+18 °С
Дождь


Мине ошондай һорау борсой. Балаға енси мөнәсәбәттәрҙе аңлатырға кәрәкме ул? Улыбыҙға 10 йәш. Мәктәпкә тиклем бәпәйҙәрҙе ҡайҙан алалар ул, ауырлы апаһын күреп ә бәпесе нисек сыға ул тип аптыратһа, хәҙер бер һүҙ өндәшмәй ҙә, һорамай ҙа.
Иремә әйтәм һөйләш әле тип. Ул һинең менән минән күберәк беләлер әле тип ҡул һелтәй. Миңә лә әсәйем бер нәмә һөйләмәне. Ҙурыраҡ ҡыҙҙарҙың теләһә нәмә һөйләгәненән вис белеп үҫтем.
Апайым 11 йәшлек ҡыҙының әхирәте менән 18+ фильмды ҡарап ултырғанын тотҡан. Ныҡ итеп әрләгән, ҡыҙына һуғып та ебәргән. Уныһы илап у нас в классе все этот фильм уже посмотрели! Почему мне нельзя! тип илай тей.
Шундай кино ҡарағансы ата-әсә берәй нәмә һөйләргә тейеш түгелме икән? Аптырандым.
Д.