

Әсәйҙең ҡасан үлгәнен хәтерләмәйем. Ул ваҡытта мин бәләкәй инем әле. Бәлки башланғыс класта уҡығанмындыр. Атайым миңә ул саҡта оло булып күренә ине. Хәҙерге аҡылым менән уйлайым да, бик йәш булған икән, тип ҡуям. атай ҡулында беҙ ағайым менән икәү ҡалдыҡ. Атай бахырға ныҡ ҡыйын булғандыр инде, әммә ул беҙҙе ел-ямғыр тейҙермәй ҡарап үҫтерҙе. Хатта тауыш күтәргәнен дә хәтерләмәйем. Бер ваҡытта ла беҙҙе өйҙә төнгөлөккә яңғыҙ ҡалдырманы. Һәр саҡ йоҡларға өйгә ҡайта ине. Өҫтәлдә ризыҡ та мул булды. Фермала эшләгән атайыбыҙ күпләп баҡса үҫтерҙе, мал көттө, ал-ял белмәй эшләне. Беҙҙе лә эшкә өйрәтте. Яҙ еткәндә баҡса таҙартыр инек, ер баҫтыҡ, күпләп емеш-еләк, йәшелсә ултырттыҡ. Картуф тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Кишер, һуған, сөгөлдөр икенсеһе уңғанға тиклем етте. Ә бына йәй буйы баҡсаға һыу һипкән, ҡый үләнен утаған саҡтар үҙәккә үтә торғайны. Миңә һәр саҡ әсәйле йорттарҙа балалар күберәк ял иткән, рәхәтләнеп уйнап йөрөй кеүек тойола ине. Эс бошоп киткән саҡтар йыш булды. Шуға ла ағайым менән йыш ҡына яңы әсәй хаҡында хыяллана инек. Яңы әсәй беҙгә рәхәтлек килтерер кеүек тойолдо. Нисек кенә булмаһын, йылдар уҙҙы. Беҙ ҙә үҫеп буй еттек. Бына мәктәпте тамамлап, ағайым ҡалаға юл тотто. Студент булғас, һирәкләп кенә булһа ла ҡайтҡылап та йөрөнө ул. Йышыраҡ ҡайтыр ине, юлына ҡайҙа аҡса? Транспорт та һирәк йөрөй ине. Шуға ла ул юғары курсҡа еткәс, эшкә төштө. Ҡулына диплом алғас та шул заводта тороп ҡалды. Атай икеләнеп кенә булһа ла ауылға саҡырып ҡараны, тик ул заводты нығыраҡ үҙ итте. Хәҙер инде ағайым йылына бер тапҡыр ғына -- отпускыһында ғына ҡайта башланы. Бына шулай, ағайымды завод үҙенә һурып алды. Ә мин... Күпме генә хыялланһам да ауылда, атайым янында ҡалырға мәжбүр булдым. Күҙ йәштәре менән ул: "Китмә. Һинһеҙ ҡалһам ни эшләрмен?" -- тип ялбарҙы. Уҡытыусы булыу хыялымды ерләп, атайым янында тороп ҡалдым. Ауылдағы фермаға эшкә төштөм, һыйыр һауҙым. Бала саҡта атай мине мунсала йыуындыра ине. Үҫә төшкәс, арҡамды ышҡырға инә башланы. Мин оялһам да индерҙем. Атай бит! Үҙе лә шулай тине: "Мин атай бит, оялма!"
Шулай оялмаҫҡа өйрәндем. Хатта был миңә оҡшай башланы. Ә был ваҡытта минең тиҫтерҙәрем клубҡа сыға ине. Атай мине сығарманы. "Һинең өсөн иң яҡшы егет мин. Башҡалар алдар, иларһың. Ә мин һине бер ҡасан да үпкәләтмәм", -- тине. "Һөйләшеп ятырбыҙ, һин хәҙер ҙур инде. Миңә һинең менән рәхәт", тип тә яныма ята башланы. Үҙенең янына саҡырған саҡтары ла булғыланы. Мине ҡатын иткән ир ҙә ул булды. Минең өсөн бөтөнләй яңы донъя асылды. Бер-бер артлы ике балабыҙ тыуҙы. Икеһе лә аҡылға зәғиф булды. Бер ҡандан тыуғанға шулай булғандыр. Ул ваҡытта интернет та, ауылда әллә ниндәй журналдар ҙа булманы. Ә ауылда беҙҙе кеше һөйләне генә. Тик ҡулдан тотҡандары булманы. Совет заманында эсмәй, эшеңде яҡшы итеп башҡарһаң булды. Башҡаһында эштәре булманы. Ике баламдың береһе ҡыҫҡа ғүмерде булды. Ауылдағы күлдә батып үлде. Ҡаҙҙарҙы һыуҙан сығарам тип төшкән дә батҡан. Атайым да 60 йәшендә үлеп китте. Хәҙер ҡыҙым менән икәү генә йәшәйбеҙ. Мине әрләгән кешеләр күп булыр. Әммә миңә бер ваҡытта ла өйрәтеүсе булманы. Яңылышҡанымды ла белмәнем. Әммә быныһы мөһим түгел. Ҡыҙым йәл. Минән һуңға ҡалып йәшәһә, ҡайҙа барыр ҙә, нимә эшләр? Ул бит аҡылға зәғиф. Үҙ аллы йәшәй алмаясаҡ. Иң үкендергәне шул.
Зарифа Т.