+19 °С
Облачно
Ирем бер йылдан ашыу хыянат итә миңә. Тәүҙә ул быны һиҙҙермәҫкә тырышты, әммә ҡатындарҙы алдап буламы? Ҡарашынан уҡ һиҙҙем шунда уҡ. Уның минең әхирәтем менән йөрөүен белеү - икенсе удар булды. Әммә белгәнемде һиҙҙертмәнем. Иремде юғалтыуҙан ҡурҡам. Сөнки яратам. Баламдың да атайһыҙ үҫеүен теләмәйем. Ирем элек йәшереп маташһа, хәҙер әйтмәй сығып китә. Телефонының паролен алды, уны минең янымда юрамал "онотоп" китә. Ә мин ул телефонда пароль булғанда уҡ уларҙың теләһә ниндәй смстарын, "әхирәттең" яланғас фотолар ебәреүен ҡарап бөттөм. Ирем минән скандал көтә сығып китергә, ә мин башымды алйотҡа һалып, һуҡыр-һаңғырау булып ҡыланам. Нисек һаҡлап ҡалырға һуң ғаиләбеҙҙе?
Анон булһын.