Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
26 Апреля 2022, 11:00

Асфальт түшәтеп ҡуям!

Ирем һуңғы шылтыратҡанында “Май аҙағында ҡайтам. Был юлы ла беҙҙең баҡса ғына эшкәртелмәй, сәселмәй, ҡурҡыныс булып ятһа, айырам һине. Туғандар көлкөһөндә йәшәүе ялҡытты. Һыйырҙың ағын да эш итмәй быҙауҙарын ҡушаһың икән”,-тине...

Асфальт түшәтеп ҡуям!Асфальт түшәтеп ҡуям!
Асфальт түшәтеп ҡуям!

Йыл һайын баҡса ваҡыты етеү менән ир менән талаш сыға. Башлана уның “Һин ялҡау, шуны сәсмәйһең, быны ултыртмайһың!” Үҙе себерҙә.

Ҡыш бөтмәҫ элек “рассада ултырт!” тип ҡаңғырта башлай. Ул өс ай эшләй ҙә ай ярым ял итә. Әммә шул ҡайтҡан арала баҡсаһы менән мейене серетеп китә. “Һин бит ҡатын кеше. Ниңә гөл-сәскә үҫтермәйһең. Баҡсабыҙҙа бер нәмә үҫмәй!” тип аптырата. Ә мин бер ҡайҙа эшләмәһәм дә, малдан бушамайым. Ике һыйыр, ҡош-ҡорт, ваҡ мал бар. Уларҙы ла тәрбиәләр кәрәк бит. Балалар ситтә. Ниңә мин өҫтәүенә ерҙә соҡонорға тейеш?! Көҙ етһә, бикәс бар йәшелсәне тултырып бирә. Иремдең туғандары яғы шулай: баҡсаларына бар нәмә сәсәләр ҙә, көҙгөһөн ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр. Унан башлана салаттар закатывать итеү ҡышҡылыҡҡа. Ул эште лә яратмайым. Шуның өсөн ирем алдында мин ялҡау. Ни өсөн мин үҙенән-үҙе килгән йәшелсәләрҙе ыҙалап үҙем дә үҫтерергә тейеш? Былай ҙа ял юҡ.

Ирем һуңғы шылтыратҡанында “Май аҙағында ҡайтам. Был юлы ла беҙҙең баҡса ғына эшкәртелмәй, сәселмәй, ҡурҡыныс булып ятһа, айырам һине. Туғандар көлкөһөндә йәшәүе ялҡытты. Һыйырҙың ағын да эш итмәй быҙауҙарын ҡушаһың икән”,-тине.

Тимәк, мин нисек йәшәп ятҡанды уға еткереп торалар. Ҡаҡшатты шул бер баҡсаһы малы менән ҡуша! Ҡайтыуына баҡсаға асфальт түшәтеп ҡуяйыммы икән тип уйлай башланым әле. Әйҙә “ҡыуанһын”!

Баҡса өсөн айырылыу һүҙе сыҡмай бит инде. Иллегә етеп барғанда. Ситтә әүрәтеп йөрөткән берәй мәрйәһе барҙыр инде. Күңел шулай һиҙә. Нисек белергә икән?

Р.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас