҡ остарында ғына атлап үтергә тырыша. Икенселәре - өҫтөмә менә яҙып, бысраҡ ҡаталары менән иҙәндең уртаһына шапылдата баҫып атлап үтә. Етмәһә, миңә һауалы, мыҫҡыллы ҡараш та ташлап алалар. Ғәҙәттә, бына шул икенсе төркөм кешеләре йә тайып йығыла, йә ҡолай яҙып саҡ тороп ҡала. Яуызлыҡ барыбер язаһын ала, тигәне шулды. Юҡ, үсәмәйем. Һәр кем намыҫына ҡарап йәшәй.

А.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас