Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор

Яуыз ҡәйнә

Бер нисә көндән һуң килендәшем килде. Уның нимәгә килгәнен шунда уҡ аңланым, әммә белгертмәнем. Сәй эсергә ултырҙыҡ. Ҡәйнәм килен аша уны килеп алһындар тип әйтеп ебәргән икән. Эйе шул, шулай булмай ҙа. Күпме түҙҙем, хәҙер бирешеп тормайым инде. "Үҙе китте, үҙе ҡайтһын, уны берәү ҙә ҡыуып сығарманы. Ул ҡунаҡ түгел, был уның өйө"--тинем киленгә. Бер көндән һуң ҡәйнәм ҡайтты. Һыйыры менән. Ирем эштә ине. Мин бер нәмә лә өндәшмәнем дә, һорашманым да. Бер нимә лә булмаған кеүек йөрөйөм. Ашарға бешерҙем, сәйнүк ҡуйҙым. Шунан барыбыҙ ҙа ашарға ултырҙыҡ. Ҡәйнәмдең үҙгәргәне, өйөн һағынғаны күҙҙәренән күренеп тора. Был бит уның өйө, ҡайным менән ғүмер буйы йыйған мөлкәте. Нимәлер әйтергә теләгәнен дә аңлап торам. Үҙенең ғәйебен танырға теләй ҙә, тик минең алда бәҫен төшөрмәй генә нисек әйтергә белмәй.

Яуыз ҡәйнәЯуыз ҡәйнә
Яуыз ҡәйнә

Иреккә кейәүгә сыҡҡан саҡта уҡ уның ата-әсәһе менән бергә йәшәйәсәгебеҙҙе белдем. Сөнки минең ирем ғаиләлә иң кесеһе. Ағаһы менән апаһы үҙ тормоштарын ҡороп, ғаиләләре менән ҡалала йәшәйҙәр ине. Ә беҙ ауылда иремдең ата-әсәһе менән йәшәргә тейеш булдыҡ. Әлбиттә, хәҙер ундай ҡаты талаптар юҡ һәм кесе малайҙар ҙа айырым йәшәйҙәр бит. Уларҙың ҡатындары бер көн дә ҡәйнә менән йәшәгеләре килмәй. Әммә беҙ йәш саҡта ундай хәл башҡа ла инмәй торғайны. Әгәр ғаиләләге кесе улына сыҡҡанһың икән, ҡарттарҙы ҡарау, хужалыҡты алып барыу килен иңенә төшә. Йорт--кесе малайҙыҡы.
Мин бала саҡтан: "Ҡарт ҡыҙ булып ултырып ҡалһам ҡалам, әммә ғаиләләге иң кесе малайға сыҡмайым, ҡәйнә менән йәшәмәйем,"-- тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем. Сөнки ҡәйнә менән йәшәүҙең нисек ауыр икәнен күреп үҫтем. Минең атайым да ғаиләлә иң бәләкәйе ине. Беҙ өләсәй менән үҫтек. Өләсәйем беҙҙе, ейәнсәрҙәрен, яратһа ла, әсәйемә ҡаты булды. Ул әсәйем тураһында насар һүҙҙәрҙе миңә лә еткерә торғайны. "Мәүеш, бер нәмә лә эшләй белмәй,"--тип мыжыны һәр ваҡыт. Мин ишетмәгән әллә ниндәй шелтә һүҙҙәр ҙә булғандыр әле. Атайым да әсәйемде яҡламаны. Өйҙә өләсәйем хужа булды. Беҙҙең өсөн дә ул иң абруйлы булды. Ашарға әсәйем бешерҙе, әммә өлсәйемдең ризалығынан тыш өҫтәл артына ултырманыҡ. Өләсәйем ашты тәмләп ҡарамайынса, беҙ ҡалаҡ та тотманыҡ. Бәлки, заманына күрә, был дөрөҫ тә булғандыр. Ярлы йәшәнек, балалар күп, ошолай ҡаты контроль кәрәк тә булғандыр инде.
Минең ҡәйнәм, шул замандағы башҡа ҡатындар кеүек үк, талапсан, уҫал, ауылда насар холҡо менән дан алған ҡатын ине. Ул алдына алғанын эшләмәйсә ҡуймаған, бирешмәгән кеше булды. Әммә, ваҡыт үткән һайын, үҙ балаларымды үҫтереп, мин уны аңлай башланым. Өйҙә өс бала, уларҙы ашатырға, кейендерергә, дөрөҫ тәрбиә бирергә кәрәк. Ныҡ булмайынса булмай шул.
"Һине лә минеке кеүек ауыр тормош көтә, тип иланы әсәйем мине оҙатҡанда. Һиңә лә ҡәйнә менән йәшәргә тура киләсәк. Иреңә әйт, һине яҡлаһын,"--тип кәңәштәрен биреп оҙатты. Йәш булғанғалыр инде, әсәйемдең был һүҙҙәренә көлөп кенә ҡараным, бер нәмәнән дә ҡурҡманым. Бер яҡтан әсәйем кәңәштәрен бирһә, икенсе яҡтан өләсәйем буласаҡ ғаилә тормошона әҙерләне. Үҙе көтөп үҫтергән ейәнсәренән айырылыу уға ла ауыр булғандыр. Өләсәйемдең кәңәштәрен ғүмер буйына онотмай, кәрәк саҡта файҙаландым. "Асыҡ ауыҙ булма, яуызлыҡты тик яуызлыҡ менән генә еңеп була,"--тип өйрәтте өләсәйем.
Ҡәйнәм мине ҡолас йәйеп ҡаршыланы тип әйтә алмайым. Ул бик ҡаты, уҫал кеше ине. Уларҙың тупһаһын атлап үтеп тә өлгөрмәнем, ултырырға ваҡыт юҡ, тиреҫ таҙаларға кәрәк, тип мине һарайға алып сығып китте. Бына шулай башланды минең ғаилә тормошом.
Ҡәйнәм яуызлығы буйынса минең өләсәйемдән дә үткәреп ебәрҙе. Беҙҙең ғаиләлә бөтә нәмә асыҡ, аңлайышлы булды. Әлбиттә, аҙыҡ-түлекте һаҡлап тоторға кәрәк ине, әммә ул әсәйем белгән ерҙә булды. Ә бында бөтә нәмә йоҙаҡлы. Соланда келәт бар ине, унда кәштәләрҙә аҙыҡ-түлек һаҡлана. Был бүлмә һәр саҡ йоҙаҡлы, ә асҡысы тик ҡәйнәмдә генә. Асҡыстарҙан хатта йоҡлағанда ла айырылманы: йә муйынында, йә кеҫәһендә булды. Ашарға бешерергә кәрәк, ә аҙыҡ-түлек юҡ. Ҡәйнәм асҡыс бирмәй. Ашарға кәрәк бит инде--көн һайын картуф бешереп кенә булмай, уны ла һаҡларға кәрәк. Шулай итеп ныҡ ыҙалай торғайным. Һарайҙа мал аҙығы һалынған амбар бар, уныһы ла бикле, ә асҡыс ҡәйнә кеҫәһендә. Бесән һалынған һарай ишеге генә асыҡ, ләкин унда ла ҡәйнәм мин бесән һалғанды ҡарап, тикшереп тора. Мин иремә зарланманым, түҙҙем. Һаман ҡәйнәмде аңларға тырыштым, бәлки шулай кәрәктер ҙә тип уйланым.
Тормош шулай дауам итте. Бер-бер артлы балалар тыуҙы. Картуфты ла күберәк ултырта башланыҡ, миңә лә хужалыҡта эш күбәйҙе. Нисәмә йылдар бергә йәшәйбеҙ, ә асҡыстар һаман ҡәйнәмдә. Ул нимә сығарып бирә, шуны бешерәм, һорамайым, барыбер өйҙә ул хужа. Ҡәйнәм менән ирешеп-талашып ултырманым, өндәшмәй түҙҙем. Тик өләсәйемдең "Яуызлыҡты яуызлыҡ менән генә еңеп була" тип әйткәне йышыраҡ иҫкә төшә башланы. Күпме былай түҙеп, кәмһетелеп йәшәргә була?
Ул йылда көҙ ҡоро, ҡояшлы булды. Ҡәйнәмә, картуфты алайыҡ, тип әллә нисә тапҡыр әйттем. Иртә әле, берәй аҙнанан һуң алырбыҙ, тип ҡаршы төштө һәр ваҡыт. Әйткәнде яртамай, шулай ҡаршылаша һәр саҡ, уның көйөнә генә бейергә кәрәк бит. Ә мин картуфты алып ҡуяйыҡ тип тырышам. Ләкин ҡәйнәмде еңеп буламы. Ике көндән ҡойма ямғырҙар башланды. Картуфты ямғырҙа, бысраҡта алырға тура килде. Өс көн буйы ыҙаланыҡ. Өйҙә бәләкәй балалар илай. Шул саҡ түҙмәнем, ҡәйнәмә уның тураһында нимә уйлайым, барыһын дә әйттем. Нишләп мине тыңламаның, тип һорауыма ул, һаман үҙ һүҙен бирмәй, ҡыш ашауы тәмлерәк булыр, ҡасандан алып һинең тауышың сыға башланы әле, тип яуапланы. Ныҡ асыуландым. "Хужалыҡты алып бара алмайһың икән, миңә тапшыр, етер һиңә бойороу,"--тинем. Ҡәйнәмә был етә ҡалды. Ул минән бындай һүҙҙәрҙе көтмәгән, ахыры, өйгә лә инмәйенсә, һарайҙан һыйырҙы алып, сығып китте. Мин уның ҡайҙа барырын белдем. Ауылда ғаиләһе менән ҡәйнешем йәшәй, шуларға китте. Уны туҡтатырға ла уйламаным, китһен әйҙә. Ирем эштән ҡайтҡас, булды, етер, түҙҙем, тинем. Ирем мине аңлай ҙа ул, тик әсәһенә ҡаршы әйтә, мине яҡлай алмай. Шулай ҙа кис еткәс борсола башланым, ҡайтырмы ҡәйнәм, юҡмы. Ҡайтмаһа, барып алып ҡайтайыммы икән. Мин уны ҡыуып сығарманым бит, үҙе китте, тип тынысландырҙым үҙемде. Кәрәк булһа, ҡайтыр.
Ҡәйнәм ике аҙна үткәс тә ҡайтмағас, күрше ауылдан ике кәзә һатып алдыҡ. Һыйырға аҡса етмәне. Ҡәйнәм бит һыйырҙы алып киткәндә белде балаларға һөтһөҙ ҡыйын булыуын. Килеп алырҙар балалар илаһа, тип уйлағандыр. Ысынлап та, өс бала, һөтһөҙ булмай. Әммә мин дә бирешергә уйламаным, шуға ла кәзәләр һатып алдыҡ. Кәзә һөтө балаларға оҡшаны, ул ҡуйыраҡ һәм файҙалыраҡ. Бына шулай итеп һөт мәсьәләһе лә хәл ителде. Картуф күп, һөт бар. Ҡасан теләйем, күпме теләйем, бешерәм, берәү ҙә ҡыҫылмай.
Бер нисә көндән һуң килендәшем килде. Уның нимәгә килгәнен шунда уҡ аңланым, әммә белгертмәнем. Сәй эсергә ултырҙыҡ. Ҡәйнәм килен аша уны килеп алһындар тип әйтеп ебәргән икән. Эйе шул, шулай булмай ҙа. Күпме түҙҙем, хәҙер бирешеп тормайым инде. "Үҙе китте, үҙе ҡайтһын, уны берәү ҙә ҡыуып сығарманы. Ул ҡунаҡ түгел, был уның өйө"--тинем киленгә.
Бер көндән һуң ҡәйнәм ҡайтты. Һыйыры менән. Ирем эштә ине. Мин бер нәмә лә өндәшмәнем дә, һорашманым да. Бер нимә лә булмаған кеүек йөрөйөм. Ашарға бешерҙем, сәйнүк ҡуйҙым. Шунан барыбыҙ ҙа ашарға ултырҙыҡ. Ҡәйнәмдең үҙгәргәне, өйөн һағынғаны күҙҙәренән күренеп тора. Был бит уның өйө, ҡайным менән ғүмер буйы йыйған мөлкәте. Нимәлер әйтергә теләгәнен дә аңлап торам. Үҙенең ғәйебен танырға теләй ҙә, тик минең алда бәҫен төшөрмәй генә нисек әйтергә белмәй.
Ҡәйнәм һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙманы, минең эргәмә килеп, асҡыстарҙы бирҙе лә, ҡайһыныһы ҡайһы йоҙаҡтыҡы икәнен аңлата башланы. "Хужалыҡты һиңә тапшырам, хәҙер бында һин хужабикә. Матур йәшәгеҙ,"--тине. Ул асҡыстар менән мин оҙаҡ файҙаланманым. Тиҙҙән келәт ишектәрен бикләмәй башланым. Кемдән йәшерергә? Ниндә мәғәнәһе бар бының? Шулай ҙа хужалыҡты яҡшы алып барҙым. Беҙ һәр ваҡыт һәйбәт йәшәнек. Картуфты ҡасан алыуҙы ла хәҙер мин хәл итә инем. Ҡәйнәм менән башҡаса һүҙләшмәнек, бергә 34 йыл йәшәнек.
Мин хәҙер үҙем өләсәй. Ҡыҙым ҡәйнәләрендә тик ҡунаҡта ғына була, айырым йәшәйҙәр. Шулай ҙә, ул кейәүгә сыҡҡанда мин өләсәйемдең һүҙҙәрен уға ҡабатланым: " Асыҡ ауыҙ булма. Яуызлыҡты тик яуызлыҡ менән генә еңергә була".
Әлфиә Байегетова.

Автор:Альфия Байзигитова
Читайте нас