

Инде генә йоҡлап киткәйнем, ирем уята. “Нимә булды?”-тейем ризаһыҙ тауыш менән. “Һиңә йоҡларға ғына, мин бында үлергә йөрөйөм”,-ти. Аптырап, ырғып килеп торҙом. Шунда уҡ башыма: “Дауаханаға йөрөмәй бөтөнләй. Әллә етди ауырыуы бармы икән?”-тигән уй килде.
“Һин кис бешергән аш иҫкермәгән инеме? Үҙең уны ашаныңмы?”-тип һорай. Мин: “Беләһең дә инде мин алтынан һуң ашамайым. Ашты кис, һин эштән ҡайтыр алдынан ғына бешерҙем. Иртәнгелеккә лә етер”,-тинем аптырап. “Бына бит үҙең ашамағанһың! Ә мин шул ашты бер тәрилкә генә һалып ашағайным, ауырый башланым”,-ти миңә үпкәләп.
Йоҡо осто. “Башҡа бер нәмә лә ашаманыңмы?”-тип һораным. Ирем уйланып ултырҙы ла: “Һыуытҡыстағы помидор салатын ашаным, шунан балыҡ консерваһын, итте. Ҡыҙҙырылған картуфты ашап бөттөм. Сәй эскәндә шоколадлы зефирҙы ашап бөттөм...”
Иремдең компьютер алдында ултырып, бер сәғәт эсендә кухнялағы бар нәмәне ашап бөткәнен аңланым. Ул һүҙен дауам итеп: “Иң аҙаҡтан ашты ашаным, шунан һуң миңә ҡыйын булып китте. Тимәк, аш әсегән”,-тине. Мин уға йәнем көйөп ҡараным да: “Нисек шартламағанһың әле”,-тип карауатҡа барып ауҙым.
К.
һүрәт - интернеттан.