Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
30 Апреля 2022, 10:15

Мөхәббәт - иң мөһиме...

Бала саҡтан атайым һәм әсәйемдең бер-береһен өҙөлөп яратыуын белеп үҫтем. Уларҙың беҙҙе лә яратыуын тойоп үҫтек. Шуға күрә минең өсөн донъяла иң мөһиме мөхәббәт булды. Әхирәттәрем: “Аҡыл менән эш итергә, аҡсалы егетте һайларға кәрәк!”-тип өйрәткәндә лә, минең өсөн тик ысын тойғолар мөһим булды...

Мөхәббәт - иң мөһиме...Мөхәббәт - иң мөһиме...
Мөхәббәт - иң мөһиме...

Бала саҡтан атайым һәм әсәйемдең бер-береһен өҙөлөп яратыуын белеп үҫтем. Уларҙың беҙҙе лә яратыуын тойоп үҫтек. Шуға күрә минең өсөн донъяла иң мөһиме мөхәббәт булды. Әхирәттәрем: “Аҡыл менән эш итергә, аҡсалы егетте һайларға кәрәк!”-тип өйрәткәндә лә, минең өсөн тик ысын тойғолар мөһим булды. Шуның арҡаһында әллә күпме ауыҙым беште, күпме иланым, йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙем. Уның ҡарауы бөгөн иремде эшенә оҙаттым да, 4 йәшлек улым һәм бер йәшлек ҡыҙымды ҡосаҡлап үҙемдең ни тиклем мөхәббәткә сорналып йәшәүемде аңланым.

Әнисә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас