Һаҡмар
+30 °С
Облачно
Антитеррор

Ҡәйнәм төш юрай. Үҙебеҙҙе унан нисек һаҡларға?

Ҡәйнәм таң менән торҙо ла: “Килен, төшөмдә бура күрҙем, бер ҙә генә йүнлегә түгел, мәйет булыр инде”, - ти. Үҙ улы юлда саҡта кем шулай юрай инде!? Ирем кире ҡайтҡанында самолетҡа ғына ултырма инде тип иланым. Ул да ҡурҡты. Ләкин билетты кире тапшырып, поезға ултырырға һуң ине инде. Ярай ҙа ғына имен-һау ҡайтып етте. Ләкин икенсе көндө күрше инәй китеп барҙы... Тулыраҡ:

Ҡәйнәм төш юрай. Үҙебеҙҙе унан нисек һаҡларға?

Ҡәйнәм менән беренсе осрашҡанда уҡ ул: “Мин бөгөн бик һәйбәт төш күрҙем, тормошоғоҙ көйлө булыр”, - тип әйткәйне. Уның был матур һүҙенә ҡыуанып, ул саҡта иғтибар ҙа итмәгәйнем. Киләһе осрашыуыбыҙ ҙа төш юрауҙан башланды. Уның һәр иртәһе шулай башлана. Йоҡоһонан уянғас та торорға ашыҡмай, күргән төшөн иҫкә төшөрөп, юрап ята бирә. Иҫенә төшкәс кенә тороп ултыра. Иртәнге ашты уның төшөн тыңлап ашайбыҙ. Уның юрауы менән өйҙән сығып китәбеҙ. Кис йоҡларға ятҡанда ла хәйерле төштәр теләп ятып китәбеҙ. Был беҙҙең өсөн ғәҙәткә инеп китте. Ҡайһы ваҡыт төнөн беҙҙе уятып та төшөн һөйләй башлай.

Ҡәйнәмдең юраған төштәре буйынса китап яҙырлыҡ. Теш инәме, ат тояғымы, эт ҡойроғомо, мәйетме, ҡармы, буранмы – барыһының да һынамыштары бар. “Бөгөн төшөмдә ап-аҡ буранға ҡаршы барҙым, күмелеп ҡалдым. Берәйһе менән һүҙгә килһәгеҙ, уға ҡаршы әйтмәгеҙ, шулай яҡшыраҡ булыр”, “Яҙа-яҙа биш ручка һындырҙым, бөтә фекерегеҙҙе лә кешегә әйтеп бөтмәгеҙ, үҙегеҙҙә ҡалдырығыҙ”, “Бер баҡса картуф күрҙем, аҡса алырһығыҙ”, “Төшөмдә энә менән бармаҡтарымды тишкеләп бөттөм, ҡан аҡты. Туғандар ҡунаҡҡа килә, әҙерләнергә кәрәк”... Бөтәһен дә әйтерлек түгел. Беҙ уның юрауын гороскоп кеүек тыңлайбыҙ. Уның ни өсөн үҙе күргән төштәрен беҙгә ҡарата юрайҙыр инде, аңламайым. Хәйер уның әйткәндәренә үҙебеҙ ҙә ышана башланыҡ. Мәҫәлән, һынған ручкалар тураһындағы төш юарауынан һуң ирем начальнигы менән талашып ҡайтты. Картуфтан һуң эш хаҡы алдыҡ. Еләй йыйған төшөнән һуң эштән ауырып ҡайтып, дауаханаға эләктем. Һәр көн иртәнсәк бөгөн ниндәй төш күрер ҙә, беҙгә нимә юрар икән тип ҡурҡып уянабыҙ. Бигерәк тә төндә тороп, ишектәрҙе асып, ябып йөрөгәнен ишетһәк, бер ҙә яҡшыға түгел икән, тип үҙебеҙ ҙә алдан юрап ҡуябыҙ.

Ҡәйнәм оло йәштә, төшкә шул ҡәҙәр әһәмиәт биреүе ялҡыта башланы. Улай ғына ла түгел, ҡурҡыта ла. Ҡәйнәм фәлән-фәлән төш күрҙем, тип әйтә башлауға хатта балаларыбыҙ дауам итеп бөтөрәп ҡуя. Төштәрҙе юрарға ярамай, тиҙәр бит. Кемдер өйлә намаҙына тиклем төштө һөйләргә ярамай ти. Ҡәйнәмә быны нисек аңлатырға? Беҙгә әйтмәй, үҙендә генә ҡалдырһа ла һәйбәт булыр ине. Балаларҙы борсомайым әле, тип уйлаһа ла булыр ине. Юҡ шул, беҙҙең күңелгә шом һалып юрай ҙа, юрай, юрай ҙа, юрай... Ҡурҡыныстарын да һөйләй, бер ҙә генә хәйерлегә түгел бит әле, тип тә ҡуя. Мәйет тураһында әйтә башлаһа ҡойолам да төшәм. Бер ваҡыт ирем командировкаға китте, самолетҡа ултырҙы. Ҡәйнәм таң менән торҙо ла: “Килен, төшөмдә бура күрҙем, бер ҙә генә йүнлегә түгел, мәйет булыр инде”, - ти. Үҙ улы юлда саҡта кем шулай юрай инде!? Ирем кире ҡайтҡанында самолетҡа ғына ултырма инде тип иланым. Ул да ҡурҡты. Ләкин билетты кире тапшырып, поезға ултырырға һуң ине инде. Ярай ҙа ғына имен-һау ҡайтып етте. Ләкин икенсе көндө күрше инәй китеп барҙы...

Ҡәйнәмдең был яман ғәҙәте туйҙырҙы. Төштәрҙе яманға юрарға ярамай бит, күбеһен шайтандан тип тә әйтәләр. Ҡәйнәмдең төш юрау ғәҙәтен нисек туҡтатырға икән? Әллә берәй муллаға барып һөйләшергәме? Үҙебеҙҙе уның төштәренән нисек һаҡларға?   

Дилә.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас