Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор

Сәскә лә юҡ, туңдырма ла...

Бер егет артымдан күптән йөрөй. Яратам тей. Ул да миңә оҡшай ине, әммә әсәйемдең һүҙҙәренән һуң уйлана башланым...

Сәскә лә юҡ, туңдырма ла...Сәскә лә юҡ, туңдырма ла...
Сәскә лә юҡ, туңдырма ла...

Миңә 22 йәш. Бер егет артымдан күптән йөрөй. Яратам тей. Ул да миңә оҡшай ине, әммә әсәйемдең һүҙҙәренән һуң уйлана башланым. Эш шунда: был егет ике йыл яратам тип йөрөһә лә, миңә бер бөртөк сәскә лә бүләк иткәне юҡ. Башҡа бер ниндәй бүләк тә биргәне юҡ. 8 март, тыуған көнөм булһа, телефон аша ғына төрлө-төрлө смстар ебәрә лә, ә былай бер нәмә бүләк итмәй. Мин нисектер иғтибар ҙа итмәй инем. Әммә әсәйем: “Күпме йөрөй тейһең яратам тип, ә бер бөртөк сәскә тотоп ҡайтҡаның юҡ. Әллә минән уңайһыҙланаһыңмы бүләктәрен алып ҡайтырға?”-тип һораны.

Ул бүләк нимәгә ул миңә?” -тигәнгә, әсәй: “Был уның һаранлығын күрһәтә. Ә кейәүгә сығып йәшәй башлаһаң, һиндә бөтөнләй экономиялаясаҡ” тине.

Уйлай башланым. Ул-был кафеларға ҡыҙҙар менән йөрөйөм. Уға шунда йыйынғанды әйтһәм, “ярай, мин һине ҡаршы алырмын” ти. Икәүләп осрашҡанда күберәк урам буйлап йөрөйбөҙ, паркка төшөп, эскәмйәлә ултырабыҙ. Бер туңдырма ла алып биргәне юҡ шул. Егет эшләй, тимәк, аҡсаһы бар бит. Ә иң ҡыйыны – бөтәһе лә мин уның йөрөгән ҡыҙы тип уйлай һәм миңә яҡынламайҙар.

Бер дуҫының тыуған көнөнә инеп сығырға тәҡдим итте. Мин “улай бүләкһеҙ бара алмайым” тигәйнем, “әйҙә магазинға туҡтайым, берәй нәмә ал”тине. Инеп бүләк алып сыҡтым. Был бүләкте ул беҙҙең икебеҙҙең исемдән тапшырҙы. Һуңынан аҡсаны миңә ҡайтарыу тураһында уйлар тип уйлағайным, хәтеренә лә төшөрмәй. Төҫ-ҡиәфәте менән ныҡ оҡшай ул миңә. Ә бына ошо һаранлығы ҡурҡыта башланы. Бәлки, уны ташлап, икенсе егет эҙләргәлер?

Л.

Һүрәт интернеттан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас