Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор

Елкәһенә ултырғанмын икән...

Әсәһе: “Мин күптән һиңә матур тормош ҡына кәрәк икәнен һиҙеп торам! Улымдың елкәһенә ултырырға йөрөйһөңмө?! Ултырып алғанһың инде! Ә һин бит уның ҡатыны ла түгел әле!”-тип ҡысҡыра башланы.

Елкәһенә ултырғанмын икән...Елкәһенә ултырғанмын икән...
Елкәһенә ултырғанмын икән...

Беҙ егетем менән 3 йыл осрашҡандан һуң, өйләнешергә булдыҡ. Атай-әсәйҙәребеҙ был ваҡиғаны күптән көтә ине. Тик бергә йыйылып туй тураһында һөйләшкәндә, мин бер ниндәй ҙә мәжлес булмаясағын әйттем. Өлкәндәр аптырап ҡалды. Мин: “Беҙҙең йыйып барған аҡсабыҙ бар. Һеҙ туй мәжлесенә тип уйлаған аҡсағыҙҙы ҡушһағыҙ, беҙ сит илгә ял итергә китәбеҙ”,-тинем.

Нимә башланды! Буласаҡ ҡайны-ҡәйнәм миңә нимә тип әйтеп бөтмәне! Туй үткәрмәй беҙ уларҙы оятҡа ҡалдырасаҡбыҙ икән. Әсәһе: “Мин күптән һиңә матур тормош ҡына кәрәк икәнен һиҙеп торам!. Улымдың елкәһенә ултырырға йөрөйһөңмө. Ултырып алғанһың инде! Ә һин бит уның ҡатыны ла түгел әле!”-тимәһенме.

Ә мин студент саҡта уҡ эш..ләп, үҙемде үҙем ҡарап йәшәйем. Ҡыҫҡаһы, барыбыҙ ҙа үҙ-ара талашып бөттөк. Хәҙер егетем менән шулай тип хәл иттек: өндәшмәй генә ЗАГС-ҡа барып яҙылышабыҙ ҙа, ял итергә китәбеҙ ҙә барабыҙ. Ҡәйнәләр үҙҙәре бында туй үткәрһендәр, ҡунаҡ саҡырһындар, һыйлаһындар әйҙә. Киләсәктә өйҙәренә аяғымды ла баҫмаясаҡмын! Һөйгәнем дә минең менән риза.

Л.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас