Яулыҡтар, суҡлы шәлдәр ябынырға яратам. Шулай, ҡыҙыл шәлемде ябынып туҡталышҡа китеп барам. Бер бабайҙы баҫтырып еттем. Янынан үтеп барғанда был миңә:
-Ҡайһылай шәп ҡыҙһың, шәл ябынып йөрөйһөң. Әтеү хәҙер ирҙәр бүркен эләктереп алалар ҙа, йән көйөгө. Ә шәл һиңә, былай-алаймы, ҡайһылай килешә!-тип маҡтай башланы.
Бабайға йылмайып ҡараным. Ул быны күреп:
-Ҡайһылай һылыуһың! Минең тәүге мөхәббәтемә оҡшағанһың. Ана күҙҙәрең дә шундай матур...
Мин тағы бер йылмайҙым да үтеп киттем. Тик бабайҙың артабанғы һүҙҙәрен ишетеп илай яҙҙым.
Бабай:
-Оҡшағанһың шул! Аяҡтарын да уның кеүек ҡыйышыраҡ, салыш баҫаң. Осаңды шундай уйнатып китеп бараң, аяғым ҡыйыш тимәй бер ҙә-тип ҡысҡырҙы.
Үлтерҙе был бабай! Өйөндә генә ултырмай!
Нәркәс.