Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
4 Апреля 2022, 14:01

Ҡайтыуыңды һағынырмын

Июль урталары. Көн шул тиклем матур. Мин бөгөн бәхетле. Беренсе курсты яҡшы билдәләргә тамамланым. Йәйге практикала эшләнгән яҙмаларҙы етәкселәргә тапшырып, ятаҡҡа табан атлайым. Иртәгә ауылға ҡайтып китәсәкмен. Ятаҡтың 1-се ҡатында өҫтәлдә ятҡан телеграммаларҙы ҡарайым. Туҡта, береһендә минең фамилия түгелме һуң? Кемдән? "Һине сәғәт 3-тә тимер юл вокзалында көтәм. Булат,"--тиелгән ҡағыҙҙа. Һөйөнөсөмдән 5-се ҡатҡа ике баҫҡысты бер итеп йүгереп менәм. Бүлмә асыҡ түгел. Вахтаға асҡысҡа төшөп, тағын үҙебеҙҙең ҡатҡа осам. Ике сәғәткә яҡын ваҡыт бар. Үҙемде тәртипкә килтерергә кәрәк. Сумаҙандан иң матур, осоп ҡына торған күлдәгемде тартып сығарам, бейек үксәле аҡ туфлийымды күҙ алдына алып ҡуям. Мин бөгөн иң матур, иң һөйкөмлө ҡыҙ булырға тейешмен. Йөҙөм яҡты, күҙҙәремдән һағыш та, яратыу ҙа бөркөлөп торһон. Мин бит йәнемдән дә яҡын булған кешем менән осрашырға барам. Өҫтө-өҫтөнә бындай бәхет кемгә тейә әле. Йүнлегә булһа ярар ине. Һағындым, үлеп-бөтөп һағындым мин уны.

Ҡайтыуыңды һағынырмынҠайтыуыңды һағынырмын
Ҡайтыуыңды һағынырмын

Ҡайтыуыңды һағынырмын
Июль урталары. Көн шул тиклем матур. Мин бөгөн бәхетле. Беренсе курсты яҡшы билдәләргә тамамланым. Йәйге практикала эшләнгән яҙмаларҙы етәкселәргә тапшырып, ятаҡҡа табан атлайым. Иртәгә ауылға ҡайтып китәсәкмен. Ятаҡтың 1-се ҡатында өҫтәлдә ятҡан телеграммаларҙы ҡарайым. Туҡта, береһендә минең фамилия түгелме һуң? Кемдән? "Һине сәғәт 3-тә тимер юл вокзалында көтәм. Булат,"--тиелгән ҡағыҙҙа. Һөйөнөсөмдән 5-се ҡатҡа ике баҫҡысты бер итеп йүгереп менәм. Бүлмә асыҡ түгел. Вахтаға асҡысҡа төшөп, тағын үҙебеҙҙең ҡатҡа осам. Ике сәғәткә яҡын ваҡыт бар. Үҙемде тәртипкә килтерергә кәрәк. Сумаҙандан иң матур, осоп ҡына торған күлдәгемде тартып сығарам, бейек үксәле аҡ туфлийымды күҙ алдына алып ҡуям. Мин бөгөн иң матур, иң һөйкөмлө ҡыҙ булырға тейешмен. Йөҙөм яҡты, күҙҙәремдән һағыш та, яратыу ҙа бөркөлөп торһон. Мин бит йәнемдән дә яҡын булған кешем менән осрашырға барам. Өҫтө-өҫтөнә бындай бәхет кемгә тейә әле. Йүнлегә булһа ярар ине. Һағындым, үлеп-бөтөп һағындым мин уны.
Бүлмәлә кеше юҡ. Ҡыҙҙар таралышып бөткәндәр. Кейенеп, көҙгөгә күҙ һалдым. Ауыл ҡыҙынан ҡаланыҡына оҡшай башлаған ҡыҙ ҡарап тора. Булат оҙон сәсемде ярата ине. Ҡыҙғаныс, ҡырҡтырҙым. Үкенеп ҡуйҙым. Трамвай, троллейбус туҡталышына табан атлап түгел, осоп барам. Ҡайһыныһы беренсе килә, шуныһына ултырасаҡмын. 10 минутлап ваҡыт үтте, береһе күренһәсе. Ниһайәт, шыуышып ҡына трамвай килеп туҡтаны.
Вокзал ҡаршыһында халыҡ тыз-быз йөрөй. Ҡулына гөлләмә тотҡан берәү йүгерә-атлай миңә табан килә. Булат! Ул, сәскәләрен миңә һуҙып, ҡосаҡлап күтәреп, әйләндерә башлай. Кешеләр ҡарай бит, баҫтыр, тим оялып. Ҡараһындар, һине нисек яратыуымды улар ҙа белһендәр, күрһендәр, ти ул, ҡулдарын билемдән алмайса.
Яҡындағы кафеға инеп ултырҙыҡ. "Собханалла, ниндәй матур кеше бит минең Булатым. Хәрби кейем нисек килешә уға," --тием эсемдән генә. "Мин һине был юлы үҙем менән алып китәм, риза булһаң. Документтарыңды ситтән тороп уҡырға бирәбеҙ ҙә, бергә китәбеҙ,"--тине ул миңә текләп ҡарап. Шул мәлдә уға мин яуап бирә алманым, уйға ҡалдым. Беренсе тапҡыр Өфөгә килеүем, йәшәп торорға урын эҙләүҙәрем, имтихан биреүҙәрем күҙ аддыма килде. Әле бит атай, әсәй бар. Ярай, ауылға ҡайтҡас һөйләшербеҙ, тинем. Минең ялымды бөтөрөп, китеп барыуым бит, тине Булат.
Аптырап ҡалдым. Ауылға ҡайтҡас, ай буйы унһыҙ шишләрмен. Күпме йәйҙәрҙе бергә үткәрҙек. Көндөҙ осрашыуҙар булманы, ауылда килешмәй, ә кистәрен ул мине өйгә килеп ала ине. Атай менән һөйләшеп ултыралар. Әсәйҙең бер һүҙе бар, тәртипле булығыҙ. Әллә ҡайтмайым микән. Юҡ, ҡайтмайса булмай, атайға бесән эшләргә булышырға кәрәк.
"Булат, нисек кенә булһа ла, мин һинең мннән китә алмайым. Мин бит балалар йортонда үҫмәнем, атай-әсәйҙән рөхсәт алырға кәрәк. Күп ҡалманы, тағын 4 йыл. Унан мин һинең менән ер ситенә китергә әҙер,"-- тип, күҙҙәремде тултырып, егетемә ҡараным. "Йәме, ағайым."-- тип тә өҫтәнем, шаяртҡан булып.
Беренсе тапҡыр ул беҙгә иптәш малайы менән көпә-көндөҙ килеп килеп инде. Миңә ул саҡта15 йәш ине. Был егетте бөтөнләй белмәйем тиһәм дә була. Бер ауылданбыҙ, бер мәктәптә уҡығанбыҙ. Уларҙың өйҙәре икенсе урамда. Булат минән 7 йәшкә өлкәнерәк. Ә иптәшен минең менән таныштырғанда, ул:"Бына был оҙон сәсле, ҙур күҙле, оҙон керпекле матур ҡыҙҙы мин бәләкәй сағынан ҡарап үҫтерҙем. Ул бары тик минеке генә буласаҡ,"--тине. Бик оялдым, нишләргә лә белмәнем. Әле ярай атай менән әсәй эштә, ике апайым ғына өйҙә ине. Мин уны бер күреүҙә оҡшаттым. Унан һуң беҙ һәр кисте уның менән бергә үткәрҙек. Булат матур һүҙҙәре, яратыуҙары, наҙҙары менән ғүмерлеккә онотолмаҫлыҡ итте.
"Юҡ" тигән һүҙҙе бөгөн иһә ул минән беренсе тапҡыр ишетте. "Көт мине,"--тинем. Ә ул яуап бирмәне. Мин бөгөн китәм, тип кассаға барып килде. 15 минуттан поезд ҡуҙғала ла икән. Перронға сыҡтыҡ. Икебеҙ ҙә моңһоуҙар. "Илама ғына. Күҙҙәреңдә йәш тамсылары күргем килмәй. Белеп тор, тәнемдә йәнем булғанда, мин һине ғүмерем буйы яратырмын,"--тине Булат.
Был миңә бәхилләшеү һүҙҙәре булып яңғыраны. Нисек иламайһың? Йөрәгем шул ваҡытта уҡ ниҙер һиҙҙе. Бүләк итеп нимә бирәйем? Ваҡыт етте, китә бит егетем... Сәскәләрҙе айырып алып, уға һуҙҙым. Мин дә һине бик яратам, ҡайтыуыңды һағынып көтөрмөн, тинем.
Уҡыу менән тағы бер йыл үтте. Беҙ әллә ни хаттар яҙышманыҡ. Сөнки ул бер нисә айға диңгеҙгә сығып китәбеҙ тип һөйләй ине. Ул хатты ҡайһы адресҡа яҙаһың? Яп-ябай ауыл егете кораблдә капитан булып хеҙмәт итте. Икенсе курстан һуң төҙөлөштә практикала эшләнек. Унан ауылға, ялға. Тик күңелдә генә шатлыҡ хистәре юҡ. Ниндәйҙер бушлыҡ. Миңә килешмәй һөйөнөүҙәр. Һағынып ҡайтам, әлбиттә. Атай, әсәй, туғандарым бар бит. Бер һеңлем Өфөгә килде. Уҡырға инергә имтихандар тапшырған ваҡытта минең бүлмәлә йәшәп ҡалды.
Ауылдағы яңылыҡтарҙы һөйләүсе юҡ. Иртәгә клубта концерт була икән. Мин йоҡонан тороуға еңгәй инеп сыҡты. Уны бик хөрмәт итәм. Колхозда зоотехник булып эшләй, бик тәртипле, ипле ҡатын. Уның ире, әсәйҙең бер туған ҡустыһы, яман ауырыуҙан китеп барҙы. Еңгәй ике бала үҫтерә, өләсәй менән бергә йәшәйҙәр. Концерҡа бергә барырға һөйләштек.
Клубҡа табан атлайбыҙ. Кис шул тиклем рәхәт, тыныс. Еңгәйҙе ҡултыҡлап, ауыл яңылыҡтарын тыңлап барам. " Матурым, тағын береһен әйтмәй торам икән әле. Булат өйләнеп ҡайтҡан, тиҙәр. Концертҡа килһәләр, күрһәң, ауыр булыр, алдан белһәң, хәйерлерәк тип әйтеүем,"--тине шул саҡ еңгәй. Был һүҙҙәрҙән мин ҡатып ҡалдым. Барған еремдән шып туҡтаным. Юҡ, инмәйем клубҡа, инмәйем, тип үҙ-үҙем менән тартҡылашам. Йөрәк ҡаршы төшә, бәлки килмәҫтәр. Юҡ, килһендәр. Мин бит уны һағындым, күргем килә.
Дүртенсе рәткә ултырҙыҡ. Кеше хәтһеҙ генә ине. Залда ут һүнгән, сәхнә яҡтыһы ғына. Концерт башланырға әле бер нисә минут ваҡыт бар. Шул саҡта клуб ишеге асылып китте. Ике кеше килеп инде. Булат--диңгеҙселәр кейемендә, ыҫпай, төҙ кәүҙәле. Улар алдағы рәттәрҙәге буш урындарға инеп ултырҙылар. Миңә нишләргә, тороп сығып китергәме? Концерт оҙағыраҡ барһа, нисек түҙергә? Сабыр ит, йөрәгем, сабыр ит! Беҙ бер-беребеҙҙе күрергә тейеш. Миңә уның менән осрашырға кәрәк. Артыңа боролоп ҡара инде бер генә тапҡыр булһа ла! Һинең ҡарап үҫтергән ҡыҙың һиңә генә ҡарап илап ултыра бит.
Ул боролоп ҡараны. Бер генә түгел, әллә нисә тапҡыр. Таш һын кеүек ултырған ҡыҙына күҙҙәрен тултырып ҡараны. Һуңғы боролоуында яңаҡтары буйлап ағып төшкән йәшен күрҙем. "Илама, илама! Һинең илағаныңды бер ваҡытта ла күргәнем булманы. Миңә лә иламаҫҡа ҡуштың бит. Бәхетле бул! Мин һине өйләнһәң дә яратам..."--тим эстән генә.
Мин ғәйепте үҙемдән күрҙем. Беренсеһендә әсәй менән атай риза булманы. Мин мәктәпте бөтөргәндә, һорап килгәндәр ине бит. Икенсеһендә үҙем "юҡ", тинем.
Концерт тамамланды. Еңгәй мине, Булат менән осраштырмаҫ өсөн, артҡы ишектән алып сығып китте. "Матурым, бер-береһен яратҡан кешеләрҙең бәхеттәре ҡыҫҡа була. Һин төшөп ҡалғандарҙан түгел, насибың осрар. Бына тигән итеп йәшәрһегеҙ әле,"--тине.
Ул инеп китте. Мин дә, артымдан кемдеңдер килеүен көтөп, өйгә табан атланым. Ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә ултырып, ай менән һөйләшеп алдым. "Вәғәҙәләр бирешкәндә, һин бит ҡарап, күреп торҙоң. Ниңә беҙгә айырылырға юл ҡуйҙың? Күҙең тейҙеме әллә, йәки ул һин түгел инеңме? Сөнки беҙ бит 31 декабрҙә, миңә 18 йәш тулырға бер аҙна ҡалғанда вәғәҙә бирештек. Һинең яҡтыңда ул миңә йәрәшеү балдағын кейҙерҙе,"--тип иланым.
Минең өсөн ҡояш һүнде, ай яҡтыһы ла ҡалманы. Ярай әле күрешеп тороуҙар булманы. Бер-беребеҙҙән алыҫ йәшәнек. Мин уның алдағы тормошон һорашманым. Ә ғүмерем буйы уның яратыуы, үҙемдең уны яратыуым менән йәшәнем.
Бынан бер нисә йыл элек ауырып киттем, көслө приступтар булды. Ирем дауаханаға алып барҙы, системалар ҡуйҙылар. Операция яһарға әҙерләнделәр. Шул ваҡыт һеңлем шылтыратты. Ул минең дауаханала икәнемде белмәй ине. "Апай, ауыр булһа ла әйтәйем, бөгөн Булат ағайҙы алып ҡайтып ерләйҙәр, зыяратта кеше бик күп,"--тине.
Был хәлгә нисек түҙәһең? Тәҙрәгә ҡарап, күҙ йәштәремде түгеп, баҫып торам. Хирург, 10 минуттан операцияға тип, хәлде белергә инде. Минең илағанды күреп, яһамайым был хәлдә, тынысланығыҙ, тип сығып китте. Ирем һорағас, операциянан ҡурҡа шикелле, илай ул, тигән. Минең ул саҡта ниңә илағанды бер кем дә белмәне.
Урының ожмах түрҙәрендә булһын, берҙән-бер мөхәббәтем. Беҙ әле осрашырбыҙ. Мин һине был юлы үҙем эҙләп табырмын. Көт мине. Мин һине әле лә һағынам, яратам, тип доғалар ҡылдым.
З.

Автор:Альфия Байзигитова
Читайте нас