Һаҡмар
+30 °С
Облачно
Антитеррор

"Гармунсы"

Совет заманында миңә 24 йәш тулғас, әсәйем минең “ҡарт” ҡыҙ булыуыма борсола башланы. Ә мин был хаҡта уйламай ҙа инем, эшкә барам да ҡайтам, бер кем менән осрашмайым. Бер көн көн ҡайтһам әсәйемдең әхирәте улы менән килгән....

"Гармунсы""Гармунсы"
"Гармунсы"

Хәҙер ҡыҙҙар нисә йәштә кейәүгә сыҡһа ла, өндәшеүсе юҡ. Совет заманында миңә 24 йәш тулғас, әсәйем минең “ҡарт” ҡыҙ булыуыма борсола башланы. Ә мин был хаҡта уйламай ҙа инем, эшкә барам да ҡайтам, бер кем менән осрашмайым. Бер көн көн ҡайтһам әсәйемдең әхирәте улы менән килгән. Мине лә өҫтәл артына ултырттылар. Апаруҡ ҡыҙмаса булып алған “кейәү” янында ултырған гармунды алып һуҙып ебәрҙе. Шунда уның бөтөнләй уйнай белмәгәне асыҡланды. Мин бүлмәмә инеп киткәс, артымдан инде. Аңлайышһыҙ хәбәр һөйләп маташты ла, тағы гармунда “уйнаны”. Ҡот осҡос тауышҡа түҙмәй тегене ҡыуып сығарҙым. Әсәйҙең әхирәте үсегеп ҡайтып китте. Нисәмә йыл үтте, ә мин һаман да уйнай белмәгән гармунды ни өсөн ҡаланың икенсе осонан һөйрәп килтерҙе икән ул тип аптырайым.

Мәрйәм.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас