Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
27 Апреля 2022, 15:55

Был донъя тамам буталды...

Аптыраным, әллә йотто инде тип. Юҡ, ояһына индереп алып китеп ялай башланы. Күпме генә саҡырһам да сыҡманы. Аҡтырнаҡ үҙенә ҡойған икмәкле ҡатыҡҡа бесәй балаһын күтәреп кенә сығара ла, тәрилкәһе эргәһенә этә...

Был донъя тамам буталды...Был донъя тамам буталды...
Был донъя тамам буталды...

Был донъя тамам буталды...

Ике аҙна элек ишек алдына сығып эш менән булышып йөрөһәм, бесәй балаһы тауышы ишетелә. Ҡараһам, келәт янында ултыра. Ҡыуып ебәрҙем. Күршенекелер инде, тип. Үҙем бесәй тотмайым, дөрөҫөн әйтәм, яратмайым. Ә эт тотам электән. Кәртә яғына киттем, нимәлер “сый” итеп ҡалды. Минең Аҡтырнаҡ ярһып өрә башланы. Йүгереп килеп күҙем алдындағы күренешкә аптырап, юғалып ҡалдым. Бер ҙур ата бесәй баяғы бәләкәй бесәй балаһын тешләй, ашарға маташа. Ярһып өргән этем ысҡынып китте лә, ата бесәйҙе ҡайһы еренәндер эләктереп ситкә алып быраҡтырҙы. Теге ҡасты. Аҡтырнаҡ берсә миңә, берсә бесәй балаһына ҡарай. Күҙҙәренән әллә йәше аға ине ул. Шул тиклем йәлләнес итеп ҡарай. Шунан бесәй балаһын ауыҙына ҡапты. Аптыраным, әллә йотто инде тип. Юҡ, ояһына индереп алып китеп ялай башланы. Күпме генә саҡырһам да сыҡманы. Аҡтырнаҡ үҙенә ҡойған икмәкле ҡатыҡҡа бесәй балаһын күтәреп кенә сығара ла, тәрилкәһе эргәһенә этә. Тегенең буйы етмәй бит инде. Аҡтырнаҡты әрләй-әрләй сынаяҡ аҫтына һөт ҡойоп бирҙем. “Кемде тәрбиәләп ятаһың инде йортоңдо һаҡламай?! Үҙ тоҡомон ашаусыларҙы яҡлап!” -тип үҙем һөйләнеп йөрөйөм.

Бөгөн ҡараһам баяғы бесәй балаһы Аҡтырнаҡтың өҫтөндә уйнап йөрөй, быныһы ҡәнәғәт төҫ менән ҡарап ята. Мин сыҡҡайным, бесәй балаһы эт ояһына инеп китте. Ярай, йәшәрҙәр әле шунда икәүләп, унан күҙ күрер. Был донъя ҡайҙа бара, бар нәмә буталды: кешенеке лә, хайуандыҡы ла...

Әхәт.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас