

Нурия мәктәптән һуң хат ташыусы булып эшләй башланы. Армияға киткән ике егеткә лә хаттар яҙып, шылтыратып торҙо. Хәмиттең хеҙмәт итеү урыны Мәскәү тирәһендә ине. Яңы йыл алдынан, ата-әсәһенә иптәш ҡыҙыма ҡунаҡҡа киттем тип алдап, Нурия Хәмит янына барып ҡайтты. Фатир алып, ике көн буйы бергә булдылар. Ҡыҙ ҙа, егет тә бик һағынышҡан. Бер-береһенең ҡосағынан сыға алманылар. Ҡайтып бер-ике ай торғас, ҡыҙ үҙенең ауырлы икәнен белде. Тыйыла алманылар бит, егет ҡосағы бигерәк ҡайнар ине шул.
Нурия ҡара ҡайғыға ҡалды. Әсәһе белһә, өйгә лә индермәйәсәк. Әле үҙенең дә бала ҡарап ятҡыһы килмәй, артабан уҡырға теләге бар. Бер аҙ уйланып йөрөнө лә, район үҙәгендәге телеграфта эшләүсе иптәш ҡыҙына серен сисеп, уның таныш врачы аша баланан ҡотолоп та ҡуйҙы.
Мәжит армиянан алдараҡ ҡайтты. Хәмит, әлбиттә, Нурияның ниҙәр эшләп йөрөгәнен белмәй, һағыныуын, яратыуын әйтеп, аҙна һайын хат яҙып тора ине. Ә ҡыҙ биргән вәғәҙәләрен тиҙ онотто. Ҡыҙҙар ҡосаҡларға атлығып ҡайтҡан Мәжит менән осраша башланы. Ике айҙан егет өйләнергә булды. Әммә беҙ ҡапсыҡта оҙаҡ ятманы. Телеграфтағы теге ҡыҙ Нурия тураһында кемгәлер һөйләгән дә, шулай һүҙ китеп, ул егеткә лә барып ишетелгән. Иртәгә никах тигән көндө Мәжит ҡыҙҙы ныҡ ҡына туҡмап ташланы. Дауаханаға барып ҡара янған ерҙәрен күрһәткәс, полиция ла килеп етте. Егетте саҡ ултыртмай ҡалдылар. Нурия, йәлләп, ғаризаһын кире алды. Сөнки инде Мәжиттән дә ауырға уҙған ине. Тик улар оҙаҡ йәшәй алманылар. Мәжит тиккә бәйләнеп, ҡул күтәреүен дауам итте. Ахырҙа, бындай тормоштан Нурияның ауыры төштө. Уның был йортта ҡалғыһы килмәне, ҡатын район үҙәгенә күсенде.
Шул көндәрҙә, армия хеҙмәтен тамамлап, Хәмит тә ҡайтып етте. Иң тәүҙә ул Нурияны эҙләп тапты. Мөхәббәте һүрелмәгән икән, һөйгәнен наҙланы, ҡосаҡланы. Уның гонаһтарын ғәфү итеп, бер айҙан эргәһенә күсенеп килде.
-Теге ваҡытта балаңды төшөртмәгән булһам, хәҙер улыбыҙ йә ҡыҙыбыҙ йүгереп йөрөр ине,-- тип таң ҡалдырҙы Нурия уны бер кистә.
Хәмит һикереп торҙо.
-Эх, Нурия, нимә эшләнең һин! Ниңә хәбәр итмәнең, минең менән кәңәшләшмәнең? Беҙҙең киләсәккә төкөрөп тә бирмәгәнһең бит һин. Әгәр хәҙер балаң булмаһа?--тип әрнене ул.
Ҡатын да юғалып ҡалманы:
-Һиңә әйтеүе генә анһат. Әсәйҙәргә нимә тип әйтер инем, армияға барып, ҡорһаҡ яһатып ҡайттым типме? Ҡыуып сығарырҙар ине. Ҡайҙа барыр инем?
Уларҙың беренсе ыҙғышы ине ине был. Шул көндән Нурия менән Хәмит араһында ниндәйҙер кәртә барлыҡҡа килде.
Нурияны ҡайныһы ла, ҡәйнәһе дә яҡын итмәне. Улар өсөн ул Мәжит ҡалдығы ине. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа йөрөшмәнеләр.Уңған ине Нурия, таҙа, бөхтә, эшләмәгән эше юҡ. Ауылға ҡайтҡан арала бөтөн өйҙәрен ялт итеп ҡуя.
Ул арала Мәжит тә өйләнде. Баштараҡ Нурияның эш урынына барып һағалап, осрашырға саҡырғылап йөрөһә лә, тегенеһе ҡаршы булды. "Мин--ир ҡатыны хәҙер!"-тип кенә ебәрҙе. Артҡа юл юҡ икәнен аңлаған ир Нурия һымаҡ түңәрәк кәүҙәле, матур ғына ҡатын алып ҡайтты. Ҡатынға эйәреп килгән малай янына тағын ҡыҙ менән малай өҫтәлде. Ауыл халҡын һоҡландырырлыҡ итеп йәшәп киттеләр. Бер ҙә элекке дыуамал Мәжит тимәҫһең.Ҡатынының күҙенә генә ҡарап тора. Сәлимә ҡәйнәһе менән ҡайныһының яйын тиҙ тапты. Эшкә бик уңғанлығы булмаһа ла, тәмле теле менән ярай белде ул.
Нурия менән Хәмиттең генә тормошон түңәрәк тип булмай. Нурия, техникум бөтөрөп, бухгалтерияла эшләй башланы. Хәмиттең дә эше һәйбәт, аҡсаны күп ала. Үҙәктән алыҫыраҡ яңы урамда йорт һалып сыҡтылар. Тик балалары юҡ. Ете йыл йәшәп тә балалары булмағас, Нурия балалар йортонан бала алырға тип ынтылып ҡарағайны, әммә ире ризалашманы.
--Ул беҙҙең нәҫел кешеһе булмай. Сит-сит инде. Йәшәйек тыныс ҡына,--тине.
Почта бүлегенең баш бухгалтеры пенсияға киткәс, урынына Нурияны ҡуйҙылар. Ә уның урынына йәш кенә ҡыҙ килде. Нурия Зәлиәне үҙҙәренә йәшәргә алып ҡайтты. Уның уйынса, матур ҡыҙ күргәс, Хәмзә, бәлки, мауығып китер, унан эш бәпәйгә тиклем барып етер. Ә йәш кенә Зәлиәгә бала кәрәкмәҫ. Табып, баланы беҙҙә ҡалдырһа, аҡсаһын ҡыҙғанмаҫ инек, тип үҙенсә пландар ҡорҙо ҡатын.
Шундайыраҡ уйҙар менән, үҙе лә бер-ике көнгә ауылына, ата-әсәһе янына ҡайтып килергә булды.
Киткәндә:
-Зәлиә, Хәмит ағайыңды ҡара. Ас тотма, күлдәктәрен үтеклә,--тип әйтеп китте.
Үҙе шыпырт ҡына икенсе көндө үк ҡайтып та төштө. Баҡса аша ғына инеп, үҙҙәренең бүлмә тәҙрәһенән ҡараны. Тегеләр төш уртаһында ҡосаҡлашып йоҡлап яталар ине. Эшкә барыу ҙа онотолған.
Өйҙән иң беренсе булып Зәлиә сыға. Нурияны күргәс, ҡолап китерҙәй булып:
-Мине ҡыуаһыңмы инде хәҙер, эштән китергә ғариза яҙайыммы?--ти.
-Ҡыумайым, ғариза ла яҙма. Нисек булған, шулай йәшәрбеҙ,--ти тыныс ҡына.
Унан ҡыҙға һынап ҡарап:
-Хәмит ағайыңа бала кәрәк. Тап уға бер малай, -- тип өҫтәй.
Тик малай булманы шул, Зәлиә ҡыҙ тапты. Баланы Нурияларға ҡалдырып китергә лә риза булманы. Уларҙы бала табыу йортонан ҡыҙҙың апаһы килеп алды. Балаһы тыуғас, Хәмит Зәлиәгә тартылды. Хәмиттәрҙең район үҙәгенә килгәс тә алған фатирҙарында бер ғаилә йәшәй ине. Уларҙы сығарҙылар. Хәмит Зәлиә менән ҡыҙын шул фатирға алып ҡайтты. Алмағастар эсендә ултырған йортта Нурия бер яңғыҙы тороп ҡалды. Тәүге кистә, ултырып, бик оҙаҡ иланы. Баштараҡ Хәмит килгеләп йөрөнө, ҡайһы ваҡын ҡуна ла ҡалды. Нурия индерҙе инде, нишләһен. Ирен үҙе таныштырҙы, үҙе ҡауыштырҙы, тигәндәй. Уның Зәлиәгә лә артыҡ асыуы юҡ ине.
Йылдар үтте. Хәмит менән Зәлиәнең инде өсөнсө ҡыҙҙары тыуҙы. Ә Мәжиттәр дүртте үҫтерәләр. Ҡасандыр икеһенең дә ҡуйынында наҙланып, уларға ҡатын булған Нурияның ғына балаһы юҡ. Тик хәҙер үкенеүҙән ни файҙа һуң?
Ул йылды Яңы йыл кисендә, яңғыҙ кешегә барыбер тип, Нурия дежурға ҡалды. Ҡайтырға сыҡҡанда, көслө буран ҡупҡан ине. Нурия елгә арҡаһы менән боролоп ҡайтып, юл ситендә туҡтаған машинәға төкөй яҙҙы. Батҡан ахыры, шоферы аяғы менән ҡарҙы этеп маташа. "Ҡайҙа бында тракторһыҙ",--тип уйланы Нурия, өҫтөнән пар бөркөлөп торған иргә ҡарап.
-Апаһы, сығып булмай бит әле. Күрше-тирәлә генә берәй трактор юҡ микән. Тарттырмайса булмаҫ, --тип өндәште уға был кеше.
--Был ваҡытта кемде табырһың икән, 12 тула бит инде. Булғандары ла һалғандарҙыр,--тине ҡатын.
Фара яҡтыһында ирҙең йөҙө күренеп китте. 40 йәштәр тирәһе булыр, матур ғына әҙәм икән. Нурияның башына бер уй килде. Алып ҡайтһын был кешене, Яңы йыл ҡаршыларға иптәш тә булыр. Башына килгән уйын шунда уҡ ҡысҡырып әйтте. Ир риза булды. Багажниктан ҙур ғына пакет алды ла, ҡатын артынан эйәрҙе.
Ҡатындың өҫтәле әҙерләнгән, һурпаға билмән генә төшөрәһе ҡалған ине. Ҡара-ҡаршы ултырғас, һиҙҙермәй генә бер-береһен күҙҙән үткәрҙеләр. Ирҙең исеме Илнур икән. Туғандарын эҙләп, күрше өлкәнән килеүе. Атаһы күрше ауылда тыуған, унан ғүмере буйы ситтә йәшәгән икән. Бынан ике ай элек вафат булған, үлер алдынан улына: "Туғандарымды барып күр, аралаш, мин ғүмерем буйы ҡайта алманым",--тип васыят әйтеп ҡалдырған.
Илнур һаман һушына килә алмай ултыра. Нисек шулай тура килде? Кем был ҡатын? Үҙе бик һөйкөмлө күренә, ире юҡ һымаҡ. Сәғәт 12-не һуҡҡанда, шампан бокалдарын күтәреп, бер-береһенә теләктәр теләнеләр. Унан байтаҡ ҡына телевизор ҡарап ултырҙылар.
Ҡунаҡҡа йоҡо бүлмәһенә урын йәйеп, Нурия үҙе залдағы диванға ятты. Йоҡоға китеп кенә бара ине, Илнурҙың зал өҫтәлендә ҡалған телефоны шылтыраны. Нурия Илнурға телефонын бирәйем тип ингәндә, тегенеһе, тороп, уны ҡосаҡлап алды. Һағындырған ир ҡосағы, ир наҙы. Хәмиттең дә күптән килгәне юҡ инде. Осрашҡанда ире уны ғәйепләй шул. "Икәү рәхәт кенә йәшәгәндә, мине балаға сумдырҙың да, үҙең тынысланып йәшәйһең",--ти. Сит ир ҡосағында ятыу, бер яҡтан ҡарағанда, гонаһ инде. Тик һәр көн түгел бит, Илнур иртәгә китә.
Трактор тауышына уяндылар. Батҡан машина юлды таҙаларға ҡамасаулай икән. Тракторсы машинаны юлға тиклем сығарырға ризалашты. Төнгө ҡунаҡ Нурияның бөтөн тыныслығын алып китте. Бер-береһен белмәгән ике кеше нисек шулай яҡын була ала икәнлегенә үҙе лә ғәжәпләнде. Илнур тәҙрә төбөндә сәғәтен онотҡан. Телефон номерын да алып ҡалманы бит. Бәлки, кире боролор әле. Тик Илнур күренмәне.
Сәғәтен генә ҡалдырып китмәне шул төнгө ҡунаҡ. Нурияның байтаҡ йылдар буйы теләгән теләген дә тормошҡа ашырып киткән булып сыҡты. Ваҡыты еткәс, бөтә кешене шаҡ ҡатырып, малай табып ҡуйҙы. Был хәбәрҙе ишетеп, күптән күренмәгән Хәмит тә килде.
-Атаһы кем һуң? Мин түгелдер бит?--тигән һорауға яуап ала алманы.
Хәмиттең дә яңылығы бар ине. Аталарының бер туған ағалары Рәмилдең малайы килеп киткән. Рәмил ағаһы ғүмер буйы ситтә йәшәгән, бер ҙә ҡайта алмайса, шунда вафат булған икән. Шул Рәмил ағаларының улы Илнур, Хәмиттәрҙе эәҙләп табып, ике көн ҡунаҡ булып ҡиткән.
Илнур исемен ишетеүгә, Нурия тертләп ҡуйҙы. Был шул төн була бит. Тимәк, Илнур--уның иренең туғаны. Ҡатын хәҙергә был турала әйтмәүҙе ҡулай күрҙе. Ә Хәмит, балаға килгәндә, сер бирмәне. Һорағандарға: "Минеке, минең малай, ул бит минең ҡатын,"--тигән булды.
Февраль бурандары уйнап торған бер көндә Нурияның ҡапҡа төбөнә таныш машина килеп туҡтаны. Унан сәскәләр, күстәнәстәр тотҡан Илнур төштө. Ҡатын, шаҡ ҡатып, уға текәлде. Ишектән инеүгә, атаһы килгәнде һиҙгән кеүек, бәпәй илап ебәрҙе. Илнур барыһын да белеп килгән икән. Был ҡайтыуҙа: " Бында йәшәүсе Нурия исемле ҡатынды белмәйһегеҙме, ул почтала эшләй,"--тигән һүҙен ишетеүгә, Хәмит менән Мәжит бер ауыҙҙан: "Беләбеҙ, нисек белмәҫкә,"-тип бер-береһенә ҡарашҡандар. Ун йыллап бала таба алмаған ҡатындың бәпәй алып ҡайтыуын да әйтергә онотмағандар.
Илнур күрешеп, өҫтөн һалыуға, кесе ҡыҙҙарын етәкләп, Хәмит менән Зәлиә лә килеп еттеләр. Хәмит, Илнурҙың Нурия янына ҡайтыуын оҡшатмағандай:
-Нурия, бабай иҫән булһа, һиңә бөтөн байлығын ҡалдырыр ине. Һин бит уның өс ейәненең дә ҡатыны,--тип төрттөрҙө.
Быны Илнур әллә аңланы, әллә юҡ. Ул Нурия ҡулындағы малайҙың үҙенә оҡшағанын күреп, таң ҡалған ине.
Хәлиҙә.