Йөрәк яныр серҙәр бар
26 Февраля 2022, 15:15

Бесәйҙе тапамайым тип

Машинаны төкөткәс ... айырым йоҡлай

Иремдән ныҡ итеп әрләндем. Ул мин праваға уҡыйым тигәндә ныҡ ҡаршы булғайны. Шулай ҙа уҡып алдым. Бер йыл элек машина алғайныҡ кредитҡа. Правам булғас, минең дә йөрөгөм килә ине машинала. Саҡ күндерҙем иремде миңә лә машинаны бирергә. Бер көн юлыма бесәй йүгереп сыҡты. Уны тапамайым тип ҡапыл ситкә боролоп юлдан төшөп китеп бағанаға төкөнөм. Иремде саҡырттым. Ул минең хәлде һорап та торманы, машинаның төкөгән урынын ҡарап миңә ҡысҡыра башланы, этеп ебәрҙе. Машинаға бер нәмә булмай, миңә берәй ҡаза булһа, улай ҡайғырмаҫ ине. Хәҙер минән айырым йоҡлай, минең менән һөйләшмәй ҙә. Ни эшләргә миңә?

Эльза. 

Бесәйҙе тапамайым тип
Бесәйҙе тапамайым тип
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас