

Беҙ үгәй атай менән үҫтек. Әсәйем эскән атайыбыҙҙан айырылғас, ни тиклем рәхәт булыуын әле лә хәтерләйем. Миңә – 6, апайыма – 12 йәш ине. Әсәй ныҡ матур булғас, оҙаҡ яңғыҙ булманы. Тиҙҙән үгәй атайыбыҙға кейәүгә сыҡты. Уртаҡ балалары булманы, әммә беҙҙе ныҡ яратты, тәрбиәләне. Атайҙан тик насар һүҙҙәр ишетеп, әсәйҙең туҡмалыуын ғына күргәс, ул миңә шул тиклем шәп, ысын атай булды.
Хәҙер үҙебеҙ күптән өләсәйбеҙ. Әсәй ҙә, үгәй атай ҙа юҡтар. Мин уларға бергә аят уҡытам. Апайым тик әсәйемә генә уҡыта. Аптырандым шул хәлгә һәр ваҡыт. Быйыл өйөмдә ремонт булғас, әсәйгә лә, үгәй атайға ла аят уҡытыуын һораным. “Юҡ, тик әсәйгә генә уҡытам”,-ти был. Эләгешеп, әрләшеп киттек. Мин түҙмәй: “Ул беҙҙе кеше итте. Ул булмаһа, икебеҙ ҙә юғары белемле булып, матур итеп донъя ҡора алыр инекме?!”-тинем.
Шул саҡ апайым ҡот осмалы хәбәрҙәрен теҙеп алып китте. “Һиңә һәйбәт булғандыр! Ә беләһеңме мине ул 13 йәштән үк көсләп йәшәтте. Мин өйҙән сығып киткәнсе ҡурҡып йәшәнем. Оялып йәшәнем. Хәсрәтләнеп йәшәнем! Күпме мәртәбә әсәйҙең бар дарыуын йыйып алып ағыуланырға уйланым. Бер мәртәбә йотҡайным инде. Шул әҙәм аҡтығы ҡоҫтороп, терелтеп алды. Мин ни өсөн һуң ғына кейәүгә сыҡҡан тип уйлайһың?! Сөнки ҡыҙ булмағанымдан оялып йәшәнем...”
Ишеткәнемдән ултыра төштөм, аңыма һыйманы ишеткәнем. Тәүҙә ышанманым. Унан үгәй атайҙың тик апайҙы ғына балыҡҡа йә еләк-емешкә тип алып сығып китеүен, бындай көндәрҙә апайым үтә лә шым булып ҡайтыуын, төндәрен илағанын да ишеткәнемде хәтерләнем. Балалыҡ менән иғтибар итмәнем шул. Үгәй атай күпме уға иркәләп һүҙ әйтһә лә, ул йүнләп яуап бирмәй торғайны. Был мине аптырата ине. Үгәй атай бит уға иң модалы кейемдәрҙе алды, аҡсаны ла мул бирҙе. Әммә хәл шундайға барып еткәндер тип кем уйлаһын!
Нисек йәшәргә был йөк менән? Әсәй һиҙенмәнеме икән ни?
Апайым мине йәлләп: “Буш әйттем һиңә. Үҙем менән теге донъяға алып китермен тип уйлағайным ғүмерлек ҡайғымды. Онот!”-ти
Нисек онотайым һуң?! Бындай хәлде онотоп буламы һуң? Мин бәхетле бала саҡ кисергәндә янымда ғына апайыма ҡарата ҡот осмалы вәхшилек ҡылынған бит! Бынан һуң нисек уйланмай йәшәргә була?! Нисек ҡабул итергә ишеткән-белгәнемде?! Көн-төн уйлайым, шул тиклем ауыр миңә...
Д.
Һүрәт - интернеттан.