Ниңә түҙергә ҡушалар?

Иң йәнем көйгәне – ошо күрше ир менән йәш саҡта беҙ йөрөгәйнек. Дөрөҫөрәге ул артымдан йүгереп бер булды. Мин инәлттем, эшкә һанаманым, берсә яҡынайттым, берсә ҡыуҙым. Сөнки төҫ-башҡа яман булды. Ә мин матурлығына һоҡланған булып хәҙерге иремә кейәүгә сыҡтым...

Ниңә түҙергә ҡушалар?Ниңә түҙергә ҡушалар?
Ниңә түҙергә ҡушалар?

 Күңел әрнеүе

Ни өсөн әсәйҙәр беҙҙе – башҡорт ҡыҙҙарын һәр саҡ түҙеп йәшәргә өйрәтә икән? Бөтәһе лә түгел, әммә күбеһе шулай бит.

Оҙайлы ял башланып китте. Һәр кем йорто тирәһендә мәз килеп эш эшләй. Ана, минең күрше яңы өйөнөң икенсе этажын эшләп бөтөп бара. Уға тиклем баҡсаһын таҙартты көн-төн тигәндәй. Бисәһе бер күренгәне юҡ янында. Вис бер үҙе эшләй. Иң йәнем көйгәне – ошо күрше ир менән йәш саҡта беҙ йөрөгәйнек. Дөрөҫөрәге ул артымдан йүгереп бер булды. Мин инәлттем, эшкә һанаманым, берсә яҡынайттым, берсә ҡыуҙым. Сөнки төҫ-башҡа яман булды. Ә мин матурлығына һоҡланған булып хәҙерге иремә кейәүгә сыҡтым. Теге егет күпме иланы! Әллә шул алйоттоң күҙ йәштәре төштө миңә!.. Ирем менән бер йүнләп йәшәй алғаныбыҙ юҡ. Айырылам тиһәм, әсәй түҙемле булырға ҡуша. Йәнәһе “һинең ике балаңа атай ҡайҙан табыла?!” тип әрләй.

Исмаһам күршеләге ошо ир булмаһа! Ул элекке яп-ябыҡ, яман егеттән күрмәлекле иргә әйләнде. Севергә барып ҡайта ла, әй йортон төҙөй-йүнәтә, нимәлер алып килеп ауҙара бер туҡтауһыҙ. Тегене һиҙҙермәй тәҙрәнән күҙәтәм. Иномаркаға ултырып елдереп сығып киткән бисәһенә ҡарап йәнем көйә, мин булырға тейеш инем уның урынында! Иң ояты шул булды: күршеләр тип ҡунаҡҡа саҡырып алғайнылар улар. Барҙыҡ. Бисәһе яман ғына икән тип ҡыуанып ҡына ултыра инем, минең ир сусҡа шикелле иҫерҙе лә ҡуйҙы. Теге ҡасандыр мине яратҡан ир уны өйөбөҙгә йөкмәп килтереп ҡалдырып китте. Ишек алдында унда-бында аунап ятҡан заборҙарҙы, емерелеп барған тупһа, алама соланды – вис күрҙе! Ғәрлеге ни тора! Әллә кем булып мине эшкә һанамай инең тип уйлағандыр инде!

Ауыл осонда әле генә йыйналышып эсеп торған ирҙәр араһында минең ир ҙә барлығын икенсе этажынан күрҙе бит инде ул. Әсәйҙең һүҙенә лә ҡарамай айырылыр кәрәк. Әҙәм көлкөһө булып йәшәп булмаҫ!

Л.

Һүрәт интернеттан

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас