Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор

Ҡәҙерегеҙ бөттө, ҡатындар!

Сит ил кешеһе менән танышырға булдым. Уныһы шунда уҡ: “Һеҙҙә Рәсәйҙә туғыҙ-ун ҡатынға бер ир тура килә икән”,-тине эре генә. Йәнәһе, беҙҙең илдә ир юҡ тип мин уның алдында шунда уҡ түшәлеп ятырға тейеш...

Ҡәҙерегеҙ бөттө, ҡатындар!Ҡәҙерегеҙ бөттө, ҡатындар!
Ҡәҙерегеҙ бөттө, ҡатындар!

Миңә 34 йәш. Мин бер ҡасан да кейәүҙә булғаным юҡ һәм уйламайым да. Ни өсөнмө? Сөнки ысын ир-егеттәр юҡ бит. Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарайым да аптырайым: ниндәй булһа ла булһын, тик ирле булырға тигән принцип менән йәшәйҙәр. Шундай әҙәмде янында тотор өсөн генә уға аҡса бирәләр, үҙ өйөнә йәшәргә индерәләр. Улар бит шулай ирҙәрҙе ҡатын елкәһендә йәшәгән паразитҡа әйләндерә. Берәйһе менән осраша башлаһаң, бер-ике көндән: “Әйҙә, һинең фатирыңда ғына осрашайыҡ”,-тигән тәҡдим индерә һала. Әлбиттә, кафеға алып барырға йә тәбиғәткә сығырға уның аҡсаһы китә бит. Йәки: “Мин һиңә күсеп киләйем әле”,-тип аптыраталар. Ә ул ни өсөн ҡырҡ йәшенә тиклем үҙенә фатир йә өй эшләй алмай, һаман ата-әсәһе менән йәшәп ята? Ир кеше кәләшен үҙ ҡыйығы аҫтына алып ҡайтырға тейеш бит. Сит ил кешеһе менән танышырға булдым. Ике сит телде бик яҡшы беләм. Шуға күрә аралашыуы еңел миңә. Ул иностранец шунда уҡ: “Һеҙҙә Рәсәйҙә туғыҙ-ун ҡатынға бер ир тура килә икән”,-тине эре генә. Йәнәһе, беҙҙең илдә ир юҡ тип мин уның алдында шунда уҡ түшәлеп ятырға тейеш...

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Әҙерәк үҙ ҡәҙерегеҙҙе белһәгеҙсе. Юғиһә, ирҙәр өсөн үҙегеҙ түләп, уларҙы балалай ҡарап, уларҙың ирлеген алып бөттөгөҙ. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙенә ҡаратам тип йүгереп йөрөгән ир-егеттәр ҙә юҡ бит. Ә ниңә? Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре йүгереп килеп етергә әҙер. Шуға күрә ҡәҙерегеҙ ҙә юҡ!

Айгөл.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас