+14 °С
Облачно


Минең иң яҡын әхирәтем бар. Беҙ уның менән ун йылдан ашыу дуҫлашабыҙ. Яңыраҡ иремә: “Әхирәт шылтыратҡаны юҡ. Әллә берәй нәмә булдымы икән?”-тинем. Иптәшем аптырамай ҙа: “Тимәк, уның барыһы ла һәйбәт. Ул бит һиңә берәй нәмә кәрәк булһа ғына шылтырата”,-тине. Тәүҙә асыуланып киттем. Унан уйлана башланым. Ысынлап та берәй ҡайҙа осрашайыҡ, тип мин саҡырам. Осрашһаҡ та, һәр саҡ минең өйҙә йә кафела (уныһы өсөн дә мин түләйем). Ул үҙе шылтыратһа, мотлаҡ берәй ярҙам кәрәк булған була. Әсәйем дә, бар таныштарым да: “Ул бит һинең менән кәрәк саҡта ҡуллана ғына”,-тигәндә асыулана торғайным. Ә хәҙер аңланым – был ысынлап та шулай.