Кемгәлер - байрам, кемгәлер ҡайғы...

Байрамдар күбәйгәндән кемгә рәхәт икән? Миңә улар хәсрәт булып килә...

Кемгәлер - байрам, кемгәлер ҡайғы...Кемгәлер - байрам, кемгәлер ҡайғы...
Кемгәлер - байрам, кемгәлер ҡайғы...

Ғаилә көнө бөгөн. Ошондай байрамдар күбәйеп тик бара бит. Көн дә нимәнелер байрам итәләр. 

Картуф ултыртып, баҡсаны тәртипкә килтерергә тип йөрөһәм, ир йүгереп килде янға. Әйҙә, һеңлекәштәр ҡунаҡҡа саҡыра. Бөгөн байрам бит! тип һөрән һала был. 

Ниндәй байрам? Эш ҡырылып ята, тейем. 

Үсегеп китте. Барыбер барасағын беләм бит инде. Мин бармаһам, ҡаңғырыҡ сығасаҡ. Һеңлеһе белә ағаһының холҡон,  юрамал саҡыра. Барҙыҡ. Картуфтары сәселгән, түтәлдәре әҙер, баҡсалары ялтырап ята. Ире шәп уның, эсмәй ҙә бөтөнләй. Минең ир барыу менән араҡыға сат йәбеште. Йүнләп өҫтәл артында ултырманы ла.  Һеңлеһенең донъяһы менән маҡтанғанын тыңлап-тыңланым да ҡайтып киттем. Иремде тейәп алып килеп, өйгә индереп һалды кейәүе. Уныһы өсөн рәхмәт. Хәҙер бына ҡурҡып ултырам, уянып ҡасан болара, эшенә бара аламы тип. Эшләнмәй ҡалған эштәр тураһында һүҙ ҙә юҡ. Кемгә байрам, кемгә ҡайғы... 

Т.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас