

“Магнит” магазинында торам. Ике касса эшләһә лә, байрам алдынан сират бигерәк ҙур. Ауырлы булғас, хәл дә юҡ. Йығылып барһам да, мине алға үткәрмәнеләр. Минән алда 2-3 йәштәрҙәге баланы етәкләгән ҡатын тора ине. Кескәй нимәлер һорай, туҡтауһыҙ мыжый. Былай ҙа баш ярылып килә, һауа етмәй. Тиҙҙән был бала аҡыра башланы, унан иҙәнгә ятып илай башланы. Әсә кеше тынысландыра алмай, ә сиратта бер-береһенә терәлеп торған кешеләр өндәшмәй. Оҙайлы сират, ауыр еҫ, баш әйләнә, етмәһә был баланың аҡырыуы мейене сәсрәтеп кенә алып бара. Түҙмәнем, теге малайҙы үҙемә ҡарай йолҡа тартып борҙом да: “Хәҙер үк тым, мин шулай тип илаған балаларҙы йотам. Бына берәүҙе яңы ғына ашаным”,-тип эсемде һыйпап күрһәттем. Малай ҙа, әсә лә, сираттағылар ҙа миңә ҡарап шаҡ ҡатты. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем дә үҙемдән бындайҙы көтмәгәйнем. Ауырлы ҡатындарҙың баштары эшләмәй китә, тигәндәре дөрөҫ, ахырыһы.
А.