Йөрәк яныр серҙәр бар
28 Февраля 2022, 08:00

Теленә - тилсә сыҡҡыр!

Бер көн түҙмәй мине икенсе палатаға күсереүҙәрен һораным, ул ҡатын менән бер палатала була алмауымды белдерҙем...

Теленә - тилсә сыҡҡыр!Теленә - тилсә сыҡҡыр!
Теленә - тилсә сыҡҡыр!

Дауаханала бер ҡатын менән бергә яттыҡ. Табиптар диагноз ҡуя алмай аптырана ине. Биленән бөкрәйгән, аяғына баҫа ла алмай. Шул ҡатынға аптырап әле лә “әстәғәфируллаһ” тип йәшәйем. Көн-төн кешене яманлай. Палатаға инеп сыҡҡан врачтың да, бар медсестра-санитаркаларҙың да ҡайҙа, кем менән нимә эшләгәнен тәфсирләп һөйләй. Ҡайҙан беләлер инде. Янында ятҡан ауыл ҡатындары уны ауыҙын асып, ышанып тыңлай. Туғандары килә. Уларҙы йылмайып, ҡосаҡлап, үбеп ҡаршы ала ла, улар ҡайтып китеү тотона яманларға. “Ишеткәнһегеҙҙер әле, ул бит тегеләйткән, былайтҡан...”Үҙ яҡындары тураһында! Аптырап палатанан сығып китәм.

Кис сәй эсеп ятабыҙ. Туғандар килтергән аҙыҡты бергә ашайбыҙ. Был тотона: “Был бәлештең ҡамыры насар. Мин шулайтып баҫам...”, “Быныһын ғүмере бешерә белмәгән кеше әҙерләгәндер...”, “Ошо кәнфиттәрҙе нисек эшләгәндәрен беләһегеҙме, унда бит тараҡандар йөрөй”. Тамаҡ - тамаҡ түгел, тороп китәбеҙ.

Бер көн түҙмәй мине икенсе палатаға күсереүҙәрен һораным, ул ҡатын менән бер палатала була алмауымды белдерҙем. Өлкән шәфҡәт туташы: “Ни эшләп улайтып әйтәгеҙ? Бөтәһе менән дә йылмайып ҡына һөйләшкән, тыныс апай бит”,-тип аптыраны. Ул апайҙың үҙе тураһында ниндәй әшәкелектәр һөйләгәнен ишетһен ине ул шәфҡәт туташы! Тиҙҙән был ҡатын һөйләшкәндә тотлоға башланы. Күрәһең, Хоҙай Тәғәлә һуңғы тапҡыр уның әшәке телен тыйыу кәрәклеген киҫәткәндер. Тик ул ҡатын бар ауырыуҙарының ошо алама теле арҡаһында икәнлеген барыбер аңламаны, тәүбәгә килмәй, сирҙәрен арттырып тик ятты.

Зәлифә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас