Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор

ЙӘНҺЕҘ ҠАЛҺАМ ДА, ТӨШТӘРЕМДӘ ТЕРЕЛӘМ... (Журналист яҙмалары)

Шуға күрә Мөхтәрҙең ҡайһы тирәлә йөрөгәнен һинән белгәс тә, киттем янына! Барып эҙләп табып алдым һәм ... ҡолап китә яҙым. Уның күҙ-ҡарашы хәс тә минең егерме йыл элек вафат булған иремдеке кеүек ине. Аяҡтарым ҡалтырап, быуындарым тотмай башланы. Минең текләп ҡарап тороуымды Мөхтәр ҙә һиҙеп ҡалды. Бер килке, теге кинола Штирлиц ҡатынына ҡарай бит, шулай итеп бер-беребеҙгә текләшеп торҙоҡ. Ул ҡапыл боролоп китә башлағас, артынан барып еңенән тотоп алдым да: “Һин теге гәзиттә сыҡҡан Мөхтәр бит әле!”-тинем. Ҡойолоп төштө. Хатта баҙнатһыҙлығы минең ирҙең йәш сағына оҡшаған. “Киттек миңә!”-тейем. Был бөтөнләй аптырап ҡалды. “Әйҙә, оҡшамаһа, кире урамыңа сығып китерһең”,-тинем бойороулы тауыш менән...

ЙӘНҺЕҘ ҠАЛҺАМ ДА, ТӨШТӘРЕМДӘ ТЕРЕЛӘМ... (Журналист яҙмалары)ЙӘНҺЕҘ ҠАЛҺАМ ДА, ТӨШТӘРЕМДӘ ТЕРЕЛӘМ... (Журналист яҙмалары)
ЙӘНҺЕҘ ҠАЛҺАМ ДА, ТӨШТӘРЕМДӘ ТЕРЕЛӘМ... (Журналист яҙмалары)

Журналист яҙмалары

ЙӘНҺЕҘ ҠАЛҺАМ ДА, ТӨШТӘРЕМДӘ ТЕРЕЛӘМ...”

Кафела, урамда әле бер, әле икенсе кешенән аҡса теләнселәп йөрөгән был ағайҙы күптәр беләлер. Тыныс холоҡло, йәшлек мөләйемлеген юғалтмаған был Хоҙай бәндәһе миндә һәр саҡ ниңәлер йәлләү генә түгел, ә ярҙам итеү теләге лә уята ине. Ғәҙәттә, кешеләрҙә, уларҙың күңел сафлығында һирәк яңылышам. Был юлы ла эске һиҙемләүем дөрөҫ булып сыҡты.

Кафела һатып торған һылыуҡайҙан бурысҡа, “пенсияға тиклем генә” ваҡ бәлеш һораған ағайҙы күреп туҡтап ҡалдым. Ҡыҙҙан сәй менән ризыҡ алып ҡыуана-ҡыуана ашаған ағайҙы бер килке күҙәтеп ултырҙым. Күренеп тора – бер ваҡ бәлеш ас кешегә әҙ ине. Түҙмәй, бутҡа менән кәтлит һатып алдым да, янына барып ултырҙым. “Ағай, был һеҙгә”,-тип тәрилкәне алдына эттем. Кафела ултырған һирәк-һаяҡ кешегә уның менән бергә ултырыуыбыҙ ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә тойолдомо икән – беҙҙән күҙҙәрен алманылар.

Нисәмә йыл берәҙәк тормош алып барған ағайҙың үҙен тота белеүе, кешелек сифаттары һаҡланыу ғына түгел, хатта бәғзеләрҙән юғары булыуы һоҡландырҙы. Ул бутҡаны ипләп кенә, хатта ниндәйҙер эске дәрәжә менән алдына ҡуйҙы ла, яйлап ашай башланы. Мин нисек һүҙ башларға белмәй аҙапландым. Бер яҡтан, ас кешенең асыуы яман, тигәндәй, алдында хәҙер инде кискә тиклем түҙерлек тамағы булғас, йә ҡыуып ебәрер, икенсе яҡтан: “Һеҙҙең тормошоғоҙ ҡыҙыҡһындыра, һеҙ башҡа асарбаҡтарға оҡшамағанһығыҙ”,-тип әйтә алмайым бит инде. Уйламағанда ағай үҙе һүҙ башланы: “Шунан, һеңлекәш, хәлдәр нисек? Гәзит сығарып буламы?”

Минең редакцияла эшләгәнемде ҡайҙан белә икән, тип аптырап уға текләйем. Ул мине ғәжәпләндереүгә балаларса һөйөндө, буғай. Унан башын сайҡап: “Эйе, бомждар һеҙҙең өсөн кеше түгел шул. Һеҙ уларға иғтибар ҙа бирмәйһегеҙ. Беҙ ни – урамда йөрөгән берәҙәк мал ни...”-тип ҡуйҙы. Һүҙен дауам итеп: “Редакцияға инеп, ҡыҙҙарҙан артып ҡалған гәзиттәрҙе алып сығам. Рәхмәт, тәүфиҡлы кешеләр эшләй һеҙҙә: бер ҡасан да насар һүҙ әйткән түгел, ҡырын ҡараш ташлағандары ла булманы”,-тип мине ҡайҙан белеүен аңлатып ҡуйҙы.

Кеше күңелендә соҡоноу теләге көслө булыуынан уңайһыҙланып, хушлашып китергә булдым. “Туҡтағыҙ, һеҙҙе бит мин ни өсөн асарбаҡ булып китеүем ҡыҙыҡһындыра. Бында һөйләшеү яйһыҙ булыр, рөхсәт итһәгеҙ кабинетығыҙға килермен”,-тине.

Килмәҫ, тип уйланым. Был һөйләшеү ҙә, көтмәгәндә килтереп һуҡҡан йөрәк һыҡрауына бирешеп, урамда йәшәгән ағайға алып биргән тамаҡ та онотолоп бара ине. Мөхтәр ағай эш сәғәте бөткән ваҡытта килеп инде. Асарбаҡтарға хас алама еҫ, әрһеҙлек, һүгенеү хас түгел уға. Йонсоған йөҙөн бер туҡтауһыҙ иҫкән Баймаҡ еле бер ҙә йәлләмәгән. Эҙем ҡалмағанмы, тип иҙәнгә ҡарай-ҡарай, баҙнатһыҙ ғына килеп ултырғысҡа ултырҙы. “Алдашырға яратмайым. Һүҙ биргән икәнмен – үтәргә тейешмен. Оҙаҡ көттөргәнем өсөн ғәфү ит”,-тип ҡуйҙы ауыр көрһөнөп.

Аяуһыҙ бала саҡ

Күршеләрҙең яман үгеҙе ер тырнап үкереп уға килә. Йәшел үләнгә ҡолаған малай сытырлатып күҙҙәрен йомдо. “Үлтерһә – үлтерһен дә ҡуйһын. Эләктереп йыртҡан күлдәк өсөн үгәй әсә мине былай ҙа тере ҡалдырмаясаҡ”,-тип уйланы кескәй Мөхтәр. Шул саҡ кемдер уны күлдәк яғаһынан матҡып тотоп, һөйрәй башланы. Йыртылған күлдәк икегә бүленгәндәй булды. Ҡып-ҡыҙыл күҙле үгеҙҙең осло мөгөҙө малайҙың янынан ғына үтеп китте. Шул уҡ мәлдә уны күршеһе ситән аҫтынан һөйрәп алып өлгөрҙө. Мөхтәр һыңҡылдап илай башланы. Күрше Әхәт буҫығып бөткән тиҫтерен нисек туҡтатырға белмәне. “Ярай инде – илама! Тере ҡалдың бит! Мишка һине түгел, беҙҙең бер һимеҙ һарыҡты ла һөҙгөләп үлтерҙе. Ағай әл дә салып өлгөрҙө. Уның ҡарауы йәй уртаһында итле булдыҡ...” Һаман ерҙә ятҡан Мөхтәрҙе тағы тартҡыслап ҡараны. “Бөттө тием бит! Нимә ҡыҙҙар кеүек илайһың?!” Мөхтәр илауҙанмы- ҡурҡыуҙанмы ҡалтырай – ҡалтырай: “Лутсы мине Мишка һөҙөп үлтерһен ине. Был күлдәк менән ҡайтһам үгәй әсәм өйгә инмәҫ борон башымды яра һуғасаҡ. Атайым ҡайтҡас ҡайыш менән өҫтәйәсәк”,-тип көскә әйтә алды. Әхәт башын тырнап уйланып алып китте. Эйе, күрше апайҙың Мөхтәрҙе нисек ишек алдында һөйрәп йөрөп туҡмағанын тәҙрә аша күргәне бар. Малайҙы ауылдаштары бик йәлләһә лә, бер нимә лә эшләй алмай. Сөнки был яһил ҡатындың алама теленән, холҡонан бар халыҡ зар илар хәлдә. Ниҙер иҫенә төшкән Әхәт: “Уйлап таптым! Уй баш та инде үҙемдә!”-тип Мөхтәрҙе өйөнә һөйрәй башланы. Ыҡсым, таҙа йортта Әхәттең апаһы Мәүлиҙә киске аш йүнәтеп йөрөй. “Апай, ярҙам ит уға! Әтеү үгәй әсәһе үлтерә уны!”-тип һөрән һалды Әхәт. Үҫмер ҡыҙ Мөхтәргә ҡарап баш сайҡап ҡуйҙы. Унан малайҙың өҫтөнән күлдәкте ипләп кенә һалдырҙы ла, йыуынырға ярҙам итте. Мәүлиҙә уларҙы ашарға ултыртты ла, үҙе күлдәкте тегергә ултырҙы. Мөхтәр Мәүлиҙә ҡағылған ҡулдарҙың йылыһынан онотолоп ултыра бирҙе. Ошондай хәстәрлекте тойоу өсөн ул Мишканан тағы әллә күпме һөҙөлөргә риза ине. Ә күлдәкте Мәүлиҙә өр-яңы кеүек итеп тегеп ҡуйҙы. Ауылда һылыулығы ғына түгел, ә уңғанлығы менән дан алған ҡыҙ ине бит ул!

Йөрәгемдә мең йоҙаҡ

Ишек алдын насар таҙартҡан булып тойолған өсөн генә Мөхтәрҙең арҡаһына туҡмастаяҡ килеп төштө. Ауыртыуҙы һиҙмәне лә ул. Тик кәмһенеү тойғоларынан ҡаны ҡыҙҙы үҫмерҙең. Әйләнеп туҡмастаяғын үгәй әсәнең ҡулынан матҡып тотоп тартып алды. “Етте! Тағы берҙе миңә ҡул күтәрһәң, донъяға ни өсөн тыуғаныңа бик ныҡ үкенәсәкһең?!”-тип яман итеп ҡараны. Яһил ҡатын күҙҙәренән осҡон сәскән үҫмерҙән ҡурҡып артҡа сигенде. Мөхтәр үҙенең еңеүен тантана итте. Тик ҡыуанысы иртәрәк булған икән. Кис атаһы эштән ҡайтып инмәҫ элек ҡатын Мөхтәр тураһында туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп бөткән, имеш, уны өйҙән ҡыуған, “һин бында бер кем түгел, атайым һине барыбер ҡыуып ҡайтарасаҡ” тигән. Малайға атаһынан элек тә эләккәне бар ине. Әммә был юлы ул Мөхтәрҙе ҡанһыҙ итеп, ишек алдында тәгәрәтеп йөрөп туҡманы. Үҫмер ишек алдында ҡанға туҙып ятып ҡалды, уның янына килгән кеше булманы. Мөхтәр йылдар үткәс тә хәҙер инде күптән мәрхүм булған атаһын, үгәй әсәһен уйлай ҙа – аптырап ҡала. Уларҙың бит уртаҡ балалары булманы. Күпме ошо хаҡта уйланып, көйәләнеп ултырғандарын ишетте ул. Йортта бер генә бала – Мөхтәр булды. Ни өсөн үгәй әсә тәбиғәттән ҡатын-ҡыҙға бирелгән әсәлек хистәрен уға баҫа алманы икән? Ә атаһы? Ни өсөн берҙән-бер улын шундай ыҙа-михнәттәргә дусар итте икән? Ул бит ҡатынының Мөхтәрҙе һыу эскеһеҙ итеп туҡмауын бик яҡшы белә ине. Киреһенсә, атай кеше яҡлашыр урынға, үҙе ҡатынына ҡушылды... Әйтерһең, ошо ике өлкән кеше кескәй малайҙан үҙҙәренең уртаҡ сабыйҙары тыумағанға, бар ауылдың уларҙы яратмауы өсөн үс ала ине.

Теге саҡта ҡанға батҡан Мөхтәрҙе ҡараңғы төшкәс Мәүлиҙә килеп тапты. Тәҙрәнән ҡарап йөрөһә лә, яҡты саҡта үҫмергә яҡынларға үгәй әсәнән дә, малайҙың атаһынан да ҡурҡҡан икән. Ҡыҙ бер үҙенең көсө етмәгәс, Әхәтте саҡырып килтерҙе. Был икәү уны усаҡлыҡтарына индереп һалды. Мәүлиҙәнең шифалы ҡулдары үҫмерҙең башына һыулы сепрәк һалды, ҡалған яраларын да ҡарап, таҙартып, бәйләп сыҡты. Мөхтәр үҙе тураһында хәстәрлек күреүҙәренә өйрәнмәгәс, күңеле тулды. Ни тиклем дуҫтарынан оялһа ла, күҙ йәштәре уны тыңламайынса, бер туҡтауһыҙ ағылды ла ағылды. Хәйер, күптән таш булып ҡатҡан йөрәге ҡасандыр ирергә лә тейеш булғандыр. Сөнки күҙ йәштәре туҡтағас, үҫмергә күпкә еңел булып ҡалды. Мәүлиҙә уларҙы яңғыҙҙарын ҡалдырып сығып киткәс, Әхәт мейес артынан һоҫоп алып уға бал тотторҙо. Сәйерһенеп ҡараған Мөхтәргә: “Эс, эс, еңел булып ҡаласаҡ!”

Һыҙланып ятҡан үҫмер ағыу тотторһалар ҙа эсергә әҙер ине, шикелле. Әхәттең һүҙе дөрөҫкә сыҡты – ул онотолоп йоҡлап китте. Малайҙарын артыҡ ныҡ язалап ташлағанын аңлаған атаһы уны эҙләп алып ҡайтты. Тик кескәй сағынан ҡәҙерле кешеһенә тартылған, һыйынырға тырышҡан Мөхтәрҙең күңеле ныҡ ҡалған ине. Атаһының туҡмауын да кисерер ине ул, тик үгәй әсәнең һүҙҙәренә ышанған, уны үҙенән күпкә өҫтөн ҡуйыуын ғәфү итә алманы. Былай ҙа ҡатҡан күңеле мең йоҙаҡҡа ябылды. Тик Әхәт менән Мәүлиҙә генә тормошоноң аҡ өлөшө булып тороп ҡалды. Мөхтәр ҡалаға училищеға уҡырға китте. Өйҙәгеләр менән кәңәшләшеүҙе кәрәк тип тапманы. Ялсыһыҙ тороп ҡалыуын аңлаған үгәй әсәһе һөйләнеп маташты ла, йәш егеттең ауыр ҡарашын күреп шымып ҡалды.

Нисек туҡтаманың, йөрәк?!

Ял көндәрендә һирәк ҡайтҡан Мөхтәр күберәк Әхәттәрҙә туҡтаны. Дуҫының апаһын әллә күпме егет һоратыуын, тик ул баш тартыуын, шуның өсөн ата-әсәһе уны ҡарт ҡыҙ булып ултырыуҙа ғәйепләүе, әрләүе тураһында һөйләне. Мәүлиҙәнең кейәүгә сыҡмағанын ишетеү Мөхтәрҙең күңеленә шул тиклем рәхәтлек бирә ине! Ҡыҙҙың үҙенән күпкә өлкән булыуын белһә лә, ул ғашиҡ булды. Хәйер, ысын мөхәббәттә йәш айырмаһы булмайҙыр ҙа, был хаҡта уйламайһыңдыр ҙа. Мөхтәр эстән генә: “Их Мәүлиҙә, сыҡма инде кейәүгә! Мин әрменән йөрөп ҡайтҡансы ғына көт! Унан мин һине үҙем менән ҡалаға алып китәм”,-тип ялбарҙы. Әммә ысынбарлыҡта ҡыҙға күтәрелеп ҡарарға ла ҡыйманы. Һылыу ҡыҙ унан көлөр төҫлө тойолдо.

Тиҙҙән Мөхтәр әрмегә китте. Уны тоғро дуҫы Әхәт һәм Мәүлиҙә генә оҙатып ҡалды. Атаһына Ватан һағына китеүе тураһында әйткәс, уныһы: “Шулай икән”,-тиеүҙән артыҡ һүҙ ысҡындырманы. Шуға күрә Мөхтәр Әхәт һәм Мәүлиҙә менән генә хат алышты. Бер йыл самаһы үткәс Мәүлиҙә уға фоторәсемен ебәргәс, йәш һалдаттың түбәһе күккә етте. Казармалағы егеттәр фотоны ҡулдан - ҡулға йөрөтөп ҡараны. Берәүһе хатта: “Бәхетле һин, Мөхтәр, бик һылыу ҡыҙҙы эләктергәнһең”,-тип ҡуйҙы. Был һүҙҙәрҙән ҡанатланған Мөхтәр ҡыҙға үҙ хис-тойғоларын белдереп, уны әрменән көтөүен һораны. Тик яуап та килмәне, Мәүлиҙәнән хаттар бөтөнләй өҙөлдө. Егет: “Мөхәббәтем тураһында белдереп, һөйгәнемде өркөттөм, нисек йәшәрмен хәҙер?”-тип ҡайғырҙы. Өлгөлө хеҙмәт иткән Мөхтәргә уйламағанда отпуск бирелгәс, ул ауылына атлыҡты. Ҡайтырға, һөйләшергә, аңлашырға! Кәрәк булһа Мәүлиҙәне үҙе менән алып китергә лә, хәрби часть янындағы ҡалаға урынлаштырырға! Тик риза ғына булһын.

Мөхтәрҙе тыуған ауылы күңелһеҙ генә ҡаршы алды. Туҡтауһыҙ быҫҡаҡлап ямғыр яуа, әсе ел. Мөхтәр Әхәттәрҙең йорто янында күмәк кеше йыйылғанын күреп аптыраны. Берәй ҡунаҡ – фәлән баралыр тип аҙымдарын йышайтты. Бер нисә ирҙең өйҙән мәйет алып сығыуын күреп йөрәге туҡтай яҙҙы. Кем?! Мәүлиҙә!!! Мөхтәрҙең йөрәге туҡтай яҙҙы. Ситтә таштай ҡатып торған Әхәткә барып йәбеште: “Нисек инде улай?! Нимә булды?!”

Аңына килгәндә Мөхтәр ҡәберлеккә төшөрөлгән Мәүлиҙәгә сат йәбешкән ине. “Үтенеп һорайым, күммәгеҙ Мәүлиҙәне! Мин унһыҙ нисек йәшәрмен!”-тигән иңрәү ҡатыш тауышын үҙе лә таныманы. Дуҫының хис-тойғоларын яңы килеп аңлаған Әхәт, ҡайғынан арынып, үҙен ҡулған алып, Мөхтәрҙе бер аҙым ситкә ебәрмәне. Ә һалдат ҡайғынан һығылып төшкән, кешеләрҙең нимә әйткәнен дә аңламай. Кемдеңдер бышылдап ҡына: “Аҫылынып үлгән, бахырҡай”,-тигәнен ишетеп, Әхәткә боролоп ҡараны. Тегеһе ҡарашын ситкә алды. Ерләү, аят уҡытыу тамамланды. Кешеләр Мәүлиҙәне йәлләп, баш сайҡай-сайҡай йорттарына таралышты. Әхәт менән Мөхтәр ҡасандыр Мәүлиҙәнең көлөү тауыштары яңғырап торған йортта яңғыҙы ҡалды. Тик ҡыҙ ултыртҡан тәҙрә төптәрендәге гөлдәр генә һөйгәне кеүек баға. Мөхтәр баянан бирле бирә алмаған һорауын бирә: “Ысын аҫылындымы Мәүлиҙә? Ни өсөн?”

Һылыу ҡыҙҙың яңғыҙлығы егеттәргә генә түгел, күп ирҙәргә лә тынғылыҡ бирмәгән икән. Шундайҙарҙың береһе еләккә яңғыҙы барған Мәүлиҙәне аңдып барып тотоп көсләгән. Ҡыҙ ҡурҡып, оялып был хаҡта бер кемгә лә әйтмәгән. Теге ир уның артынан бер аҙым ҡалмай йөрөй башлаған, ҡатынын айырып уны кәләш итеп алырға вәғәҙәләр биргән. Мәүлиҙә үҙенең ауырға ҡалғанын белгәс, теге иргә әйткән. Уныһы: “Ҡайҙан беләйем мин, бәлки, һин минән башҡалар менән дә йөрөгәнһеңдер”,-тип ҡыуып ҡайтарған. Ғәрлегенә сыҙай алмаған Мәүлиҙә муйынына элмәк һала. Унан алда барыһын да Әхәткә һөйләп бирә. Тик уныһы яңы ҡаланан ҡайтып байрам итеп йөрөгән сағы була. Апаһының төшөнкөлөккә бирелеүенә, киҫкен хәлдә булыуына әллә ни иғтибар бирмәй. “Ярай, таң атһын да, мин ул этте урынына ҡуйырмын”-тип вәғәҙә генә бирә. Мәүлиҙә таң атҡанын көтөп тормаған шул.

Үҙен ғәйепле һанап, илап ултырған Әхәткә ҡарап Мөхтәр тағы ла нығыраҡ ҡыҙа. Ул теге ирҙең өйөнә йүнәлә. Ишек алдында йөрөп ятҡан әшәке бәндәне тотоп алып туҡмай башлай. Күрше-тирә араға төшөп, милиция саҡыртмаһа, Мөхтәр уны үлтерер ине... Егетте шәп командиры ғына төрмәнән ҡотҡарып ҡала. Мөхтәр тыуған яҡтарына оҙаҡ ҡайта алмай ситтә йөрөй. Хәйер, уны иҫләүсе кеше лә ҡалмай. Уйламағанда Әхәт дуҫы ла аварияға тарып, фажиғәле һәләк булып ҡуйҙы. Мөхтәр украин ҡыҙына өйләнә. Ике ҡыҙҙары донъяға килә. Йөрәге таш булып ҡатҡан Мөхтәр ғаиләһенә хәленән килгән тиклем йылыһын бирергә тырыша. Ҡатыны ҡырҡҡа ла етмәй вафат булып ҡалғас, ҡыҙҙарын матур итеп тәрбиәләй ул. Үҙенең үгәй әсәһе тураһында хәтерләп, яңынан өйләнеү тураһында уйламай ҙа. Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй шул. Тиҙҙән өлкән ҡыҙы ла әсәһе кеүек сирҙән үлеп ҡала. Кесе ҡыҙы атаһының фатирын һаттырып, аҡсаһын алып, Мөхтәрҙе үҙҙәре менән бергә йәшәргә саҡыра. Тик ҡартая бара атайҙың ҡәҙере бөтә. Ҡыҙы ғына түгел, кейәүе лә Мөхтәргә һүҙ ташларға, уны кәмһетергә аптырамай башланы. Түҙә бахыр, ни эшләһен, барыр ере юҡ. Бер көн иҫереп алған кейәүе үҙенә ҡул күтәргәс, Мөхтәр сыҙамай, сығып китә. Өс ай тигәндә тыуған яҡтарына ҡайтып етә. Тыуған ауылында уның атаһының йорто урынында хәҙер яңы өй ҡалҡып сыҡҡан, икенсе кешеләр йәшәй. Күрше генә йәшәгән Әхәт менән Мәүлиҙәнең йорто бөтөнләй юҡ, уның ҡарауы унда һылыу ҡайындар үҫеп сыҡҡан. Мөхтәр ағай уларҙың ҡәберен эҙләп-эҙләп тә таба алмаған икән. Күрәһең тәрбиәләмәгәс, улар аҫҡа төшөп киткәндер.

Һин йәлләмә мине, һеңлекәш. Минең ғүмерем Мәүлиҙә һәләк булыу менән өҙөлдө. Әйтерһең, йәнемде һурып алғандар ҙа, тәнем хаҡында онотҡандар... Буш йөрәк, буш хыялдар... Йоҡо донъяһына сумырға яратам. Сөнки төштәремдә мин һәр саҡ Мәүлиҙәм менән бергә. Миңә шунан артыҡ бәхет кәрәкмәй. Бер генә үтенесем бар, зинһар, йәлләмә мине. Сөнки үҙ ғүмерендә ысын мөхәббәтте кисергән, уның уты аша үткән кешеләр йәлләүгә мохтаж түгел”.

Берәҙәк тормош алып барған ағай яҡтылыҡ та, һағыш та нурҙары ҡалдырып сығып киткәс, оҙаҡ уйҙар донъяһынан сыға алманым. Көн дә ҡыйлыҡта соҡонған, бысраҡ баҙҙарҙа, сүп-сар ояһында йоҡлаған Мөхтәр ағайҙың тик хыялдарын тормошҡа ашырған төштәр өсөн генә йәшәүен аңлап, йыш ҡына бәхетебеҙҙең ҡәҙерен белмәүебеҙгә тетрәндем...

ҠУШ ЙӘНЛЕ БУЛЫП ТЫУҒАНМЫН...”

Мөхтәр ағай тураһында мәҡәлә баҫылыу менән редакцияға, шәхсән миңә шылтыратыусылар күбәйҙе. Ни тиклем изге күңелле, саф йөрәкле кешеләр йәшәй беҙҙең төбәктә! Һәр кем Мөхтәр ағайға ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Был хәл-ваҡиғалар изге Рамаҙан айында бәйән ителгәйне. Кемдер Мөхтәр ағайҙы мәсеткә йәшәргә саҡырҙы, бәғзеләр үҙҙәренең буш торған өйөнә урынлаштырырға әҙер ине. Иң тетрәндергәне – Мөхтәр ағайға күңел наҙын, мөхәббәтен бирергә әҙер булған апай-инәйҙәр булды. Яңғыҙ йәшәгән ҡатындар Мөхтәр ағайҙы үҙенең янына алырға әҙер булғанын белдерҙе. Был хаҡта ишетеү менән ҡыуанып, ағай янына йүгерҙем. Тик ул ҡырҡа баш тартты. Унан бөтөнләй юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Бер нисә көн буйы эҙләнем уны. Сөнки һәр саҡ күҙ алдында йөрөгән кешенең юғалыуы сәйер ине. Дөрөҫөн әйткәндә, Мөхтәр ағайҙы башҡа күрмәҫмен тип уйлағайным. Уның яҙмышын бәйән итеп, донъяға фашлап, күнеккән тормошонан айырыуҙа үҙемде лә ғәйепле тойҙом.

Ул көн телефоным шылтырағанда Мөхтәр ағайҙың юғалыуына бер ай самаһы үтеп киткән ине. Мөләйем генә апайҙың тауышы яңғыраны. “Һеңлем, һиңә рәхмәт әйтергә теләйем. Мөхтәр ағайыңды барыбер барып таптым бит! Алып ҡайттым”,-тине ул кеткелдәп көлөп.

Шул саҡ был тауыш иҫемә төштө. Әлбиттә! Был апай ныҡышып-ныҡышып Мөхтәр ағайҙың телефонын һораны, ҡайҙа йөрөүен һораны. Мин ағай менән һөйләшеп, ул осрашыуҙан баш тартҡас, апайға был хаҡта әйттем. Тик ул үҙенсә эшләгән икән. Афарин! Апай бер килке өндәшмәй торғас, барыһын да һөйләп бирҙе: “Һеңлем, һин: “Юҡ, танышырға ла, тормошон да үҙгәртергә теләмәй”,-тигәс йәнем көйөп китте. Минең холҡом йәш саҡтан дыуамал булды. Атайымдың уҫаллығы ла туҡтата алмай ине. Яҡшы яҡҡа дыуамал инде былай. Шулай, мине яратмаған кешегә кейәүгә бирергә булып киттеләр. Совет власы булһа ни? Аллаға шөкөр, беҙҙең атай-әсәйҙәр үҙ законы буйынса йәшәне. Ә миңә ауылдағы иң йыуаш, иң баҙнатһыҙ егет оҡшай ине. Мине ысынлап та күңелем ятмаған кешегә кейәүгә бирергә йөрөгәндәрен аңлағас, нимә эшләргә белмәнем. Унан оҡшатып йөрөгән егетте урамда тотоп алдым да: “Киттек минең ата-әсәйемә. Мин һине оҡшатам. Өйләнешәйек!”-тинем.

Бахырым күҙҙәрен аҡайтып ҡарап тик тора миңә. Унан бергәләшеп беҙҙең йортҡа барып индек. Атайым тегене: “Алйот, йәлләйем мин һине! Был албаҫты менән нисек йәшәргә уйлайһың? Ашай бит ул һине! Уға уҫал ир кәрәк”,- тине. Шул саҡ баҙнатһыҙ тип уйлаған егетем: “Мин яратам уны”,-тимәһенме!

Бик матур, бәхетле йәшәнек. Бер ҡасан да тауыш күтәргәне булманы. Хәйер, алдайым, булды. Ауылға барырға тейеш инек. Ирем ғәҙәттәгесә тыныс тауыш менән: “Иртәгә эшем бөтә. Бергә сығырбыҙ”,-тине. Мин уны тыңлап тораммы инде! Алдан һыпырттым. Ирем килмәне. Ҡайтып тегене әрләй башлағайным, “Минең менән йәшәргә теләйһең икән, башҡа минең һүҙемдән сыҡмайһың!”-тип өҫтәлгә йоҙроғо менән килтереп һуҡты. Ә йоҙроҡтары тос, үҙе көслө ине уның! Хәҙер ундай ир-егеттәр ҙә юҡ ул. Белдермәһәм дә, өҙөлөп яраттым иремде. Ул үлгәнгә бына егерме йыл үтеп китте. Тауышһыҙ, тырышып донъя көткән ирем, шулай уҡ тынһыҙ ғына ҡапыл үлде. Йөрәге туҡтаған, тинеләр. Балалар хаҡына ғына тере ҡалғанмындыр. Ҡайғымды тышҡа сығармаһам да, һағыштан үлә яҙҙым. Хәҙерге йәштәр кеүек шап та шоп шунда уҡ үбешә башламаһаҡ та, тәндәребеҙ генә түгел, ә йәндәребеҙ ҙә уртаҡ ине.

Һинең Мөхтәр тураһындағы мәҡәләңде уҡығас, күңелем әллә нимә эшләп китте. Аңлайым мин уны! Мөхәббәтен юғалтып, был донъяла яңғыҙы ҡалған кешеләрҙән бәхетһеҙ кешеләр юҡ был донъяла. Күңел дә китек, йөрәк тә, ашағаның – аш, йоҡоң йоҡо түгел. Кешеләр араһында ла яман уйлылар күберәк. Яңғыҙҙарҙы, айырыуса ҡатындарҙы рәнйетергә, мыҫҡыл итергә, улар хаҡында яман һүҙ таратырға ғына торалар... Барыһы ла үтте инде баштан. Тик яңғыҙҙарҙы Хоҙай Тәғәлә үҙе һаҡлауын, уларҙың әсе күҙ йәштәре өсөн ҡурҡыныс язағыҙҙы мотлаҡ аласағығыҙҙы онотмағыҙ. Быныһы ла үҙемдә һыналған. Шуға күрә Мөхтәрҙең ҡайһы тирәлә йөрөгәнен һинән белгәс тә, киттем янына! Барып эҙләп табып алдым һәм ... ҡолап китә яҙым. Уның күҙ-ҡарашы хәс тә минең егерме йыл элек вафат булған иремдеке кеүек ине. Аяҡтарым ҡалтырап, быуындарым тотмай башланы. Минең текләп ҡарап тороуымды Мөхтәр ҙә һиҙеп ҡалды. Бер килке, теге кинола Штирлиц ҡатынына ҡарай бит, шулай итеп бер-беребеҙгә текләшеп торҙоҡ. Ул ҡапыл боролоп китә башлағас, артынан барып еңенән тотоп алдым да: “Һин теге гәзиттә сыҡҡан Мөхтәр бит әле!”-тинем.

Ҡойолоп төштө. Хатта баҙнатһыҙлығы минең ирҙең йәш сағына оҡшаған. “Киттек миңә!”-тейем. Был бөтөнләй аптырап ҡалды. “Әйҙә, оҡшамаһа, кире урамыңа сығып китерһең”,-тинем бойороулы тауыш менән.

Күндәм генә артымдан эйәрҙе. Алып ҡайттым. Мөхтәр нимә эшләргә, ҡайҙа ултырырға белмәй аптырана. Тегегә әйтәм: “Бар утын яр әле. Мунса яғам”,-тип эш ҡуштым. Йәһәтләп сығып эшкә тотондо. Мул итеп ит бешерергә һалдым. Мунсаға ҡоҙоҡтан һыу ташыйым тигәйнем, ҡулымдан биҙрәләрҙе тартып алды. Үҙе ташыны, тоҡандырып ебәрҙе. Мин өҫтәл әҙерләгәнсе, иҙәндәрен дә йыуып-таҙартып сыҡҡан. Күңелем әллә нимә эшләп китте. Ултырып илап алдым. Һимеҙ бишбармаҡты ҡорот һалып рәхәтләнеп ашаны ағайың. Хәс тә минең ирем терелеп яныма ҡайтҡанмы ни! Мунсаға ебәргәйнем, әллә ике сәғәт ултырҙы инде. Мин йүгерә-атлай магазинға барып уға яңы күлдәк-салбар, эс кейемдәре алдым. Тәүҙә алмай маташты, унан кейҙе.

Бына шулай йәшәп киттек, һеңлем. Мал, ҡош-ҡортто ҡарауҙы, баҡсаға һыу ҡойоуҙы оноттом. Киләһе йома никах уҡытырға уйлайбыҙ. Һине саҡырһаҡ – килерһеңме икән? Ағайың: “Ул ҙур кеше бит, уның ваҡыты булырмы икән?”-ти. Мин: “Ни эшләп килмәһен?”-тигән булдым да, шулай ҙа ҡартайған көндәребеҙҙә бер-беребеҙҙе табышырға ярҙам иткән өсөн табын артында нәҡ һине күргебеҙ килә...”

Апай тынып ҡалды. Мин никахтарына мотлаҡ киләсәгемде әйткәс, шатланып китте. Ипләп кенә: “Мөхтәр ағай менән һөйләшергә мөмкинме? Әллә өйҙә юҡмы?”-тип һораным. “Хәҙер саҡырам, ул ни мал араһына, баҡсаға инеп китһә юғала ла ҡуя бит, әле иҫке “Жигули”ны сығарып соҡой башлаған ине. Йүнәтеп, мине шуның менән генә алып йөрөйәсәкмен, ти. Тик тормаҫ булып сыҡты шул ағайың...”

Апайҙың: “Мөхтәәәр, һин ҡайҙау, ҡайтсы әле”,-тип наҙлы тауыш менән саҡырғаны ишетелде. Был йортҡа бәхет ҡунаҡлағаны тойолоп тора ине. Тиҙҙән Мөхтәр ағайҙың тауышы ишетелде. “Ҡотлайым, мин һеҙҙе бер итеп Баймаҡта эҙләйем, ә һеҙ кейәү булып киткәнһегеҙ икән”,-тип шаярттым. “Эй, һеңлекәш, рәхмәт инде! Уйламағанда тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе! Апайың шул тиклем ипле, аҡыллы, матур, сая. Ҡайһы саҡта иртәнсәк битемдән һыйпағанына уянып китәм дә, күҙҙәремде лә асмай ятам. Мин атайымдан туҡмалып ятҡанда Мәүлиҙәнең ҡулдары ла мине шундай наҙлылыҡ менән һыйпай ине. Күҙ ҡараштары ла яуапһыҙ ҡалған беренсе мөхәббәтемдеке кеүек. Ишек алдында бергәләшеп йөрөйбөҙ. Һыу буйҙарына барабыҙ. Әле еләккә барып ҡайттыҡ. Бәлештәрҙе бигерәк оҫта бешерә апайың. Сәй эсергә ултырһаҡ, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Нисек быға тиклем бер-беребеҙҙе белмәй йәшәнек икән, тип аптырашабыҙ. Апайың кеҫәмдә йөрөгән Мәүлиҙәнең боронғо фотоһын мәрхүм иптәшенең һүрәтенә эргәһенә ҡуйып: “Уларҙың йәндәре беҙҙең өсөн шатлана ул, Мөхтәр. Беҙгә ҡарап ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашып торһондар”,-тигәс, йөрәгем тулыһынса апайыңдыҡы булды ла ҡуйҙы. Әле лә беҙ икәү иркенләп һөйләшһен тип, ишек алдында тороп ҡалды. Шул тиклем бар эште үҙе эшләп өйрәнгән, саҡ ҡыуып индереп ебәрәм өйгә. Ҡатындарҙың былай ҙа мәшәҡәте күп. Шулай, һеңлекәш, ҡуш йәнле булып тыуғанмындыр, күрәһең...”

Ошонан оло бәхет бармы донъяла! Аҙашҡан, талсыҡҡан, арыған ике йән бер булып ҡушылып, бәхет һәм мөхәббәт диңгеҙендә йөҙә. Нисә йәштә, кем булыуыңа, йәмғиәттең ниндәй баҫҡысында тороуыңа ҡарамаҫтан, яҡты киләсәккә ышанырға-инанырға кәрәктер. Уйламағанда барлыҡҡа килгән был пар күңелемде үҫтереп ебәрҙе, әйтерһең дә, уларҙың бәхет яуыны миңә лә яуа. Бәлки, шулайҙыр ҙа...

Күңелле мәшәҡәттәр менән янып йөрөйөм. Мөхтәр ағайҙарҙың ике көндән буласаҡ никахына бүләк-күстәнәстәр әҙерләйем. Бар Баймаҡ халҡы исеменән ҡотлауҙар һәм иң изге теләктәрҙе еткерһәм, ҡаршы булмаҫһығыҙ, моғайын?

УНЫҢ ТОРОР ЕРЕ ЛӘ ЮҠ, ӘММӘ ТУЙ БУЛАСАҠ!..”

Уйламағанда ике кешенең яҙмышын ҡырҡа бороп ебәреүемә борсола-борсола барып еткәнемдә, бәхетле пар мине түҙемһеҙлек менән көтә ине. Саҡырылған ҡунаҡтарҙан апайҙың 4 балаһы, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре һәм мин. “Тик үҙебеҙҙекеләр генә!”,-тине апай йылмайып. Унан яңғырауыҡ тауыш менән: “Мөхтәәәр! Һин ҡайҙа? Гүзәл килде бит!”-тип ҡысҡырып те ебәрҙе.

Кәртә яғынан ағайыбыҙ ҙа күренде. Мин тәү танышҡан кеше менән бер оҡшашлыҡ ҡалмаған. Күҙҙәр яна, атлап йөрөшө – йәштәрсә! “Һаумы, туғаным”,-тип ҡосаҡлап алды. “Бына шулай, өйләнешергә булып киттек әле”,-тине лә апайҙы ҡосаҡлап алды. Ә минең күҙҙән бер туҡтауһыҙ йәштәр аға башланы. Йөрәккә килеп тулған хис-тойғоларҙы аңлатырлыҡ һүҙҙәр ҙә еткереп булмайҙыр. Осраҡлы яҙмыштарҙың бер йән булып уҡмашыуынан күңелем тулды. Бәхетле күҙ йәштәре татлы була ул, шуға күрә ҡайһы саҡта уларҙы ла ҡойоп алыр кәрәк.

Апай мине ишле ғаиләһе менән таныштырҙы. Барыһы ла тормошта матур итеп урынлашҡан, яҡшы урындарҙа эшләй. Өлкән ҡыҙы: “Әсәйҙе ауылдағы йортон һатып, беҙҙең беребеҙгә күсергә әллә күпме өгөтләнек. Юҡ, хатта ҡунаҡҡа килһә лә, бер төн йоҡлай ҙа “өйөм” тип елдереп ҡайтып китә. Бер ҡасан эштән бушамай. Малын да көтә, баҡсаһын да үҫтерә. Күрәһең Мөхтәр ағайҙы осратасағын һиҙеп күсенмәгәндер”,-тип шаяртып ҡуйҙы.

Һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәл артында йылмайып ултырған бәхетле парға ҡарап һөйөнөп бөтә алманым. Балалары йүгереп йөрөп бишбармаҡ бешерә, шешлек ҡыҙҙыра. Уларға ара-тирә Мөхтәр ағай ҙа ҡушылып китә. Нимәһендер алып бирә, ҡырҡырға ярҙам итә. Хужабикәнең осло күҙҙәре барыһын да күрә. Шунда уҡ: “Ағайығыҙға эш ҡушмағыҙ әле! Былай ҙа таң һарыһынан тороп, бер ултырғаны юҡ. Бына һин уларҙы! Йомошсо малай тапҡандар”,-тип уйынлы-ысынлы әрләшеп алған була. Мөхтәр ағайҙың бындай хәстәрлектән йөҙө яҡтырып китә, “Ярай инде, бер ауырлығы ла юҡсы”,-тигән була.

Өй эсендә генә түгел, ә бар тирә-яҡҡа таралған бәхет тойғоларына сорналып ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй. Бына яныма апайҙың кесе ҡыҙы килеп ултырҙы.

Һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт әйткем килә. Әсәйебеҙҙе бындай бәхетле итеп күргәнем юҡ әле. Тәүҙә ул кейәүгә сығырға уйлауын белдергәс, аптырап ҡалдыҡ. Нисек инде – 20 йыл яңғыҙ йәшә лә, хәҙер килеп тормошҡа сыҡ. Кем, ҡайҙан икәнен һорағас, әсәйебеҙ: “Уның йорто ла, донъяһы юҡ, балалары ҡыуып сығарған”,-тигәс ултыра төшә яҙҙыҡ. Һәр саҡ аҡыл менән эш иткән әсәйебеҙҙе таныманыҡ. Мөхтәр ағайҙы килеп күргәнсе тыныслана алманыҡ. Ә ул бик шәп кеше булып сыҡты.

Беҙ һуң ғына килдек. Һәр саҡтағыса йортта таҙа, әсәйҙең тәмлекәстәре әҙер. Күмәкләшеп ултырып ашаныҡ, һөйләштек, таныштыҡ. Әсәй менән был ағай эйәртенешеп кенә йөрөй: баҡсаға ла бергә, малға ла. Ятыр алдынан тағы оҙаҡ итеп сәй эстек тә, бүлмәләргә таралыштыҡ. Төнгө өс тирәһендә уянып китһәм, аш бүлмәһендә ут яна. Барып ҡараһам, әсәйем менән Мөхтәр ағай һаман сәй эсеп, көлөшөп һөйләшеп ултыра. Таңғы биш тирәһендә тағы уяндым. Аш бүлмәһендә әсәй менән ағайҙың быш-быш һөйләшкән тауышы ишетелә. Сығып ҡараһам, әсәйем ҡоймаҡ ҡоя, Мөхтәр ағай сәй яһап тора, үҙҙәре әллә нимә һөйләшәләр, көлөшәләр. Ошонан һуң ғына әсәйемдең, балалары булыуына ҡарамаҫтан, ни тиклем күңел яңғыҙлығына дусар булып йәшәүен аңланым. Һәр кемгә йөрәгенә тап килгән йәр насип булмай. Ә бына Мөхтәр ағай әсәйебеҙҙе, әсәйебеҙ уны бәхетле итә алды. Уларҙың һөйләшеп – һүҙҙәре, эшләп эштәре бөтмәй. Әле бына уйлап ҡуям: әллә Украиналағы ҡыҙы менән кейәүен эҙләп табырғамы икән? Бәлки, уларҙы илдәрендәге тынысһыҙлыҡ шундай ҡаты бәғерле иткәндер? Мөхтәр ағай быға нисек ҡарар икән? Бәлки, ул да ҡыҙын уйлап, йөрәге өҙөләлер...”

Изге күңелле апайҙың балаларының да күңеле шундай саф, матур шул. Хәйер, Мөхтәр ағай ҙа йортһоҙ ҡалып, үҙ ҡыҙынан һәм кейәүенән туҡмалып, урамда тороп ҡалыуы тураһында күптән онотҡан. Уларҙың икеһенә лә кешеләрҙә лә, тормошта ла тик яҡшы яҡтарҙы күреү хас. Бәлки, шуға Хоҙай Тәғәлә уларҙы осраштырып, тағы ла олораҡ бәхет бүләк иткәндер.

Мөхтәр ағайыңдың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Әллә ҡасандан ултырған машинаны йүнәтте лә, рәхәтләнеп тәбиғәтте ҡыҙырабыҙ. Дарыу үләндәре йыйҙыҡ, Күгәрсен яҡтарына барып еләк йыйҙыҡ. Ямғырҙар башланһа – бәшмәк китер, уныһына йөрөрбөҙ, тибеҙ. Ағайың мал тирәһенә мине бөтөнләй сығармай. Һыйыр һауғанда янымда һаҡлап, ҡарап ҡына тора. Рәхәтләнеп ҡунаҡтарға икәүләшеп йөрөнөк. Хәҙер бына никах уҡытҡас үҙебеҙ ҙә саҡырып алырбыҙ. Ишек алдында бер туҡтауһыҙ ниҙер эшләгән Мөхтәргә ҡарап ҡуям да, бәхетемә күҙ генә теймәһен инде, тип теләйем. Йылмайып йоҡлап китәм, йылмайып уянам... “Мин” тип һөйләгәнгә ҡарағанда, “беҙ” тип әйтеүе әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур ҡыуаныс икән ул”.

Апайҙың берсә уйланып, берсә балаларса шатланып һөйләгәндәрен рәхәтләнеп тыңлайым. Эйе, һәр кемдең үҙ яҙмышы. Нисәмә йыл урамда берәҙәк тормош алып барып, хәҙер инде үҙ ғаиләһен тапҡан Мөхтәр ағай өсөн нисек шатланмаҫһың? Һәр саҡ көслө булып, һыр бирмәй йәшәгән апай өсөн дә бәхетле күк көмбәҙе асылды. Уларға ҡарайһың да, “быға тиклем нисек айырым йәшәнеләр икән”, тип аптырайһың.

Матур йәмле йәй кисе һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Уйламағанда йөрәгемә яҡын булған кешеләрҙе осратыуым минең күңелемдә лә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Улар ҙа яҙмышымдың бәхетле бер өлөшөнә әүерелде...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

һүрәт интернетан.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас