Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор

Эсмәйенсә бейегеҙ!

Был тамашаны артҡы юлдан килгән бер ир күргән. Сөнки хәҙерге шикелле тимерҙән бейек ҡоймалар булманы бит. Бөтә нәмә күҙ алдында ине. 2 бала атаһы булған Т. иҫе китеп һөйләй икән: “Әллә Зарифа еңгәй эсеп алған инде, тупһаһында бейеп йөрөй”...

Эсмәйенсә бейегеҙ!Эсмәйенсә бейегеҙ!
Эсмәйенсә бейегеҙ!

Байтаҡ йылдар элек радионан матур көй ишетеп, түҙмәй тупһала йөрөгән килеш, бейек үксәле туфли кейеп алып, тупылдата бейей башланым. Урам яҡтан ингән, 10-сы класты миҙалға тамамлаған ҡыҙым да миңә ҡушылды. Хәҙерге кеүек кеҫә телефонына төшөрөү мөмкинселеге булһа, шәп иҫтәлек булыр ине! Был тамашаны артҡы юлдан килгән бер ир күргән. Сөнки хәҙерге шикелле тимерҙән бейек ҡоймалар булманы бит. Бөтә нәмә күҙ алдында ине. 2 бала атаһы булған Т. иҫе китеп һөйләй икән: “Әллә Зарифа еңгәй эсеп алған инде, тупһаһында бейеп йөрөй”.

Эсеп кем бейемәй, айныҡ килеш бейеп ҡарағыҙ, тип әйтергә уйлап йөрөгәйнем, насип булманы. Күп тә үтмәй ул йәшләй генә үлеп китте. Миндә кеше ҡайғыһы түгел ине, ғаилә башлығыбыҙ 6 айға иректән мәхрүм ителгәйне. Ә теге егеттең эсеүе лә булды, ғаилә тормошо ла ауыр булғандыр, ата-әсәһе лә булмағас, мандый алманылар. Эсмәһә бирешмәҫ ине, шуны күп кеше аңламай бит. Ә мин ғүмеремдә эскәнем юҡ, ундайҙар менән аралашмайым да. Улар үҙҙәре кеүектәр менән ҡатнаша. Шул эскелек арҡаһында күпме ҡатын-ҡыҙ үлеп бөттө, балалар етем ҡалды. Үҫмер егеттең: “Әсәй, үҙем алып ҡайтам магазиндан, өйҙә генә эс, урамға сығып йөрөмә”,-тигән һүҙҙәре әле лә онотолмай. Ә әсә кеше күптән ҡара гүрҙә ята. Тыңламаны балаларын. Яҙмышы шулай булған инде, тип һылтанмайыҡ. Яҡындарығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Эсмәйенсә лә бейеүе бигерәк күңелле булыуын онотмағыҙ!

Зарифа С.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас