Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор

Бер кем дә фәрештә түгел...

Тормошта төрлө хәлдәр була. Бер кем дә фәрештә түгел... Ул ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ ғүмерендә бер гонаһ та ҡылмаған кеше генә ниҙер әйтә алалыр? Бармы шундайҙар?..

Бер кем дә фәрештә түгел...Бер кем дә фәрештә түгел...
Бер кем дә фәрештә түгел...

Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары һуғышҡан!”-тигән хәбәр бар мирға таралды. Мин уларҙы яҡлашмайым, шулай ҙа күптәрҙең шул тиклем дә алама күңелле булыуына аптыранам.

Шул ҡыҙҙар араһында минең әхирәтем бар. Бик яҡшы, уңған йәш ҡатын ул. Ире һәм балаһы бар, яҡшы урында эшләй. Ул мәжлескә ул осраҡлы барып эләккән. Ә хәҙер уның бар тормошо емерелде. Сөнки ул видеола артыҡ күренмәһә лә, кемдер таный һалып, шул видеонан уның фотоһын эшләп иренә ебәргән. Видеоны ла ҡуша һалған.

Бына шул кешенән мин һорағым килә: рәхәт булып ҡалдымы? Ҡысынған ерҙәрең ҡысынмай башланымы? Матур ғаилә юҡҡа сыҡты. Мин әхирәтемде аҡламайым. Но в жизни разные обстоятельства бывают! Ул унда вообще случайно барып эләккән! Нимәгә кейәүҙәге ҡатын кеше менән улайтып булышырға?

Шул видеоны төшөрөп торған ирҙәрҙе әйтер инем. Ярай, төшөрҙөгөҙ ҙә ти, ниңә уны интернетҡа һалырға?! Ҡатындарҙан бигерәк, һеҙгә оят! Төрлөһөн төрлө яҡҡа шарылдатып айырып ташлар урынға, ҡулығыҙға бутылка тотоп, мыҫҡыл итеп, видеоға төшөрөп тораһығыҙ.

Тормошта төрлө хәлдәр була. Бер кем дә фәрештә түгел... Ул ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ ғүмерендә бер гонаһ та ҡылмаған кеше генә ниҙер әйтә алалыр? Бармы шундайҙар?

Карина.

Һүрәт - интернеттан. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас