Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
11 Апреля 2022, 09:30

Ғашиҡ булдым ... кейәүемә

Барыһы бер туған һеңлем кейәүгә сыҡҡас башланды. Кейәү кеше минән биш йәшкә өлкән. Миңә 28 йәш. Бер мәртәбә кейәүҙә булдым. Әммә уңманым, иремә өйрәнеп китә алманым. Балабыҙ булмаҫ борон тип айырылдым. Хәҙер инде бер ауыл ире менән йөрөй башланым...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғашиҡ булдым ... кейәүемәҒашиҡ булдым ... кейәүемә
Ғашиҡ булдым ... кейәүемә

Ҡайҙа һәм кемгә барып кәңәш һорарға икәнен дә белмәйем. Әммә һуңғы көндәрҙә әллә ниндәй этлектәргә барып етер булам...

Барыһы бер туған һеңлем кейәүгә сыҡҡас башланды. Кейәү кеше минән биш йәшкә өлкән. Ошо кейәүемә ғашиҡ булдым бит! Миңә 28 йәш. Бер мәртәбә кейәүҙә булдым. Әммә уңманым, иремә өйрәнеп китә алманым. Балабыҙ булмаҫ борон тип айырылдым. Хәҙер инде бер ауыл ире менән йөрөй башланым. Бала табыр кәрәк, ваҡытым уҙа тип туй көнөн дә һөйләшкәйнек. Тик һеңлем ауырға ҡалғас, атай-әсәй тәүҙә уға туй үткәрәйек тине. Хәҙер ул йөрөй башлаған ирҙе лә яҡын килтермәйем.

Кейәүҙе тәү күргәс тә ҡалтырап, аңымды юғалта яҙҙым. Ул себерҙә эшләй вахта менән. Һеңлем ауырлы булғас беҙҙең менән ҡала. Кейәү ҡайтҡас бер ай беҙҙә йөрөй. Минең иң бәхетле һәм иң хәсрәтле сағым. Сөнки һеңлем менән ҡосаҡлаша башлаһалар, кейәүҙе ҡыҙғанам ныҡ итеп. Йоҡларға ятһалар, юрамал уларҙың бүлмәһендә телефонымды онотоп ҡалдырып барып инәм. Йә төн уртаһында шул бүлмәгә инеп, дарыуҙарымды эҙләгән булам. Кейәү мунсаға инеп китһә, мунса тирәһендә йөрөйөм. Икәүләшеп кенә магазинға сыҡҡанда, уға һырпаланып ҡараным, тик аңламаны минең хистәрҙе. Әллә тураһын әйтергәме икән? Ҡайһы саҡта һеңлемде баҫҡыстан ныҡ итеп этеп төшөргө килеп китә. Үҙ теләгемдән үҙем ҡурҡып китәм шунан. Нимә эшләргә икән? Әммә кейәүҙе һеңлемдән һалдырып алыу теләге көндән-көн нығыраҡ була бара. Мин яратҡанымды берәй ҡайҙа бикләп ҡуйып, уны тик үҙем генә күргем һәм үҙем генә уны ҡулланғым килә...

Рида.

Автор:Гузель Салихова