Беҙҙең - үҙ яҙмыш...

Ә ни өсөн түҙә икән ул? Һәр байрамда, балалары менән, яңғыҙы тороп ҡалһа ла, түҙә. Икебеҙгә бер ир булыуы яҙмыш ҡушыуылыр инде...

Беҙҙең - үҙ яҙмыш...Беҙҙең - үҙ яҙмыш...
Беҙҙең - үҙ яҙмыш...

Яратҡан кешем менән мөхәббәтебеҙҙең юбилейын үткәрҙек. Ун биш йыл! Ҡайһы бер законлы никахтар улай сыҙамайҙыр. Тик мин уның һөйәркәһе генә шул. Хотя любовница һүҙе любовь йәғни мөхәббәтте аңлата. Һөйәркә лә һөйөү һүҙенән. 

Беҙ танышҡанда ул өйләнгән ине. Быны белә инем. Бер-ике ай йөрөрмөн дә ташлармын тип уйлағайным. Юҡ бына шулай йылдар үткән. Мин уны ташлайым тигән һайын ялбарҙы, аҡсаға, бүләккә күмде. Нисәмә аборт эшләттем. Мин айырылышҡас бала табырбыҙ тип вәғәҙәләне. Әммә минең ул тиклем бала тапҡым да килмәй. Үҙең өсөн генә йәшәү күпкә рәхәт. Һәр капризымды үтәгән ир булыуы рәхәт бит. Матурлыҡ салондарына ла ҙур ҡалаларға  ғына йөрөйөм. Барыһы ла бар. Үҙемдән 8 йәшкә кесе ир менән дә ипләп кенә осрашып өлгөрәм. 

Миңә шул ҡыҙыҡ - ә ниңә ҡатыны түҙә икән ул? Белә бит минең барлыҡты, ә түҙә. Яңы йыл, 8 март байрамдарын ирһеҙ, балалары менән ҡаршылаһа ла түҙә. Совсем гордость юҡ. Иренең аҡсаһы күп, ә йыл һайын бер үк пальто, курткала йөрөй. Өлкән күренә күпкә үҙ йәшенән. Йәлләп китәм хатта. Икебеҙгә бер ир булыуы яҙмыш ҡушыуылыр инде. Ҡалайтаң...

Лена. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас