

Алтмыш йәште үткәнмен. Әммә үҙемде әбейгә һанамайым! Йәштәр бында нимәһен ҡарап ултыра ул?! тип әйтер. Өндәшмәҫ тә инем, интернетта төрлө төркөмдәрҙә ултырам. Һәм бөтә ерҙә йәш бисә-сәсә “ирем насар, ҡәйнәм яһил” тип яҙа. Һуң, киленкәйҙәр беҙгә килен булып кеше булып алаһығыҙмы түгелме? Төшкән килендәрҙең йә белеме, йә эше, йә бирнәһе, хатта праваһы ла булмай! Машинаһын әйтеп тораһы ла юҡ! Кейәүгә сығып, иргә сыҡҡанға тиклемге биографияһын һәм башҡа бар ерен таҙартып алалар ҙа, башлана “денег мало, машину хочу, шубку хочу”.
Өс улымдың да ҡатындарының бер нәмәһе булманы килен булып төшкәндә. Машина төштәренә генә ингәндер. Уның ҡарауы хәҙер йыл да тиерлек иномарка алыштырып, донъяның артына тибеп йәшәйҙәр. Әммә ир ҙә, ҡәйнә лә алама. Ә минең улдар шул мәскәйҙәрҙең тамағын һәм нәфсеһен туйҙырыу өсөн себерҙә йөрөй. Төкөрөп бирәйем! Йүнле бисәләр ҙә, уларҙы ныҡ итеп тотор ирҙәр ҙә ҡалманы был донъяла. Ахырғы заман шулдыр!
Рәсимә инәйегеҙ.