Белмәне шул ҡәҙерен...

Мин һәр саҡ танышымдың йөрөгән ҡыҙына һоҡлана торғайным. Ошо һылыу уны эсергә саҡырған шешәләштәренән нисектер һиҙҙермәй генә айырып алды, төрлө өҫтәмә курстарҙа көсләп уҡытты, хатта кейем-һалым һайларға өйрәтте...

Белмәне шул ҡәҙерен...Белмәне шул ҡәҙерен...
Белмәне шул ҡәҙерен...

Мин һәр саҡ танышымдың йөрөгән ҡыҙына һоҡлана торғайным. Ошо һылыу уны эсергә саҡырған шешәләштәренән нисектер һиҙҙермәй генә айырып алды, төрлө өҫтәмә курстарҙа көсләп уҡытты, хатта кейем-һалым һайларға өйрәтте. Әгәр дуҫыбыҙ быға тиклем буш ваҡытын унда-бында һыра һемереп, мәғәнәһеҙ итеп үткәрһә, хәҙер инде бөтөнләй ваҡыты ҡалмай башланы. Кистәрен бергәләшеп тренажер залына ла йөрөнөләр, бассейнға ла.

Дуҫ ҡапыл үҙгәреп китте, эше алға тәгәрәй башланы, аҡсаһы барлыҡҡа килде. Уға шунда уҡ был ҡыҙға өйләнергә ине, юҡ, эреләнеп китте, икенсе ҡыҙҙарға ҡарай башланы. Йөрөгән ҡыҙын алдап, унда-бында икенселәр менән осраша башланы. Ә бер шундай ҡыҙҙарҙың береһе, был егет менән бергә ҡосаҡлашып, ялды бергә үткәргән фотоларын интернетҡа һалған да ҡуйған. Кискә удалять итте, тик һуң ине шул. Шунда уҡ барыһы ла күреп өлгөргән. Хәбәр ҙә таралған. Теге һылыуҡай уның хыянат итеүен белгәс тә, дуҫты ташланы ла ҡуйҙы. Егеттең ата-әсәһе лә ҡыҙҙы өгөтләп ҡараны. Сөнки ҡыҙҙың улдарына ни тиклем ыңғай тәьҫир иткәненә ҡыуаны инеләр. Тик ҡыҙ ныҡ булып сыҡты. Егеткә түккән ваҡытын да йәлләмәне, күп тапҡыр ғәфү үтенһә лә, башҡа әйләнеп тә ҡараманы. Һөҙөмтәлә, ҡыҙ бик аҡыллы егеткә кейәүгә сыҡты, бик матур йәшәйҙәр. Ә таныш кистәрен һыра һемерә, эше лә кирегә тәгәрәне...

Р.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас