+23 °С
Облачно


Йыл һайын ҡыйыҡ аҫтында турғайҙар оя ҡороп, ҡошсоҡтарын сығара. Уларҙы күҙәтеүе бик ҡыҙыҡ. Ҡошсоҡтары сырҡылдай башлау менән, туҡтауһыҙ аҙыҡ итеп ниндәйҙер бөжәктәрҙе ташыйҙар. Быйыл ҡарап торһам, ап-аҡ булка киҫәген осороп алып килделәр. Хәҙер ҡоштар ҙа, кешеләр кеүек ялҡаулыҡҡа һалышып, ҡошсоҡтарына аҡ икмәк ашата башланы. Эштә, иллене үткән әсәләренән, утыҙ йәштәге балалары төшкә ҡарай ашарға таптырып шылтыратыуына күнегеп бөткәйнем. Турғайҙар аптырата хәҙер. Үәт бит, донъя!
Ғ. Тләүбирҙин.