

Себерҙән ҡайтып төштөм. Көтмәгәндә. Перевахтовка менән шулай килеп сыҡты. Кәләшкә сюрприз эшләйем тип, бүләктәр алып, килеп индем. Ишек алдында йәш ир йөрөй. Кәләш китте ағарынып-күгәренеп. Мин бер нәмә аңламайым. Мин вахтала йәшәгәндә ошо егет менән йәшәгән икән. Апайым килеп етте. Күпме иҫкәрттем һине тип. Нимә тип ул оло бисәгә өйләндең тип.
Эйе, кәләш минән өлкән. Ике бала менән алдым. Сөнки яраттым. Ә был егет уның әхирәтенең улы! Егерме йәшкә кесе. Балалар миңә атай тей, мин дә уларға эҫенгәнмен. Апай айыр тей. Мин йәлләйем. Сөнки кәләш общежитиела йәшәй ине. Мин уны ауылға алып ҡайттым йортома. Хәҙер балаларҙы эйәртеп тағы урамда тороп ҡаласаҡмы?
Башҡа хыянат итмәйем тип тубыҡланып иланы кәләш.. Йәлләйем уны, яратам да. Әммә нишләргә белмәйем.
Т.