

Саҡырыусылар бит...
Айһылыу Йәғәфәрованың “Килендәр” романын уҡымаған кеше ҡалмағандыр. “Туйҙар, туйҙар...” исемле өҙөктә шундай юлдар бар. Ике йәш йөрәктең ҡауышыуы – ике ғаиләнең туғанлашыуы – хаҡында хәбәр ителгәс, барса туған-тыумаса дәррәү әҙерләнә башлай. Кем нимәгә оҫта, шул эш тап үҙ эйәһенә йөкмәтелә. Йөкмәтелә тип, мәжбүри түгел, ә ғаилә, нәҫел, күрше өсөн ҙур ихласлыҡ менән башҡарыла ул. Кемдер ҡымыҙ ҡоя, икенсеһе һалма йәйә, йыуаса әҙерләй, бәғзеһе ҡоҙалар яғына саҡырыусы булып бара һәм башҡалар.
Тап ошо саҡырыусылар тураһында булыр һүҙем. Саҡырыусы итеп ҡыҙ яғының абруйлы, ышаныслы кешеһен ебәрәләр. Был юлы ла шулай була. Ике ҡоҙағый саҡырыусы бара торған көндө билдәләйҙәр, килешәләр. Тик, көнө килеп еткәс, егеттең әсәһе, ҡунаҡты бер көнгә күсереп торайыҡ, ти. Ләкин, ҡыҙҙың әсәһе, саҡырыусыларҙың ай - вайына ҡарамай ҡоҙаларына ебәрә. Килешелгән, кәңәшләшелгән, көнө килеп еткәс ваҡыт үҙгәртеп ултырмаһын тип аңлата был ҡылығын. Саҡырыусыларға килмәй торорға ҡушылһа ла, ҡыҙ әсәһен тыңлап, саҡырыусы булып барасаҡ бер пар машина менән алыҫ районға юлға сыға. Әллә күпме юл үтеп, арып - талып барып етәләр былар кейәүҙәре йәшәгән ауылға. Кешенән һораша барып табып алалар өйҙәрен. Артабан саҡырыусы булып барып ҡайтыусы ҡатын түбәндәгеләрҙе һөйләй: “Урамға инәбеҙ, шылт иткән дә тауыш юк. Эт абалай башлағанға, һарай яғынан бер егет килеп сыҡты, һаулыҡ һорашып мин өйгә инеп киттем, ирем теге егет менән урамда тороп ҡалды. Индем. Һаулыҡ һораштым. Хужабикә һаулыҡты алды ла, үҙ эше менән булышып тик йөрөй. Миңә иғтибар ҙа итмәй. Шарт - шорт бер нәмәһен ала, нимәһендер һала. “Бына юлдан ҡайтып торабыҙ, баҙарға аҙыҡ-түлеккә барҙыҡ”,- тип һөйләнеп йөрөй үҙе. Мин торам ишек төбөндә һерәйеп. Шунан ҡоҙағый була торған кеше: “Ҡайҙа ирең, нишләп инмәй”,- ти. “Тышта, хәҙер инә”,-тим. “Нимә ҡарап тораң, ултыр, ана ултырғыс”. Аптырап, ултырғыс алып ишек төбөнә генә ултырам. Ҡоҙағый була торған кеше эш менән булышып йөрөгән арала, кинәт, башын күтәреп: ”Күпмегә алағыҙ?” Аптырайым, шулай ҙа, “күпмегә бирһәгеҙ ҙә алабыҙ”, тием. “Деньги вперед!”-ти.
Тауышы зәһәр. Өй яңғырап китте. “Нисек - вперед?” “Шулай, шулай, ышанмайым мин һеҙҙең берегеҙгә лә!” Күҙ шаҡмаҡ, әммә һиҙҙермәйем. “Йә, нимешләп инмәй ирең, әйт, күпмегә алағыҙ, бәләкәстән көттөк, үҫтерҙек, ашаттыҡ - эсерҙек, буш хаҡҡа ғына биреп ебәрмәм!” “Һуң, ҡуйығыҙ әле, йәштәр үҙ-ара килешкәндәр, һөйләшкәндәр, улай тимәгеҙ”.
Шул ваҡыт башҡа барып етте. Һуң, был ҡоҙағый булаһы кеше, нимәлер яңылыш һөйләй бит! “Ней, беҙ бит шул - шул ауылдан, саҡырыусылар бит, саҡырыусылар”. Шул ваҡыт ҡоҙағыйымдың йөҙөн күрһәгеҙ! Ҡулынан шаптырҙап әйберҙәре төшөп китте, ишекте асып ҡысҡыра башланы: “Ғаяз, Ғаяз, саҡырыусылар килгән бит, мал һатып алыусылар түгел!”
Саҡ аңлап ҡалдыҡ бер - беребеҙҙе. Башмаҡ һатып алыусыларҙы көтөп ултырған булған икән ҡоҙағыйҙар. Ә ирем шул арала һарайға барып башмаҡ ҡарап килгән. “Һин нимәгә башмаҡ ҡарап йөрөйһөң һуң?”-тием. “Әлләсе, әйҙә лә, әйҙә, ана һарайҙа тора”,-тигәс барып ҡараным. “Шунан?” “Нимәһе шунан? Кейәүебеҙҙең ҡустыһы булған ул егет. “Ошо инде башмаҡ, шәпме?”-ти. “Шәп, шәп!” “Күпмегә алаң?” “?!” Шул арала ҡоҙағыйҙың тауышы ҡолаҡты ярҙы: “Ғааааяяяяз, саҡырыусылар бииит...”
Райхана Булатова.
Билал ауылы.
Һүрәт - интернеттан.