Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Шул да булдымы "мөхәббәт"?!

Уйламағанда күрщебеҙ үлеп китте ковидтан. Әхирәтем генә түгел, беҙ ҙә ныҡ ҡайғырҙыҡ. Уның яңғыҙын ҡалдырмай бергә алып йөрөнөк. Ҡунаҡҡа ла, башҡа ергә лә. Ирем бар ир эштәрен алып барҙы ул йорттоң...

Шул да булдымы "мөхәббәт"?!
Шул да булдымы "мөхәббәт"?!

Күңел түренән

Ирһеҙ ҡалғығыҙ килмәһә, ҡыҙҙар, бер ҡасан да подружкаларҙы яҡынайтмағыҙ!

Мин әлеге ваҡытта үлем менән йәшәү араһында ҡалдым тиергә була. Ирем менән 15 йыл йәшәнек. Күршеләр менән ныҡ яҡын дуҫ булдыҡ. Ирҙәр тышҡы эштәрҙе бергә эшләһә, беҙ өй йыуыу, мунса һылауҙа бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бер туғандай йәшәнек. Балаларыбыҙ бер мәлдә тыуҙы. Әхирәттең һөтө бөтөп киткәндә, мин имеҙә инем улын.

Уйламағанда күрщебеҙ үлеп китте ковидтан. Әхирәтем генә түгел, беҙ ҙә ныҡ ҡайғырҙыҡ. Уның яңғыҙын ҡалдырмай бергә алып йөрөнөк. Ҡунаҡҡа ла, башҡа ергә лә. Ирем бар ир эштәрен алып барҙы ул йорттоң. Нимәһе боҙолһа ла, йүгерә һалып барып йүнәтте. Мин дә “беҙҙекен һуңынан эшләрһең, бар ярҙам ит, яңғыҙлығын тоймаһын” тип өгөтләп ебәрер инем. Ул хәлдәргә йыл ярым ваҡыт үтте. Бына хәҙер шул әхирәт минең иремде алып севергә сығып киттеләр.

Ирем “Ғәфү ит, унһыҙ йәшәй алмайым, яратам” тине. Ә әхирәт тигәнем “Ҡалайтаң, беҙгә мөхәббәт ҡырҡ йәшкә яҡынлағанда килде” тине. Уйнашлыҡ тимәй, мөхәббәт тип ауыҙ асып тора икеһе лә оялмай!. Сәсенә барып йәбешкәйнем, ирем туҡматтырманы. Бер-ике тибеп кенә өлгөрҙөм. Бына шул бисәнең ояты ҡайҙа?! Минең өсөн бар нәмә емерелде. Хәҙер балалар поступать итә торған йыл. Ә мин яңғыҙ! Бер эшкә ҡулым бармай. Ирем берәй икенсе бисәгә әүрәп сығып китһә лә, улай уҡ ҡыйын булмаҫ ине. Ә быны туғанымдан артыҡ күрҙем бит! Ҡороп ҡына китһендәр инде икеһе лә, йәлсемәһендәр мәңге!

Ниса.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: