Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
3 Апреля 2022, 07:50

ОШАҠСЫЛАР ЗАМАНЫМЫ?

Ҡайһы бер етәкселәрҙең ошаҡ ташыған, ғәйбәт һөйләгән кешеләрҙе үҙенә яҡынайтыуын да аңлап булмай. Етәксе, айырыуса ир кеше, бындай аламалыҡтан ары булырға тейеш бит! Хәйер, хәҙер ғәйбәтсе ирҙәр ҙә күбәйгәндән – күбәйә бара. Быныһы бигерәк ытырғаныс күренеш, әммә ирҙәр ҡатындарҙан да яман ғәйбәтсегә әйләнде. Ә ошаҡ тыңлаған етәкселәрҙең янында буш ҡыуыҡ - ялағай, юха “команда” йыйыла...

ОШАҠСЫЛАР ЗАМАНЫМЫ?ОШАҠСЫЛАР ЗАМАНЫМЫ?
ОШАҠСЫЛАР ЗАМАНЫМЫ?

Уйҙар... Уйҙар... Уйҙар...

Ошаҡсылар заманымы?

Бәлки, яҙғандарым кемгәлер оҡшамаҫ, күңелдәренә ятмаҫ, шулай ҙа борсолоуҙарым менән уртаҡлашҡым килә. Интернетһыҙ заманды һағына башланым әле. Икенсе яҡтан ошо донъя киңлегендә алыҫтағы дуҫтарым менән аралашыу, уй-фекерҙәремде яҙып, уларға яуап алыу, халыҡ хөкөмөнә быға тиклем сығарырға ҡыймаған шиғырҙарымды Бәйләнештәге диуарыма ҡуйып, кешеләр нисек ҡабул итерен эске түҙемһеҙлек менән көтөп йөрөүе оҡшай. “Ул да булдымы шиғыр?!”-тиһәләр, “Һуң мин бит үҙ диуарыма ғына ҡуйғанмын, бер ҡайҙа ла баҫтырмағанмын”,-тиергә була, оҡшатһалар инде – ҡанатланаһың. Шулай ҙа оҙаҡ тота алмайым ул шиғырҙарҙы кеше күҙендә, йөрөп-йөрөйм дә алып ташлай һалам.

Бала саҡтан көндәлектәр яҙа торғайным. Хәҙер һарғайып барған шул ҡалын дәфтәрҙәрҙе уҡыуы бик ҡыҙыҡ. Ә ҡағыҙ битенә элекке кеүек төшөрөп булмай. Сөнки ошо уҡ компьютерҙа баҫып матур яҙыу һәләтебеҙ ҙә юҡҡа сыға бара. Хәйер, бар кире үҙгәрештәрҙе замана технологияларына ғына бәйләп ҡалдырырға ярамайҙыр.

Техник прогресс арғымаҡтай алға саба, артынан өлгөрә лә алмайбыҙ. Тик уларҙы ыңғай эш өсөн генә ҡулланһаҡ ине шул. Интернет аһ-зарыбыҙҙы еңел генә етәкселәргә еткереү юлын да бирҙе. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировҡа социаль селтәрҙәрҙә асыҡтан-асыҡ мөрәжәғәт итеү мөмкинселеге барлыҡҡа килгәс, был “бәхетте” ҡайҙа ҡуйырға белмәй, тәүлек әйләнәһенә йоҡламайбыҙ, шикелле. Эйе, хәл итәһе проблемалар ҙа күп. Улар хаҡында республика етәкселеге белергә тейеш, ауыр мәсьәләләрҙе юҡҡа сығарған ҡарарҙар ҡабул ителһә, бигерәк яҡшы. Тик мөрәжәғәттәр, социаль селтәрҙәрҙәге күп ялыуҙар бысраҡ һыу түккән урынды, ҡыйлыҡты хәтерләтә. Күптәр ялған исем-фамилиялы диуар асып алып, шунан бар донъяға әй бысраҡ ҡоя ғына! Осраҡлы рәүештә “яңылыҡтарҙа” килеп сыҡһа үҙең дә шул әшәкелеккә бысранғандай булаһың. Эйе, күптәр интернетты бер-береһенән, күптән күрә алмай йөрөгән кешеһенән үс алыу урыны итеп алды. Кешегә яла яғалар ҙа, үҙҙәре ситтән мыҫҡыллы йылмайып күҙәтеп ултыралар, йәнәһе “шул кәрәк һиңә”. Эйе, хәҙер һәр ялыу “Инцидент” программаһына эләгә һәм уға мотлаҡ яуап бирергә кәрәк. Төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең, белгестәрҙең уттай ҡыҙыу мәлдә, бар эшен ташлап, аноним ошаҡсыларға яуап яҙып ултырыуын күреп күңел болоҡһоп китә. Сөнки күп ялыу – кемдәндер үс алыуға йәки нервыһын ашау өсөн генә йүнәлтелеүе һиҙелеп тора. Әлбиттә, ысынлап та мөһим проблемаларҙы күтәргән, ашығыс рәүештә республика Етәксеһенең ярҙамы кәрәк булғандары ла бар. Тик ундай ысын мөрәжәғәттәр бик һирәк.

Социаль селтәрҙәрҙә тәртип урынлаштырыла башлап, закон ҡабул иткәс кенә әҙәм балалары бер-береһен “ашап”, “сәйнәүҙән” әҙерәк тыйыла төштө, шикелле. Ысынлап та, әгәр хөкүмәт граждандарына бар донъя уҡырлыҡ итеп бер-береһе өҫтөнән ялыу яҙыу мөмкинселеген бирә икән, ул ялған һүҙҙәрҙән яҡлауҙы ла тәьмин итергә тейештер. Әле шундай бер нисә кешене асыҡлап, тотоп, хөкөм эскәмйәһенә ултыртыуҙары күп бәләселәрҙе уйландырғандыр. Тик был законды тағы ла ҡатыраҡ итергә кәрәк. Штраф түләп кенә ҡалмаһындар, ҡайһы бер вазифаларҙы биләй алмаһындар, яуаплылыҡты талап иткән хеҙмәткә алмаһындар, ә инде уның алдыҡ хәбәре өсөн кеше ниндәйҙер бәләгә тарыған икән, төрмәгә лә ултыртһындар. Шунда уҡ телдәрен тыйырға, ауыҙҙарын үлсәп асырға өйрәнерҙәр.

Ҡайһы бер етәкселәрҙең ошаҡ ташыған, ғәйбәт һөйләгән кешеләрҙе үҙенә яҡынайтыуын да аңлап булмай. Етәксе, айырыуса ир кеше, бындай аламалыҡтан ары булырға тейеш бит! Хәйер, хәҙер ғәйбәтсе ирҙәр ҙә күбәйгәндән – күбәйә бара. Быныһы бигерәк ытырғаныс күренеш, әммә ирҙәр ҡатындарҙан да яман ғәйбәтсегә әйләнеп бара. Ә ошаҡ тыңлаған етәкселәрҙең янында буш ҡыуыҡ кеүек ялағай, юха “команда” йыйыла. Һәм тәүге ауырлыҡ, тәүге етди проблема ваҡытында был “команда” кисә генә күккә күтәреп маҡтаған начальнигын ташлап ҡаса йә ҡиммәттерәккә тағы юғарыраҡ ултырғандарға “һата”. Шунан икенсе түрәнең килгәнен көтөп кенә торалар ҙа, был “хәтәр команда” уның эргәһендә өйөрөлә башлай. Башы эшләгән, рухи ҡиммәттәргә эйә булған етәксе ундайҙарҙан йәһәт кенә ҡотолоп, үҙенә тик эш менән булышҡан, көслө команда йыйып алырға тейеш тә бит. Әммә ысынбарлыҡта был һирәк күренеш шул...

Кемгәлер нахаҡ бәлә яғып, уның күңел-йөрәген яралаған кешеләр нисек йәшәй, нисек тыныс йоҡлай икән ул? Интернет селтәрен дә, көндәлек тормошобоҙҙо ла яла-ғәйбәт баҫҡанда йыш ҡына ошо хаҡта уйланам. Беҙҙең динебеҙҙә ғәйбәт туғаныңдың мәйетен ашауға тиңләнә, бик ауыр гонаһ булып һанала. Тик ғәйбәтселәрҙең ағыулы телен был да тыя алмайҙыр. Шуға күрәлер инде хәҙерге ваҡытта кешеләр менән күрешеү түгел, ә эскерһеҙ балалар, күҙеңә тоғро ҡараған йәнлектәр менән аралашыу, урманға барып ҡайындарға һыйыныу ғына тулы бәхет бирә ала. Ә тәүлектең ниндәй сәғәте булыуына, ҡайҙа ултырыуына ҡарамаҫтан: “Ә һин беләһеңме, фәлән кеше һинең тураһында нимә һөйләй?”-тип тәмләп-тәмләп ғәйбәт еткереүселәрҙе нисек аңларға? Ҡәнәғәт йөҙөнән, сикәнес майлы ҡарашынан уның кемгәлер бысраҡ яғыуҙан иҫ киткес ҡәнәғәтлек алыуын аңлайһың. Ҡыуып ебәрәһең ундайҙарҙы. Улар ҡыуылып сыҡҡан ишегеңдән түгел, ә тәҙрәңдән ынтыла башлай...

Көслө кешеләр ғәйбәттән өҫтөн булып өйрәнгән. Ғәйбәтсенең, яла яғыусының һинең бар гонаһтарыңды алып, үҙенең бар сауаптарын һиңә биреүе күңелде бигерәк тә тынысландыра әле. Шулай ҙа әҙме-күпме бирелгән ғүмерҙе тик яҡшылыҡта, матур кәйефтә, үҙеңдең дә, башҡаларҙың да тормошон боҙмай йәшәргә кәрәк.

Тормош бит шул тиклем матур! Йәшәп туйғыһыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас