

“ДНК анализы күпме тора икән? Был йәһәттән хөкүмәт ярҙамы юҡмы ул?”
Йөҙө бик борсоулы булған ҡатынға аптырап ҡарайым. “Ҡыҙыҡһынғаным юҡ бит әле. Әгәр кәрәк булһа, белешермен, яуап табып әйтермен”,-тием аптырап.
Ултырғысҡа лап итеп килеп ултырған ҡатындың йәштәре тәгәрәне. “Редакцияға килеп ярҙам һорап йөрөрмөн тип башыма ла килтермәй инем”,-тип илап ебәрҙе.
Бер аҙ тынысланғас бына нәмәләрҙе бәйән итте ул:
- Йөрөгән егетем бар ине. Уның менән биш йылға яҡын осраштыҡ. Тик кейәүгә уйламағанда икенсе кешегә – хәҙерге иремә сыҡтым. Кеше кейәүгә сыҡҡанын белмәй ҡала тиеүҙәре дөрөҫтөр, күрәһең. Яҡшы йәшәнек. Бер йылдан ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ирем ҡыуанып: “Беҙҙең тоҡомда барыһы ла малай таба, ә беҙҙеке ҡыҙ! Берҙән – бер ҡыҙ!”- тип йөрөнө.
Һәүетемсә йәшәйбеҙ. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ. Ҡыҙыбыҙға 14 йәш тулды. Унан һуң ике улыбыҙ тыуҙы. Һуңғы осор ирем ҡыҙым уның балаһы түгел тип аптырата башланы. “Әйҙә, ДНК эшләтәйек һуң!”-тиһәм, асыулана: “Малайҙарға өй һалыуҙы уйлай башлар кәрәк. Ҡайҙан артыҡ аҡса! Уйнаш иткәндә уйлар кәрәк ине!”- тип аҡыра.
Иң ҡурҡынысы, атаһының һүҙҙәрен ҡыҙым ишетеп ҡалған. Иремдең ҡыҙыбыҙға ҡарашы ла үҙгәрҙе. Ҡыҙым тәүҙә ныҡ итеп иланы, унан холҡо үҙгәреп китте. Йә яңы телефон, йә ноутбук, йә кейем таптыра. Алып бирмәгәс “шулай инде, мин атайҙың балаһы булмағас!” ти.
Аптырап ҡәйнәмә киттем. Тәүҙә уны көйәләндермәйем тип уйлағайным. Әммә үҙем унан шаҡ ҡатып сыҡтым. Ҡәйнәм: “Эйе, улыма мин әйттем “был беҙҙең бала түгел” тип. Беҙҙең тоҡомға ла тартмаған, һиңә лә оҡшамаған. Өҫтәүенә беҙҙең яҡта ҡыҙ балалар тыумай. Мин башта уҡ шикләнгәйнем. Әммә бала үҫә килә, аңланым, точно беҙҙең бала түгел. Ярай, ике малай бар, йәшәйһегеҙ инле ҡалайтаң. Тик һин иреңде хәҙер йөҙләтә ҡәҙер итергә должна!”-тип сығарҙы.
Ҡәйнәмә лә ДНК эшләтеү тураһында әйткәйнем, “шул ҡалманы аҡса туҙҙырып! Тапҡаның бит инде, ул баланы кире тығаһыңмы хәҙер?!”-тип тағы әллә ниндәй оятһыҙ һүҙҙәр әйтеп сығарҙы.
Ирем һәр тинде һанаған кеше. Минең эш хаҡым да уның ҡулында. Продуктыны бергә һатып алабыҙ. Шуға уның ДНК-ға аҡса сығарғыһы килмәй. Ә улай йәшәүе лә мөмкин түгел бит. Ҡыҙымды йәлләйем! Иремде нисек ышандырырға ғәйепһеҙ булыуыма?..
Бар проблемаһын ауҙарғандан һуң ҡатын тынысланып сығып китте.
Ҡайһы саҡта кешеләр булмаған ерҙән үҙенә бәлә эҙләй шул...
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Һүрәт интернеттан алынды.