

Яңы йылға ике көн ҡалғанда егетемдең тағы ла бер ҡыҙ менән йөрөгәнен белдем. Ә мин үҙемде уның буласаҡ ҡатыны итеп күрә инем. Илай-илай хәлем бөттө. Егетемдән: “Яңылышҡанмын, ғәфү ит, тик бергә булайыҡ!”-тигән һүҙҙәрен көттөм. Юҡ шул! Ул шул ҡыҙға китте.
31 декабрҙә урам буйлап киттем. Ата-әсәйемә әхирәтемдә ҡаршылайбыҙ тип алданым. Алдау түгел ине инде: ҡыҙҙар менән һәр береһе үҙенең егетен алып килеп, бергә байрам итербеҙ тип һөйләшкәйнек. Ниндәй йөҙ менән барып инәйем яңғыҙым?!
Барыһы ла көлә-шаяра, ә мин ярһып илайым. Парктағы бер эскәмйәгә барып ултырҙым. Күрше эскәмйәлә бер егет шампан шарабын шешәнән үк һемерә. Бер аҙ ваҡыт үткәс яныма килде. Минең илауымды күреп һүҙһеҙ генә шампанды миңә һондо. Һөйләшеп киттек. Сибайҙан килгән икән. Баймаҡтан бер ҡыҙ менән яратышҡандар, бөгөн тәҡдим эшләргә килгән, ә һөйгәне: “Мин икенсе кешене яратам”,-тип ҡыуып сығарған. Шампан шарабы тәьҫир иткәндер инде: “Әйҙә, бергә ҡаршылайыҡ Яңы йылды!”-тинем. Ризалашты. Әхирәтемә киттек. Яңы йыл тулыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалғас барып индек. Шул тиклем күңелле булды! Осраҡлы танышҡан егетем менән быйыл икенсе Яңы йылды бергә ҡаршы алдыҡ. Майға тиклем ул ата-әсәһе менән беҙгә килеп, тәҡдим яһарға уйлай. Шулай булғас – һәр саҡ барыһы ла яҡшы буласағына, күҙ йәштәре артынан мотлаҡ мөхәббәт киләсәгенә ышанып йәшәйем!
Снежка.