Һаҡмар
+25 °С
Облачно
Антитеррор

Бәхетһеҙлек ... бәхет алып килде

Һаулығымды бөтөрөп, ал-ял белмәй нимә тип себерҙә йөрөйөм әле мин? Ҡатынымдың бар каприздарын үтәр өсөн генә килеп сыға бит. Ярай, мин эшләгән аҡсаны һаҡлап тотоноп, янына үҙе эшләгәнен дә өҫтәп барһа. Ә ул бит бер ҡайҙа ла эшләмәй һәм эшләргә уйламай ҙа!

Бәхетһеҙлек ... бәхет алып килдеБәхетһеҙлек ... бәхет алып килде
Бәхетһеҙлек ... бәхет алып килде

Мин эшкә йыйынып йөрөгәндә, юлдар ябылды. Эш урынынан әлеге ваҡытта вахтала булғандар ҡаласағын, ә беҙгә килмәй торорға ҡуштылар. Ярай, тәүҙә ял итеп алыныр, тип уйланым. Әммә икенсе ай киткәс, кредит түләүе ауырлаша башланы. Унда-бында ялланып эшләп, осто-осҡа ялғай башларға тура килде. Бер ҡайҙа ла эшләмәй ултырған ҡатынымдың йөҙөнән ризаһыҙлыҡ китмәне. Банк карточкаһының үҙенән-үҙе тулыланып торғанына тиҙ өйрәнгән икән. Ашарға бешерһә – бешерә, бешермәһә – юҡ. Бер һүҙ әйтеп булмай, асыулана, ҡысҡыра башлай, “тәүҙә ғаиләңде тәьмин итергә өйрән”, ти.

Һаулығымды бөтөрөп, ал-ял белмәй нимә тип себерҙә йөрөйөм әле мин? Ҡатынымдың бар каприздарын үтәр өсөн генә килеп сыға бит. Ярай, мин эшләгән аҡсаны һаҡлап тотоноп, янына үҙе эшләгәнен дә өҫтәп барһа. Ә ул бит бер ҡайҙа ла эшләмәй һәм эшләргә уйламай ҙа! Күпме аҡса бирәһең – барыһын да тотоноп бөтә. Ҡәйнәмдәргә ауылға китһә, машина тултырып күстәнәсен дә, башҡаһын да тейәп китә. Шуға рәхмәтлемен коронавирусҡа – ҡатынымдың ысын йөҙө асылды.

Ул ваҡыттан ике йыл тиерлек ваҡыт үтте. Мин беренсе ҡатынымдан айырылып, икенсегә өйләндем. Бәхетле йәшәйбеҙ. “Ситтә эшләһәң, мин барыбер яңғыҙ ҡатын һымаҡ булам”,-тип мине вахтаға ебәрмәне кәләш. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ. Себерҙәге һымаҡ аҡса юҡ, әммә барыһын бергә эшләп, бергә ашап, ҡосаҡлашып бергә ятып йоҡлауҙан артыҡ бәхет кәрәкмәй. Кәләш ауырлы! Шуға күрә күберәк мал алып, ит һатып яҡшы аҡса эшләй башланым. Беренсе ҡатын тураһында ишетһәң, ҡыйын булып китә былай. Сөнки кафенан-кафеға йөрөп, үҙенә ир эҙләй икән. Кемдеңдер ире менән йөрөп, уның ҡатынынан да туҡмалғанын ишеттерҙеләр. Урамда күргәйнем, элек балҡып йөрөгән королеванан бер нәмә лә ҡалмаған хәҙер.

Ғ.

Бәхетһеҙлек ... бәхет алып килде
Бәхетһеҙлек ... бәхет алып килде
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас