

Тәслимә эш буйынса ҡаланың яңы районы йорттарында йөрөй ине. Ул бик шәп итеп һалынған өйҙөң ҡапҡаһын асып, ҡыңғырауға баҫты. Ишек алдынан, баҡсаларҙан уҡ йорт-ерҙең барлыҡ менән төҙөлгән икәне күренеп тора. Ишек асыҡ булып сыҡты. Тәслимә эскә үтте. Ҡулына ниндәйҙер ҡағыҙҙар тотҡан ят ҡатын килеп ингәс, карауатта ятҡан ябыҡ кәүҙә ҡалҡынып ҡуйғандай итте. Тәслимә, таныш йөҙ күреп, үҙ күҙҙәренә ышанмай, аптырап ҡалды. Ауырыу ҡатын да таныны уны, күҙҙәре ҙур булып асылды. Әле ҡасан ғына ут сәсеп торған зәһәр күҙҙәр ныҡ үҙгәргән...
Тәслимә һүҙен башлай алмай торҙо. Бер мәлгә тынлыҡ урынлашты. Ҡатын күңеле менән үҙенең иң ауыр көндәренә ҡайтты. Бына ул ҡара төндәрҙә ирен эҙләп, илап урамда йөрөй. Осраған һәр шәүләнән таныш сифаттар эҙләп, Фәрит, тип ҡаршыһына бара, ул булмағас, кире борола. Унан буш өйгә ҡайтып, һаташыулы йоҡоға тала. Ул саҡта уның бала табыр ваҡыты етеп килә ине инде. Карауатта ятыусы иһә үҙен донъя кендеге итеп хис иткән йылдарҙы уйланы. Был йәш ҡатынды ғына түгел, күптәрҙе рәнйеткән саҡтарын күҙ алдына килтерҙе. Ниндәйҙер үкенеү хистәре аша, умырып аҡса эшләп, бер башына ошо ҙур йортто төҙөткән йылдарын барлап алды. Йә инде, үҙенең бындай көнгә ҡалыуы тураһында быға тиклем уйлағаны ла булмаған бит. Бына ошо ваҡытта ғына уның күңелен был көндәрҙең сәбәпсеһе үҙе, бары тик үҙе генә булыуын аңлау хисе яндырып үтте.
Эйе, ул саҡта Мәҙинәгә аҡса ағып инде. Эш урыны--ҙур ғына ойошма, ул--баш бухгалтер. Етәксе урындарҙа эшләүселәр акциялар менән уйнаған осорҙа Мәҙинә лә үҙен кәм-хур итмәне. Баш ҡаланан фатир ҙа алды, ошо йортто ла эшләтеп бөттө. Ҡул аҫтында эшләүселәрҙе ус төбөндә бейетте. Янына яҡын да килерлек түгел ине. Үҙенән дәрәжә буйынса түбәнерәктәрҙе кешегә лә һанаманы. Әммә был ғәмһеҙ, аҡсаға ҡойоноп йәшәгән ғаиләгә ҡайғы килде. Мәҙинә берҙән-бер улын юғалтты. Иркендә үҫкән малай наркоманға әйләнде. Вадим өйләнеп тә ҡарағайны. Кәләше Римма--яҡшы ғаиләнән, ипле ҡыҙ булды. Тик Мәҙинә уны килгән көндән яратманы. Ҡатын, түҙә алмайынса, ауырлы килеш айырылып китте. Хәҙер малай үҫтерә килене. Мәҙинәнең аяҡта йөрөгән сағында уны бер ҙә күргәне булманы. Ғүмер буйы шулай бай булырмын, аҡса булғанда, барыһын да хәл итеп була, тигән уй менән йәшәне ул.
Донъя һин тигәнсә генә бармай икән. Боҙлауыҡ көндәрҙең береһендә тайып, бот төбөнән аяғын һындарҙы Мәҙинә. Пенсияға сыҡһа ла, киткеһе килмәй, эшләп йөрөй инә әле. Дауаханаға инеп ятырға тура килде. Сир тейһә, аҡса менән генә йүнәлеп булмай икән шул. Тейешле көндәрен ятҡырҙылар ҙа, сығарҙылар. Шулай итеп, машина менән выж-выж ҡапҡа төбөнә ҡайтып туҡтауҙар, күршеләргә сәләм дә бирмәйенсә инеп китеүҙәр бөттө. Туғандары бер-ике аҙна буйына килеп хәл белеп йөрөнөләр йөрөүен. Тик улар эштә. Мәҙинәне ҡарарға сит кеше ялланылар.
Ҡолаған ере зәхмәтле булдымы, ҡатын аяғына баҫа алманы. Эйе, яҙмыш уҫал ул, баш эйергә теләмәһәң, башыңды эйҙерә. Бына хәҙер кеше ҡулына ҡарап ята инде. Эшләп йөрөгән сағы булһа, был ҡараусы ҡатынды өйөнә индереү түгел, ҡапҡа төбөнән дә үткәрмәҫ ине.
Тәслимә...Тормош аҙ һынамаһа ла, бәхетле саҡтары күп булды уның. Донъялары етеш атаһы менән әсәһенең ҡанаты аҫтында үҫте. Атаһы икенсегә малай көткәйне, ә донъяға малайҙарға ла биргеһеҙ ҡыҙ тыуҙы. Тәпәй баҫып киткән Тәслимә атаһы янынан китмәне. Уның һәр эшен ҡабатлап, булдырамы, булдырмаймы, килеп йәбешә ине. Иртәрәк үлеп китте шул атаһы. Тәслимәгә: "Ҡыҙым, һин тормоштоң тотҡаһы булып ҡалаһың,"--тип әйтеп китте. Тәслимә атаһының был һүҙҙәрен бер ҡасан да онотманы, үҙенең көслө булырға тейешлеген күңеленә һеңдереп үҫте.
Тәслимә Фәриткә биҡ яратып сыҡҡайны. Тәүге айҙарҙа матур йәшәнеләр. Ә бәпәй көтөп йөрөгән көндәрендә ул иренең ситтәр менән сыуалыуы тураһында ишетте. Фәрит тамам бәйҙән ысҡынды, ҡайһы бер көндәрҙә йоҡларға ла ҡайтмай башланы. Оҙон телдәрҙән иренең кем менән йөрөүен дә белде. Әҙәм көлкөһө, үҙенән 20 йәшкә өлкәнерәк Мәҙинә менән. Былар Өфөгә барып, ҡунаҡханаларҙа күңел асып ҡайталар икән.
Тәслимә аптыранды. Ул бит ире үҙен ярата тип уйлай ине. Ныҡ яңылышҡан икән. Нишләргә? Ҡайтып китергәме? Юҡ, сабыр булды ул. Баламды иҫән-һау табайым, унан һуң күҙ күрер, тип уйланы. Аҙғын ҡатын бер Фәриткә генә ҡарап ятмаҫ, йөрөр-йөрөр ҙә ташлар, башҡаны табыр, тип уйланы. Шулай ҙа түҙмәне, улы тыуғас, сабыр булырға, үҙен тоторға тырышып, Мәҙинә янына барып ҡайтты. Тегенеһе ағарынып-күгәренеп Тәслимәгә ҡысҡыра башлағайны, ҡатын тыңлап тормоны, көндәшенең йөҙөнә төкөрҙө лә, ишекте ҡаты ябып, сығып китте.
Фәрит кис эштән ҡайтҡас туламаҡсы булғайны ла, Тәслимә уға: "Сығып кит, кәрәгең юҡ,"--тип кенә ҡысҡырҙы. Етте, күпме былай мыҫҡыл ителеп йәшәргә мөмкин.
Яңғыҙына бала үҫтереүе еңел булманы. Етмәһә, Мәҙинә һүҙ ишеттереп йәненә тейҙе. Кеше алдында мыҫҡыл итте, тигән ялыуҙар менән судҡа ла барҙы. Ләкин Тәслимә юғалып ҡалманы. Ауыр хәлдән сығырға ярҙам итеүселәр ҙә табылды. Әсәләре лә ныҡ ярҙам итте. Ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамланы. Малайы үҫеп килгәндә, юлында икенсе берәү осраны. Әхәт менән бишенсе йыл йәшәйҙәр инде хәҙер, ҡыҙҙары бар. Тәслимә декретта оҙаҡ ултырманы, техник-инвентаризация бүлегенә һөнәре буйынса эшкә сыҡты. Ә Фәрит әллә кемдәр менән йәшәп ҡараны, хәҙер бер ауылда сираттағы ҡатыны менән йәшәп ята.
Мәҙинәне күргәс, Тәслимә күңеленән шуларҙы үткәрҙе. Эйе, бик бөтөрөнгән был, элекке тәкәббер, буйһындырыусан ҡатын тимәҫһең дә. Ҡараусыһы сығып киткән ине, күрәһең, өйҙә күҙгә салынманы. Ауырыу ҡатын, ҡул болғап, Тәслимәне эргәһенә саҡырҙы, ниҙәр кисергәне уның йөҙөнә сыҡҡайны. Былай ятыуы ошо ҡатынды рәнйетеүе арҡаһындалыр бәлки. "Кем менән тораһың? Балаларың бармы? Руслан үҫкәндер инде? Тәслимә, ғәфү ит мине. Һинең алдыңда бик ғәйеплемен мин. Кисерә алһаң, кисер,"--тине Мәҙинә, ҡалҡына төшөп. Тәслимә тәүҙә өндәшмәне. Бойороҡ биреп, кешеләргә өҫтән генә ҡарап йәшәгән ҡатынға был һүҙҙәрҙе әйтеүе бик ауыр булғандыр. Инде ғәфү һорағас, нимә тиһең? Тәслимә яуап урынына башын ғына һелкетте. Үҙенә лә нисектер еңел булып китте. Теге ваҡыттарҙы иҫкә төшөрһә лә, инде уның йөрәге улай уҡ һыҙламай. Үткән, бөткән.
Ҡағыҙ эштәрен бөтөрөп, сығып киткәндә, ул: "Мәҙинә апай, бөгөнгө тормошом һәйбәт, ирем, балаларым бар... Ә һин терел,"--тине.
Г.