

Әрәмтамаҡтар быуынын үҫтерәбеҙ тип әҙерәк уйланмайһығыҙмы ул? Бала саҡтан эшләп үҫкән быуын – 70-се йылдарҙыҡы булды, шикелле. 80-селәргә әҙерәк эш эләккәндер. Ә хәҙер ниндәй быуын барлыҡҡа килде ул?! Малайҙар сөй менән сүкештең нимә икәнлеген дә белмәй, ҡыҙҙар ашарға үҙенән-үҙе бешеп сыға тип уйлай. Эштәге ҡатындың ҡыҙҙары менән ыҙалағанын күреп, аптырап китәм. Балалары бер-береһен күрә алмағаны һиҙелеп тора. Унан әсә кеше эш башлап өлгөрмәй, уға шылтыратып, бер-береһенә зарлана башлайҙар. “Ул кәстрүлдәге ашты ашап бөткән! Мин нимә ашарға тейеш?!” Кеҫә телефонынан яңғырап киткән тауыштан коллегабыҙ уңайһыҙланып китә. Ашарға таптырған ҡыҙына 24 йәш. Ә “бәләкәсенә” - 16! Әсәләре ашарға бешерергә тейешме ни уларға?! Коллегабыҙ аптырап: “Мин һеҙгә аҡса ҡалдырып киттем, магазиндан барып берәй нәмә һатып ал”,-ти. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм уҡымаған ҡыҙы: “Тик белеп ҡуй, мин уның менән бүлешмәйәсәкмен!”-тип телефонды һалып ҡуя. Коллегабыҙ көрһөнөп артабан эшен дауам итә. Тик беләбеҙ – оҙаҡҡа түгел, ҡыҙҙары сәғәт һайын талашып, әсәһен борсой.
Вилена.